Лука яҙған 5:1—39
5 Бер ваҡыт, Ғайса Гинисарит күле* буйында кешеләрҙе Алла һүҙенә өйрәтеп торғанда, тыңларға йыйылған күп халыҡ уны ҡыҫырыҡлай башланы.
2 Ғайса яр буйында ике кәмә күреп ҡалды. Балыҡсылар кәмәләрҙән төшөп, ауҙарын йыуып йөрөйҙәр ине.
3 Ул Шимундың кәмәһенә ултырҙы ла унан ярҙан ситкәрәк китеүен һораны. Шунан ул кәмәлә ултырған көйө халыҡты өйрәтә башланы.
4 Һүҙен тамамлағас, ул Шимунға: «Тәрәнерәк ергә йөҙөп барып, шунда ау һалығыҙ», — тине.
5 «Остаз, беҙ төнө буйы тырыштыҡ, әммә бер нәмә лә тота алманыҡ. Шулай ҙа, һин әйткәс, ау һалам», — тип яуап ҡайтарҙы Шимун.
6 Улар ау һалғас, шул хәтлем күп балыҡ эләкте, хатта ауҙары йыртыла башланы.
7 Шунда улар, ҡул болғап, икенсе кәмәләге иптәштәрен ярҙамға саҡырҙы. Тегеләре килеп, бергәләп ике кәмәне лә балыҡ менән тултырғас, кәмәләр бата башланы.
8 Быны күргәс, Шимун Петер Ғайса алдына тубыҡланды ла: «Хужам, мин һинең яныңда булырға лайыҡ түгелмен, мин бит гонаһлы кеше», — тине,
9 сөнки үҙе лә, янындағылары ла шул тиклем күп балыҡ эләгеүенә хайран ҡалғайны.
10 Шимундың иптәштәре — Зәбәҙәй улдары Яҡуп менән Яхъя ла таң ҡалғайны. Әммә Ғайса Шимунға: «Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың», — тине.
11 Кәмәләрен ярға сығарғас, улар бөтә нәмәләрен ҡалдырып, Ғайсаға эйәреп китте.
12 Бер ҡалала Ғайсаға тотош тәнен махау баҫҡан бер кеше осраны. Ул, Ғайсаны күргәс, йөҙ түбән йығылып: «Хужам, әгәр теләһәң, мине һауыҡтыра алыр инең», — тип ялбарҙы.
13 Ғайса ҡулын һуҙып, уға ҡағылды ла: «Теләйем! Таҙарын», — тине. Уның махауы шунда уҡ бөттө.
14 Ғайса уға был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты һәм: «Барып, руханиға күрен дә үҙеңдең таҙарыныуың өсөн Муса ҡушҡан ҡорбанды килтер. Шунда руханиҙар һауыҡҡаныңды күрер», — тип өҫтәне.
15 Ләкин Ғайса хаҡында хәбәр таралғандан-тарала барҙы. Уны тыңлау һәм ауырыуҙарынан һауығыу өсөн, янына бик күп кеше килә ине.
16 Ғайса иһә йыш ҡына доға ҡылырға аулаҡ урындарға китә ине.
17 Бер көндө, Ғайса халыҡты бер йортта өйрәткәндә, унда фарисейҙар* менән ҡанун белгестәре лә ултырҙы. Улар Ғәлиләйәнән, Йәһүҙиә һәм Йәрүсәлимдән килгәйне. Ғайсаның ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу өсөн Йәһүәнән бирелгән көсө бар ине.
18 Шунда ир-аттар паралич һуҡҡан бер кешене түшәктә ятҡан килеш күтәреп алып килде. Улар уны, Ғайса янына алып керер өсөн, өйгә индерергә маташты,
19 әммә халыҡ арҡаһында эскә инә алманы. Шунлыҡтан улар өй башына менеп, түбәнең бер өлөшөн һүттеләр ҙә паралич һуҡҡан кешене түшәге менән Ғайса алдына төшөрҙөләр.
