Матфай яҙған 22:1—46
22 Ғайса уларға тағы бер ғибрәтле хикәйә һөйләне:
2 «Күктәр Батшалығы үҙенең улына туй мәжлесе ойошторған батшаға оҡшаш.
3 Ул үҙенең хеҙмәтселәрен ебәреп, туй мәжлесенә килергә тейеш кешеләрҙе саҡырған, әммә тегеләре килергә теләмәгән.
4 Ул бүтән хеҙмәтселәрен ебәреп, уларға былай тигән: „Саҡырылғандарға әйтегеҙ: „Мин табын әҙерләнем, үгеҙҙәрем һәм һимертелгән башҡа мал инде һуйылған, барыһы ла әҙер. Туй мәжлесенә килегеҙ“.
5 Ләкин тегеләр, саҡырыуҙы һанға һуҡмайынса, берәүҙәр — үҙенең баҫыуына, икенселәр сауҙа эштәре менән сығып киткән,
6 ә башҡалары уның хеҙмәтселәрен тотоп алып туҡмаған, шунан үлтергән.
7 Батша, ярһып, үҙенең ғәскәрҙәрен ебәргән. Улар теге кеше үлтереүселәрҙе юҡ иткән, ә уларҙың ҡалаһын яндырған.
8 Шунан батша хеҙмәтселәренә былай тигән: „Туй мәжлесе өсөн барыһы ла әҙер, ләкин саҡырылғандар лайыҡ булмай сыҡты.
9 Шуға күрә оло юлдарға сығып, осраған һәр кешене туй мәжлесенә саҡырығыҙ“.
10 Хеҙмәтселәр юлдарға сығып, осраған бөтә кешене — яманын да, яҡшыһын да алып килгән. Туй үткән урын ҡунаҡтар менән тулған.
11 Батша, ҡунаҡтарҙы күрергә тип ингәс, улар араһында туй кейеме кеймәгән бер кешене күреп ҡалған.
12 Батша унан: „Һин туй кейеме кеймәйенсә бында нисек керҙең?“ — тип һораған. Тегеһе өндәшмәгән.
13 Шунда батша хеҙмәтселәренә: „Уның аяҡ-ҡулын бәйләп, ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ. Унда ул үкереп илар һәм тештәрен шығырлатыр“, — тигән.
14 Сөнки саҡырылғандар күп, ә һайлап алынғандар аҙ».
15 Шунан һуң фарисейҙар китеп, Ғайсаның һүҙҙәренә бәйләнер өсөн сәбәп табырға килеште.
16 Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Һируд батша яҡлы кешеләр менән бергә Ғайсаға былай тип әйтергә ебәрҙе: «Остаз, беҙ һинең һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйләгәнеңде, Алла юлына хәҡиҡәт буйынса өйрәткәнеңде һәм бер кемгә лә ярарға тырышмағаныңды беләбеҙ, сөнки һин кешенең тотҡан дәрәжәһенә ҡарамайһың.
17 Әйтсе беҙгә, һин нисек уйлайһың, ҡайсарға* һалым* түләү дөрөҫмө, юҡмы?»
18 Ләкин Ғайса, уларҙың яуыз ниәттәрен белеп, уларға: «Нишләп мине һынайһығыҙ, ике йөҙлөләр? — тине. —
19 Миңә һалым түләй торған тәңкәне күрһәтегеҙ». Уға динар* килтереп бирҙеләр.
20 «Бында кемдең һүрәте һәм исеме?» — тип һораны Ғайса.
21 «Ҡайсарҙыҡы», — тине улар. Шунда ул: «Шулай булғас, ҡайсарҙыҡын — ҡайсарға, Алланыҡын Аллаға бирегеҙ», — тине.
22 Быны ишеткәс, улар хайран ҡалды һәм Ғайсаны ҡалдырып китеп барҙы.
23 Шул көндө уның янына терелеүгә ышанмаған саддукейҙар килеп, былай тип һораны:
24 «Остаз, Муса әйткән: „Әгәр ҙә балаһы булмаған ир үлеп китһә, уның ир туғаны тол ҡалған ҡатынына өйләнеп, үлгән туғанының нәҫелен дауам итергә тейеш“.
25 Ағалы-ҡустылы ете бер туған булған. Беренсеһе өйләнгән, әммә балаһы булмайынса үлеп киткән. Уның ҡатынына ҡустыһы өйләнгән.
26 Икенсеһе менән дә, өсөнсөһө менән дә, хатта етенсеһенә тиклем шундай уҡ хәл ҡабатланған.
27 Ахыр сиктә теге ҡатын да үлеп киткән.
28 Ул, терелеп торғас, кемдең ҡатыны буласаҡ? Етеһе лә уға өйләнгән булған бит».
29 Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: «Һеҙ яңылышаһығыҙ, сөнки Яҙмаларҙы ла, Алла ҡөҙрәтенең ни тиклем ҙур икәнен дә белмәйһегеҙ.
30 Терелгәс, кешеләр өйләнмәҫ тә, кейәүгә лә сыҡмаҫ. Улар күктәге фәрештәләр һымаҡ булыр.
31 Ә үлгәндәрҙең терелеүенә килгәндә, Алланың һеҙгә:
32 „Мин Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһы“, — тигәнен уҡыманығыҙмы ни? Ул үлеләрҙең Аллаһы түгел, ә тереләрҙең Аллаһы».
33 Быны ишетеп, халыҡ уның өйрәтеүенә таң ҡалды.
34 Фарисейҙар Ғайсаның саддукейҙарҙың ауыҙын япҡанын ишеткәс, барыһы бергә йыйылып уның янына килде.
35 Улар араһынан Ҡанунды яҡшы белгән берәү, Ғайсаны һынарға теләп:
36 «Остаз, Ҡанунда ҡайһы әмер иң мөһиме?» — тип һораны.
37 «„Йәһүә Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең* һәм бөтә аҡылың менән ярат“, — тине Ғайса. —
38 Был беренсе һәм иң мөһим әмер.
39 Икенсеһе беренсеһенә оҡшаш: „Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат“.
40 Бөтә Ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр китаптары ошо ике әмергә нигеҙләнгән».
41 Фарисейҙар бергә йыйылып торғанда, Ғайса уларҙан:
42 «Мәсих тураһында нимә уйлайһығыҙ? Ул кемдең улы?» — тип һораны. «Дауыттың улы», — тип яуапланы улар.
43 Шунда Ғайса уларҙан һораны: «Ни өсөн, улайһа, Дауыт изге рух тәьҫире аҫтында уны Хужам тип атап, былай ти:
44 „Йәһүә Хужама әйтте: „Дошмандарыңды аяғың аҫтына һалғанға тиклем, минең уң яғымда ултыр“?
45 Шулай итеп, Дауыт уны Хужам тип атай икән, нисек инде ул Дауыттың улы була алһын?»
46 Әммә бер кем дә уға бер ни тип тә яуап бирә алманы. Шул көндән алып берәү ҙә уға һорауҙар бирергә баҙнат итмәне.
Төшөрмәләр
^ Йәғни цезарға.
^ Йәки «йән башынан йыйыла торған һалым».
^ Динар — 3,85 грамлыҡ Рим көмөш тәңкәһе.