Марк яҙған 9:1—50
-
Ғайса ҡиәфәтенең үҙгәреүе (1—13)
-
Ғайса ен эйәләшкән малайҙы һауыҡтыра (14—29)
-
«Иманы булған кешенең бөтә нәмә ҡулынан килә» (23)
-
-
Ғайса үҙенең үлеме тураһында ҡабат алдан әйтә (30—32)
-
Шәкерттәр, арабыҙҙа кем иң бөйөгө, тип бәхәсләшә (33—37)
-
«Кем беҙгә ҡаршы түгел, шул беҙҙең яҡлы» (38—41)
-
Гонаһҡа тартыусы нәмәләр (42—48)
-
«Һеҙҙә тоҙ булһын» (49, 50)
9 Шунан һуң Ғайса уларға былай тине: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында торғандарҙың ҡайһы берҙәре Алла Батшалығының ҙур ҡөҙрәт менән килгәнен күрмәйенсә үлмәйәсәк».
2 Алты көндән һуң Ғайса үҙе менән Петерҙе, Яҡупты һәм Яхъяны алып, бейек тауға менде. Унда улар үҙҙәре генә ине. Шул саҡ уларҙың күҙ алдында Ғайсаның ҡиәфәте үҙгәрҙе:
3 уның кейеме күҙ сағылдырырлыҡ ап-аҡ төҫкә инде. Ер йөҙөндә бер кем дә уны шул тиклем ныҡ ағарта алмаҫ ине.
4 Шулай уҡ улар алдында Ильяс менән Муса пәйҙә булып, Ғайса менән һөйләшә башланы.
5 Шунда Петер Ғайсаға: «Остаз*, беҙгә бында шундай рәхәт! Әйҙә, беҙ өс ҡыуыш ҡорабыҙ: береһен — һиңә, береһен — Мусаға, береһен — Ильясҡа», — тине.
6 (Ысынында Петер ҡаушап ҡалғайны, сөнки улар ныҡ ҡурҡҡайны.)
7 Шул саҡ бер болот килеп сығып, уларҙы ҡаплап алды, ә болот эсенән: «Был минең яратҡан Улым. Уны тыңлағыҙ», — тигән тауыш ишетелде.
8 Шәкерттәр ҡапыл ян-яғына ҡаранды, әммә эргәләрендә Ғайсанан башҡа бер кемде лә күрмәне.
9 Тауҙан төшөп килгәндә Ғайса уларға күргәндәре тураһында, Әҙәм Улы үленән терелеп торғансы, бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты.
10 Улар уның һүҙҙәрен иҫтәрендә ҡалдырҙы*, әммә үҙ-ара, уның үленән терелеп тороуы нимә аңлата икән, тип һөйләште.
11 «Ниңә ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр?» — тип һораны улар Ғайсанан.
12 Ғайса яуап бирҙе: «Эйе, тәүҙә Ильяс килеп, барыһын да тергеҙергә тейеш. Әммә ни өсөн, улайһа, Әҙәм Улы тураһында күп ғазап һәм хурлыҡ кисерергә тейеш тип яҙылған?
13 Һеҙгә шуны әйтәм: Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, Ильяс килде инде һәм уның менән нимә теләһәләр, шуны эшләнеләр».
14 Бүтән шәкерттәр янына әйләнеп килгәс, улар шәкерттәр тирәләй күп халыҡ йыйылғанын һәм ҡанун белгестәренең улар менән бәхәсләшеп торғанын күрҙе.
15 Ғайсаны күреү менән, кешеләр бик ныҡ ғәжәпләнде. Улар йүгереп килеп, уны сәләмләне.
16 «Нимә тураһында бәхәсләшәһегеҙ?» — тип һораны Ғайса уларҙан.
17 Халыҡ араһынан берәү былай тине: «Остаз, мин һиңә улымды алып килгәйнем, сөнки уға телһеҙлек рухы эйәләшкән.
18 Ул уны, ҡайҙа эләктереп алһа, шунда ергә атып бәрә. Малай ауыҙынан күбек сығарып, тештәрен шығырлата һәм хәлһеҙ ҡала. Мин шәкерттәреңдән рухты ҡыуып сығарыуҙарын һорағайным, ләкин улар булдыра алманы».
19 Ғайса халыҡҡа: «Эй, иманһыҙ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға? Һеҙҙе тағы күпме түҙергә? Уны миңә килтерегеҙ», — тине.
20 Улар малайҙы Ғайсаға килтерҙе. Рух, Ғайсаны күреү менән, баланың тәнен тартыштырҙы. Бала йығылып, ауыҙынан күбек ағыҙа-ағыҙа ерҙә тәгәрәп йөрөнө.
21 Ғайса малайҙың атаһынан: «Ҡасандан бирле ул шундай хәлдә?» — тип һораны. «Бала сағынан уҡ, — тип яуап бирҙе атаһы. —
22 Рух уны, үлтерер өсөн, йыш ҡына бер утҡа, бер һыуға ташлай. Берәй нәмә эшләй алһаң, ҡыҙған беҙҙе, ярҙам ит!»
23 Ғайса уға: «„Эшләй алһаң“ тиһеңме? Иманы булған кешенең бөтә нәмә ҡулынан килә», — тине.
