Лука яҙған 6:1—49

  • Ғайса — шәмбе көнөнөң Хужаһы (1—5)

  • Ғайса ҡулы ҡороған кешене һауыҡтыра (6—11)

  • 12 илсе (12—16)

  • Ғайса өйрәтә һәм һауыҡтыра (17—19)

  • Бәхетлеләр һәм ҡайғыға тарыясаҡ кешеләр (20—26)

  • Дошмандарығыҙҙы яратығыҙ (27—36)

  • Хөкөм итмәгеҙ (37—42)

  • Ағас емешенә ҡарап таныла (43—45)

  • Ҡая өҫтөндә төҙөлгән йорт һәм нигеҙһеҙ йорт (46—49)

6  Бер ваҡыт, Ғайса шәмбе көндө иген баҫыуҙары аша үткән саҡта, янындағы шәкерттәре башаҡтар өҙөп алып, уларҙы устарында ыуып, бойҙай бөртөктәре ашап бара ине.  Быны күргәс, ҡайһы бер фарисейҙар: «Ни өсөн һеҙ шәмбе көндө эшләргә ярамағанды эшләйһегеҙ?» — тип һоранылар.  Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Дауыт үҙенең кешеләре менән асыҡҡанда, уның нимә эшләгәне тураһында уҡыманығыҙмы ни?  Ул Алла йортона ингән, һәм уға изге икмәктәрҙе* биргәндәр. Ул уларҙы үҙе лә ашаған, үҙенең кешеләренә лә биргән, ә Ҡанун буйынса уларҙы руханиҙарҙан башҡа һис кемгә ашарға ярамаған».  Шунан Ғайса: «Әҙәм Улы — шәмбе көнөнөң Хужаһы», — тип өҫтәне.  Башҡа бер шәмбе көндө ул синагогаға килеп, кешеләрҙе өйрәтә башланы. Унда уң ҡулы ҡороған* бер кеше бар ине.  Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп, шәмбе көнө һауыҡтырмаҫмы икән тип, уны иғтибар менән күҙәттеләр.  Уларҙың уйҙарын белеп, Ғайса ҡулы ҡороған кешегә: «Уртаға сығып баҫ», — тине. Теге кеше шулай эшләне.  Шунда Ғайса уларға: «Һеҙҙән һорайым: шәмбе көнө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме?» — тине. 10  Ул бөтәһенә лә күҙ йөрөтөп сыҡты ла теге кешегә: «Ҡулыңды һуҙ», — тине. Тегеһе ҡулын һуҙғас, ҡулы һауыҡты. 11  Ләкин улар, асыуҙары ҡайнап, Ғайса менән нимә эшләргә, тип һөйләшә башланылар. 12  Шул көндәрҙең береһендә Ғайса доға ҡылырға тип тауға менде һәм төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡты. 13  Ә таң атҡандан һуң, ул шәкерттәрен саҡырып алды ла араларынан 12 кешене һайлап алып, уларҙы илселәр тип атаны. 14  Бына уларҙың исемдәре: Шимун (Ғайса уны Петер тип тә атай ине), уның бер туғаны Әндрәй, Яҡуп, Яхъя, Филип, Барталмай, 15  Матфай, Тамас, Алфай улы Яҡуп, «дәртле»* тип йөрөтөлгән Шимун, 16  Яҡуп улы Йәһүҙә һәм аҙаҡ хыянат иткән Йәһүҙә Искариот. 17  Ғайса, улар менән тауҙан төшкәс, тигеҙ ерҙә туҡтаны. Унда уның күп кенә шәкерттәре, шулай уҡ бөтә Йәһүҙиәнән, Йәрүсәлимдән һәм Тир менән Сидондың диңгеҙ буйындағы өлкәләренән бик күп халыҡ йыйылғайны. Улар Ғайсаны тыңларға һәм ауырыуҙарынан һауығырға тип килгәйне. 18  Ул хатта шаҡшы рухтарҙан яфаланған кешеләрҙе лә һауыҡтырҙы. 19  Кешеләр уға ҡағылған саҡта, унан көс сығып барыһын да һауыҡтыра ине, шуға күрә һәр кем уға ҡағылырға тырышты. 20  Ғайса шәкерттәренә ҡарап, былай тине: «Ярлылар, һеҙ бәхетле, сөнки Алла Батшалығы һеҙҙеке. 21  Әлеге мәлдә ас булғандар, һеҙ бәхетле, сөнки һеҙ туйырһығыҙ. Әле илағандар, һеҙ бәхетле, сөнки һеҙ көлөрһөгөҙ. 22  Әҙәм Улы арҡаһында кешеләр һеҙҙе нәфрәт иткәндә, ҡыуғанда, мыҫҡыллағанда һәм исемегеҙҙе хурлағанда, һеҙ бәхетле. 23  Шул саҡта шатланығыҙ һәм ҡыуаныстан һикерегеҙ, сөнки күктә һеҙҙе ҙур бүләк көтә. Уларҙың ата-бабалары ла пәйғәмбәрҙәр менән тап шулай мөғәмәлә иткән бит. 24  Байҙар, ә һеҙгә ҡайғы, сөнки һеҙ йыуанысығыҙҙы инде тулыһынса алдығыҙ. 25  Әле туҡ булғандар, һеҙгә ҡайғы, сөнки һеҙ ас йөрөрһөгөҙ. Әле көлгәндәр, һеҙгә ҡайғы, сөнки һеҙ хәсрәтләнеп иларһығыҙ. 26  Бөтә кеше һеҙҙе маҡтағанда, һеҙгә ҡайғы, сөнки уларҙың ата-бабалары ялған пәйғәмбәрҙәр менән тап шулай мөғәмәлә иткән. 