20 Уларҙың имандарын күреп, Ғайса паралич һуҡҡан кешегә: «Дуҫым, һинең гонаһтарың кисерелде», — тине.
21 Ә ҡанун белгестәре менән фарисейҙар: «Алланы яманларға кем һуң ул? Алланан башҡа бер кем дә гонаһтарҙы кисерә алмай», — тип үҙ-ара һөйләшә башланы.
22 Ғайса, уларҙың нимә тураһында фекер алышҡанын аңлап: «Нишләп күңелегеҙҙә шундай уйҙар йөрөтәһегеҙ? — тине. —
23 Нимә тип әйтеү еңелерәк: һинең гонаһтарың кисерелде типме, әллә тор ҙа йөрө типме?
24 Ләкин һеҙ Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы барлығын белһен өсөн...» Шунда ул паралич һуҡҡан кешегә: «Һиңә әйтәм: тор ҙа түшәгеңде алып, өйөңә ҡайт», — тине.
25 Тегеһе барыһының күҙ алдында торҙо ла түшәген алып, Алланы данлай-данлай ҡайтып китте.
26 Бөтәһе лә хайран ҡалып, Алланы маҡтай башланы. Улар, иҫтәре китеп: «Бындай нәмәне һис ҡасан күргәнебеҙ юҡ!» — тиеште.
27 Унан киткәс, Ғайса һалым йыйыу контораһында ултырған Либәй исемле һалым йыйыусыны күреп, уға: «Артымдан эйәр», — тине.
28 Ул торҙо ла бөтә нәмәһен ҡалдырып, уның артынан китте.
29 Либәй уның өсөн үҙенең өйөндә ҙур мәжлес ойошторҙо. Улар менән табын артында ултырғандар* араһында күп һалым йыйыусылар ҙа бар ине.
30 Шунда фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре* Ғайсаның шәкерттәренә, асыуланып: «Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм гонаһ ҡылыусылар менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?» — ти башланы.
31 Ғайса былай тип яуапланы: «Табип һау кешеләргә түгел, ауырыуҙарға кәрәк.
32 Мин тәҡүәләрҙе түгел, гонаһ ҡылыусыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем».
33 Улар уға: «Яхъяның шәкерттәре йыш ураҙа тота һәм тырышып доға ҡыла, фарисейҙарҙың шәкерттәре лә шулай эшләй, ә һинекеләр ашап-эсәләр», — тинеләр.
34 Ғайса уларға былай яуапланы: «Кейәүҙең дуҫтарын, кейәү әле улар менән булғанда, ураҙа тоторға мәжбүр итә алаһығыҙмы?
35 Әммә килер бер көн: кейәүҙе уларҙан алырҙар. Бына шул саҡта улар ураҙа тотор».
36 Шунан Ғайса уларға миҫал килтерҙе: «Бер кем дә яңы кейемдән ямаулыҡ ҡырҡып алып, иҫке кейемде ямамай. Юғиһә ямаулыҡ бүҫелеп сығыр. Яңы кейемдән яһалған ямаулыҡ иҫке кейемгә тура килмәй.
37 Шулай уҡ яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмайҙар. Юғиһә яңы шарап турһыҡты йыртып, түгелеп бөтөр, турһыҡ та әрәм булыр.
38 Яңы шарапты яңы турһыҡҡа һалалар.
39 Бер кемдең дә иҫке шарапты эскәндән һуң яңыһын эскеһе килмәҫ, сөнки ул: „Иҫке шарап бик шәп“, — тиер».
Төшөрмәләр
^ Изге Яҙмала ул шулай уҡ Ғәлиләйә диңгеҙе һәм Тиберий диңгеҙе тип атала.
^ Йәки «ятҡандар». Ул ваҡытта, ғәҙәттә, ҡырын ятып ашағандар.
^ Һүҙмә-һүҙ «уларҙың ҡанун белгестәре».