24 Малайҙың атаһы шунда уҡ: «Иман итәм! Иманымды нығытырға ярҙам ит!» — тип ҡысҡырып ебәрҙе.
25 Ғайса кешеләрҙең үҙҙәренә табан йүгерешеп килгәнен күреп, шаҡшы рухҡа: «Телһеҙлек һәм һаңғыраулыҡ рухы, һиңә бойорам: унан сыҡ һәм бүтән кермә», — тине.
26 Тегеһе ҡысҡырып ебәрҙе лә, баланың тәнен ныҡ тартыштырып, унан сыҡты. Малай үлгән кеүек ята ине, шуға күптәр: «Ул үлде», — тиеште.
27 Ләкин Ғайса уны ҡулынан тотоп торғоҙҙо.
28 Ғайса йортҡа инеп, шәкерттәре менән генә ҡалғас, улар: «Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ ул?» — тип һораны.
29 «Ундай рухтарҙы доға менән генә ҡыуып сығарып була», — тине Ғайса.
30 Ул ерҙән киткәс, улар Ғәлиләйә аша үтте. Әммә Ғайса был хаҡта бер кемдең дә белеүен теләмәне,
31 сөнки шәкерттәрен өйрәтә ине. Ул уларға: «Әҙәм Улына хыянат итерҙәр һәм уны дошмандар ҡулына тапшырырҙар. Улар уны үлтерер, ләкин өс көндән һуң ул терелеп торор», — тип һөйләне.
32 Әммә шәкерттәр уның һүҙҙәрен аңламаны, ә һорарға ҡурҡты.
33 Улар Капирнаумға килде. Өйҙә саҡта Ғайса шәкерттәренән:«Юлда нимә тураһында бәхәсләштегеҙ?» — тип һораны.
34 Шәкерттәре өндәшмәне, сөнки юлда, арабыҙҙа кем иң бөйөгө, тип бәхәсләшкән инеләр.
35 Шунда Ғайса ултырҙы ла 12 шәкертен саҡырып алып: «Кем беренсе булырға теләй, шул иң һуңғыһы булһын һәм барыһына ла хеҙмәтсе булһын», — тине.
36 Шунан урталарына бер баланы баҫтырҙы ла, уны ҡосаҡлап, былай тине:
37 «Кем ошондай баланы минең хаҡҡа* ҡабул итә, шул мине лә ҡабул итә. Ә кем мине ҡабул итә, шул мине генә түгел, мине Ебәреүсене лә ҡабул итә».
38 «Остаз, — тине Яхъя, — бер кешенең һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙ уны туҡтатырға маташтыҡ, сөнки ул беҙҙең менән йөрөмәй».
39 Ғайса әйтте: «Ҡамасауламағыҙ уға, сөнки минең исемем менән мөғжизә ҡылған кеше шунда уҡ мине яманларға тотонмаҫ.
40 Кем беҙгә ҡаршы түгел, шул беҙҙең яҡлы.
41 Кем һеҙгә Мәсихтеке булғанығыҙ өсөн бер каса һыу бирһә, хаҡ һүҙ әйтәм: шул кеше, һис шикһеҙ, бүләген аласаҡ.
42 Ә кем миңә ышанған ошо ябай кешеләрҙең* береһен имандан яҙҙырһа*, шул кешене муйынына ҙур тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.
43 Әгәр ҡулың һине гонаһҡа тартһа, уны сабып ырғыт. Ике ҡулың менән Гәһәннәгә* — һүнмәҫ утҡа барыуға ҡарағанда, бер ҡулһыҙ ҡалып, тормошҡа өлгәшеүең хәйерлерәк.
44 ——*
45 Әгәр аяғың һине гонаһҡа тартһа, уны сабып ырғыт. Ике аяғың менән Гәһәннәгә ырғытылыуға ҡарағанда, бер аяҡһыҙ ҡалып, тормошҡа өлгәшеүең хәйерлерәк.
46 ——*
47 Әгәр күҙең һине гонаһҡа тартһа, уны умырып алып ташла. Ике күҙең менән Гәһәннәгә ырғытылыуға ҡарағанда, бер күҙһеҙ ҡалып, Алла Батшалығына инеүең хәйерлерәк.
48 Гәһәннәлә бит ҡорттар ҙа үлмәй, ялҡын да һүнмәй.
49 Сөнки һәр кем ут менән тоҙланырға тейеш.
50 Тоҙ — яҡшы нәмә, әммә тоҙ үҙ тәмен юғалтһа, уны нисек ҡабат тоҙло итергә? Һеҙҙә тоҙ булһын, һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ».
Төшөрмәләр
^ Һүҙмә-һүҙ «рабби».
^ Йә, бәлки, «быны сер итеп һаҡлап ҡалды».
^ Һүҙмә-һүҙ «минең исемем хаҡына».
^ Һүҙмә-һүҙ «ошо кеселәрҙең».
^ Һүҙмә-һүҙ «абындырһа».
^ Был аят, Изге Яҙма китабының ҡайһы бер тәржемәләрендә булһа ла, төрлө әһәмиәтле боронғо грек ҡулъяҙмаларында осрамай.
^ Был аят, Изге Яҙма китабының ҡайһы бер тәржемәләрендә булһа ла, төрлө әһәмиәтле боронғо грек ҡулъяҙмаларында осрамай.