27  Ләкин мин һеҙгә, мине тыңлаусыларға, әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, үҙегеҙҙе күрә алмағандарға изгелек эшләгеҙ, 28  үҙегеҙҙе ҡәһәрләгәндәрҙе фатихалағыҙ һәм үҙегеҙҙе мыҫҡыллағандар өсөн доға ҡылығыҙ. 29  Бер яңағыңа һуҡҡан кешегә икенсе яңағыңды ла ҡуй. Өҫкө кейемеңде тартып алған кешегә эске кейемеңде лә бир. 30  Һораған һәр кешегә һорағанын бир. Үҙеңдән нимәлер алған кешенән алғанын кире һорама. 31  Кешеләрҙең үҙегеҙгә нимә эшләүҙәрен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ. 32  Әгәр үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратаһығыҙ икән, маҡтарлыҡ ни эшләйһегеҙ? Гонаһ ҡылыусылар ҙа үҙҙәрен яратҡан кешеләрҙе ярата бит. 33  Әгәр үҙегеҙгә изгелек эшләгәндәргә генә изгелек эшләйһегеҙ икән, маҡтарлыҡ ни эшләйһегеҙ? Гонаһ ҡылыусылар ҙа шулай эшләй бит. 34  Бурысты кире ҡайтара алғандарға ғына бурысҡа бирһәгеҙ*, маҡтарлыҡ ни эшләйһегеҙ? Гонаһ ҡылыусылар ҙа, башҡа гонаһ ҡылыусыларға бурысҡа биргәндә, бурысты тулыһынса кире ҡайтарыуҙарына өмөтләнә. 35  Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, изгелек ҡылығыҙ һәм кире алырға өмөт итмәйенсә бурысҡа бирегеҙ. Шул саҡта һеҙ ҙур бүләк алырһығыҙ һәм Аллаһы Тәғәләнең балалары булырһығыҙ, сөнки ул хатта яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә һәм яуыздарға игелекле. 36  Атағыҙ мәрхәмәтле булған кеүек, һеҙ ҙә мәрхәмәтле булығыҙ. 37  Бынан тыш, хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ. Ғәйепләмәгеҙ, һеҙҙе лә ғәйепләмәҫтәр. Кисерегеҙ, һеҙҙе лә кисерерҙәр. 38  Бирегеҙ, һеҙгә лә бирелер. Ҡуйынығыҙға мул итеп, тығыҙлап, һелкетеп, туп-тулы итеп һалып бирерҙәр. Ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирерҙәр». 39  Шунан ул уларға ошондай миҫалдар килтерҙе: «Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп алып бара аламы? Икеһе лә соҡорға ҡолап төшмәҫме ни? 40  Шәкерт остазынан өҫтөн булмай, ләкин яҡшы* өйрәтелгән һәр кем остазы кеүек булыр. 41  Ни өсөн һин ҡәрҙәшеңдең күҙендәге һалам бөртөгөнә ҡарайһың, ә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне һиҙмәйһең? 42  Нисек һин, үҙ күҙеңдәге бүрәнәне күрмәй тороп, ҡәрҙәшеңә: „Ҡәрҙәш, күҙеңдәге һалам бөртөгөн алайым әле“, — тип әйтә алаһың? Ике йөҙлө әҙәм! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, шунан ҡәрҙәшеңдең күҙенән һалам бөртөгөн нисек алырға икәнен күрерһең. 43  Яҡшы ағас серек емеш бирмәй, ә серек ағас яҡшы емеш бирмәй. 44  Һәр ағасты емешенә ҡарап таныйҙар. Мәҫәлән, сәнскәктән инжир йә йөҙөм йыймайҙар. 45  . Яҡшы кеше үҙ күңелендә яҡшы нәмәләр һаҡлай, шуға унан яҡшылыҡ сыға. Ә яуыз кеше күңелендә яуыз нәмәләр һаҡлай, шуға унан яуызлыҡ сыға. Кешенең күңелендә ни булһа, телендә лә шул була бит. 46  Ни өсөн һеҙ миңә: „Хужам! Хужам!“ — тип өндәшәһегеҙ, ә мин әйткәнде эшләмәйһегеҙ? 47  Яныма килеп, һүҙҙәремде тыңлап, уларҙы үтәгән кеше, беләһегеҙме, кемгә оҡшаш? 48  Ул йорт төҙөгәндә ерҙе тәрән итеп ҡаҙып, уның нигеҙен ҡая өҫтөнә һалған кешегә оҡшаш. Ташҡын ваҡытында йылға һыуҙары шул йортҡа килеп бәрелгән, ләкин уны ҡаҡшата алмаған, сөнки йорт яҡшы итеп төҙөлгән булған. 49  Ә минең һүҙҙәремде тыңлап, бер нәмә лә эшләмәгән кеше йортон нигеҙ һалмай ғына ер өҫтөнә төҙөгән кешегә оҡшаш. Йылға һыуҙары шул йортҡа килеп бәрелгәс, ул шунда уҡ ауған һәм тулыһынса емерелгән».

Төшөрмәләр

Йәки «Аллаға тәҡдим ителгән икмәктәрҙе».
Йәки «уң ҡулын паралич һуҡҡан».
Йәки «ашҡынып торған».
Йәғни процентһыҙ бурысҡа бирһәгеҙ.
Йәки «тулыһынса».