Марк яҙған 1:1—45
-
Сумдырыусы Яхъя вәғәзләй (1—8)
-
Ғайсаның һыуға сумдырылыуы (9—11)
-
Шайтан Ғайсаға ҡотҡо һала (12, 13)
-
Ғайса Ғәлиләйәлә вәғәзләй башлай (14, 15)
-
Беренсе шәкерттәр (16—20)
-
Ғайса шаҡшы рухты ҡыуып сығара (21—28)
-
Капирнаумда күптәрҙе һауыҡтырыу (29—34)
-
Ғайса аулаҡ урында доға ҡыла (35—39)
-
Махаулы кешене һауыҡтырыу (40—45)
1 Алла Улы Ғайса Мәсих хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙең башы.
2 Ишағыя пәйғәмбәр китабында былай тип яҙылған: «(Мин һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрермен, ул һинең өсөн юл әҙерләр).
3 Сүлдә ҡысҡырған тауыш яңғырай: „Йәһүәгә юл әҙерләгеҙ! Уның юлдарын тигеҙләгеҙ!“».
4 Сүлгә Сумдырыусы Яхъя килде. Ул кешеләрҙе, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеүҙәрен күрһәтеп һыуға сумдырылырға өндәне.
5 Уға Йәһүҙиәлә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән бөтә кеше ағылды. Улар асыҡтан-асыҡ гонаһтарын таный ине, һәм Яхъя уларҙы Иордан йылғаһында һыуға сумдырҙы.
6 Яхъя дөйә йөнөнән туҡылған кейем кейеп, биленә күн ҡайыш быуып йөрөнө, ҡара сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды.
7 Ул былай тип вәғәзләне: «Артымдан минән көслөрәк берәү килә. Мин уның сандалыйының ҡайыштарын да сисергә лайыҡ түгелмен.
8 Мин һеҙҙе һыуға сумдырҙым, ә ул һеҙҙе изге рухҡа сумдырыр».
9 Шул көндәрҙә Ғәлиләйәләге Назара ҡалаһынан Ғайса килде, һәм Яхъя уны Иорданда һыуға сумдырҙы.
10 Һыуҙан сығыу менән Ғайса күктәрҙең асылыуын һәм үҙенең өҫтөнә күгәрсен рәүешендә Алла рухы төшөүен күрҙе.
11 Шунда күктән: «Һин минең яратҡан Улым, мин һине хуплайым», — тигән тауыш яңғыраны.
12 Шунда уҡ рух* Ғайсаны сүлгә алып китте.
13 Унда Ғайса ҡырағай хайуандар араһында 40 көн булды, һәм Шайтан уға ҡотҡо һалды. Әммә фәрештәләр уны хәстәрләне*.
14 Яхъя төрмәгә ултыртылғандан һуң, Ғайса Ғәлиләйәгә китте. Ул Алланың һөйөнөслө хәбәрен вәғәзләне.
15 «Билдәләнгән ваҡыт етте, Алла Батшалығы яҡынлашты. Тәүбә итегеҙ һәм һөйөнөслө хәбәргә ышанығыҙ», — тип һөйләне ул.
16 Ғәлиләйә диңгеҙе* яры буйлап китеп барғанда, Ғайса балыҡсылар булған ағалы-ҡустылы Шимун менән Әндрәйҙе күреп ҡалды. Улар диңгеҙгә ау һалып йөрөй ине.
17 Ғайса уларға: «Миңә эйәрегеҙ, мин һеҙҙе кеше аулаусы итермен», — тине.
18 Улар шунда уҡ ауҙарын ҡалдырҙы ла уға эйәреп китте.
19 Тағы әҙерәк барғас, Ғайса кәмәлә ауҙарын йүнәтеп ултырған Зәбәҙәй улдары Яҡуп менән Яхъяны күреп ҡалып,
20 шунда уҡ уларҙы саҡырҙы. Яҡуп менән Яхъя аталары Зәбәҙәйҙе ялсылар менән кәмәлә ҡалдырып, Ғайсаға эйәрҙе.
21 Улар бергәләп Капирнаумға килде.
Шәмбе көнө еткәс, Ғайса синагогаға инеп, йыйылған халыҡты өйрәтә башланы.
22 Кешеләр уның өйрәтеүенә таң ҡала ине, сөнки ул ҡанун белгестәре кеүек түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек өйрәтте.
23 Ул ваҡытта синагогала шаҡшы рух эйәләшкән бер кеше бар ине. Ул ҡысҡырып:
24 «Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнеңде беләм. Һин — Алланың Изгеһе!» — тине.
25 Әммә Ғайса уға ҡаты итеп: «Шым! Сыҡ унан», — тип бойорҙо.
26 Шунда шаҡшы рух теге кешене тотош тартыштырҙы ла, көслө тауыш менән ҡысҡырып, унан сыҡты.
27 Бөтәһе лә таң ҡалып, үҙ-ара: «Нимә булды был? Ниндәйҙер яңы тәғлимәт! Ул хатта шаҡшы рухтарға бойора, ә тегеләре уға буйһона», — тип һөйләшә башланы.
28 Уның тураһында хәбәр тиҙ арала бөтә Ғәлиләйәгә таралды.
29 Синагоганан сыҡҡас, улар Яҡуп һәм Яхъя менән бергә Шимун менән Әндрәйҙең өйөнә китте.
30 Шимундың ҡәйнәһе тәне янып ауырып ята ине. Был хаҡта шунда уҡ Ғайсаға әйттеләр.
31 Ғайса уның янына килеп, ҡулынан тотоп торғоҙҙо. Ҡатындың тән яныуы бөттө, ул тороп ҡунаҡтарға ашарға әҙерләй башланы.
32 Кис етеп, ҡояш байығас, Ғайсаға ауырыуҙарҙы һәм ен эйәләшкән кешеләрҙе килтерә башланылар.
33 Ишек төбөнә бөтә ҡала халҡы йыйылды.
34 Ғайса күп кешеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан һауыҡтырҙы һәм күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙы. Ләкин ендәргә үҙе хаҡында һөйләргә рөхсәт итмәне, сөнки улар уның Мәсих икәнен белә ине*.
35 Иртән иртүк, әле яҡтырмаҫ борон, Ғайса торҙо ла аулаҡ урынға китеп, доға ҡыла башланы.
36 Ә Шимун һәм уның менән булған башҡа кешеләр уны бөтә ерҙә эҙләне.
37 Тапҡас: «Һине барыһы ла эҙләй», — тинеләр.
38 Әммә ул әйтте: «Әйҙәгеҙ, тағы берәй ергә — күрше ҡалаларға барайыҡ. Миңә унда ла вәғәзләргә кәрәк, сөнки мин тап шуның өсөн килдем».
39 Ул бөтә Ғәлиләйә буйлап синагогаларҙа* вәғәзләп һәм ендәрҙе ҡыуып сығарып йөрөнө.
40 Бер көндө Ғайса янына махау сирле бер кеше килде. Ул уның алдына тубыҡланды ла: «Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең», — тип ялбарҙы.
41 Ғайса, уны йәлләп, ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: «Теләйем, таҙарын», — тине.
42 Сирленең махауы шунда уҡ бөттө, ул таҙарынды.
43 Ул китмәҫ борон, Ғайса уны ныҡ итеп киҫәтеп, былай тине:
44 «Ҡара уны! Бер кемгә лә бер ни һөйләмә. Әммә барып, руханиға күрен дә үҙеңдең таҙарыныуың өсөн Муса ҡушҡан ҡорбанды килтер. Шунда руханиҙар һауыҡҡаныңды күрер».
45 Ләкин ул кеше, унан киткәс, үҙе менән булған хәл тураһында бөтә ерҙә һөйләй башланы. Шунлыҡтан Ғайса инде асыҡтан-асыҡ бер ҡалаға ла керә алманы, ә аулаҡ урындарҙа ҡалды. Әммә унда ла кешеләр уның янына төрлө яҡтарҙан ағылды.
Төшөрмәләр
^ Йәғни Алла рухы.
^ Йәки «уға хеҙмәт күрһәтте».
^ Матфай 4:18-гә килтерелгән төшөрмәне ҡ.
^ Йә, бәлки, «уның кем икәнен белә ине».