Матфай яҙған 27:1—66
27 Иртән бөтә өлкән руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары Ғайсаны үлтереү хаҡында кәңәшләште.
2 Ҡулдарын бәйләгәс, улар уны идарасы Пилатҡа алып барып тапшырҙы.
3 Ғайсаның үлемгә хөкөм ителгәне тураһында белеп ҡалғас, уға хыянат иткән Йәһүҙә, үкенеп, 30 көмөш тәңкәне өлкән руханиҙарға һәм аҡһаҡалдарға ҡайтарҙы ла:
4 «Ғәйепһеҙ кешене* һатып, гонаһ ҡылдым», — тине. «Беҙгә ни? Үҙең ҡара», — тине улар.
5 Йәһүҙә көмөш тәңкәләрҙе ғибәҙәтханала атып бәрҙе лә сығып китте, шунан барып аҫылынды.
6 Тәңкәләрҙе йыйып алып, өлкән руханиҙар: «Был аҡсаларҙы изге хазина һаҡлағысҡа һалырға ярамай, сөнки улар ҡан өсөн түләнгән хаҡ», — тине.
7 Кәңәшләшеп алғас, улар шул аҡсаларға сит кешеләрҙе ерләү өсөн көршәксе яланын һатып алды.
8 Шуға күрә ул яланды Ҡан яланы тип атай башланылар, һәм уны әлеге көнгә тиклем шулай атайҙар.
9 Шулай итеп Йәрәмиә пәйғәмбәр аша әйтелгән бындай һүҙҙәр үтәлде: «Улар 30 көмөш тәңкәне — исраилдар был кеше өсөн билдәләгән хаҡты алды ла,
10 Йәһүә миңә ҡушҡанса, уларҙы көршәксе яланы өсөн бирҙе».
11 Ғайсаны Пилат ҡаршыһына баҫтырҙылар. «Һин йәһүдтәр батшаһымы?» — тип һораны унан идарасы. Ғайса: «Һин быны үҙең әйтеп тораһың», — тине.
12 Әммә өлкән руханиҙар менән аҡһаҡалдар уны ғәйепләгән саҡта, Ғайса уларға бер ни өндәшмәне.
13 Шунда Пилат: «Һиңә шул тиклем күп ғәйепләү яуҙыралар, әллә ишетмәйһеңме?» — тип һораны.
14 Ләкин Ғайса бер һүҙ ҙә әйтмәне. Быға идарасы бик ныҡ аптыраны.
15 Идарасының байрам уңайынан халыҡ һораған бер тотҡондо азат итеү йолаһы бар ине.
16 Тап шул ваҡытта тотҡонда яманаты сыҡҡан Бараб исемле бер енәйәтсе ултыра ине.
17 Шуға күрә Пилат йыйылып торған халыҡтан: «Һеҙгә кемде азат итәйем: Барабтымы, әллә Мәсих тип аталған Ғайсанымы?» — тип һораны.
18 Сөнки ул Ғайсаны көнсөллөктән тотоп биргәндәрен белә ине.
19 Өҫтәүенә, ул хөкөм итеү урынында ултырғанда, ҡатыны уға: «Был тәҡүә кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә, сөнки бөгөн төшөмдә уның арҡаһында бик ныҡ ғазапландым», — тигән хәбәр ебәрҙе.
20 Әммә өлкән руханиҙар һәм аҡһаҡалдар халыҡты Барабтың иреккә сығарылыуын, ә Ғайсаның үлтерелеүен һорарға күндерҙе.
21 Идарасы: «Был икәүҙең ҡайһыһын иреккә сығарайым?» — тип йәнә һораны. «Барабты», — тине тегеләр.
22 «Ә Мәсих тип аталған Ғайсаны нимә эшләтәйем?» — тип һораны Пилат. Барыһы ла: «Уны бағанаға ҡаҙаҡла!» — тип ҡысҡырҙы.
23 «Нимә өсөн? Ул ниндәй яуызлыҡ ҡылды?» — тине Пилат. Әммә халыҡ: «Уны бағанаға ҡаҙаҡла!» — тип тағы ла нығыраҡ ҡысҡырырға тотондо.
24 Бер нәмә лә ярҙам итмәгәнен, ә киреһенсә, ғауғаның көсәйә генә барғанын күреп, Пилат һыу алды ла халыҡ алдында ҡулын йыуып: «Был кешенең үлемендә* минең ғәйебем юҡ. Быға һеҙ яуаплы», — тине.
25 «Уның ҡаны беҙҙең һәм балаларыбыҙҙың өҫтөндә булһын», — тип яуапланы бөтәһе лә.
26 Шунда Пилат Барабты азат итте, ә Ғайсаны ҡамсыларға, шунан бағанаға ҡаҙаҡлап үлтерергә ҡушты.
27 Ғәскәриҙәр Ғайсаны идарасы һарайына алып китте һәм уның янына бөтә ғәскәри төркөмдө йыйҙы.
28 Улар Ғайсаның кейемен сисеп, уға сөм ҡыҙыл төҫтәге ябынса* кейҙерҙе,
29 сәнскәк үҫемлектәрҙән таж үреп, башына һалды, уң ҡулына таяҡ тотторҙо. Уның алдына тубыҡланып: «Йәшәһен йәһүдтәр батшаһы!» — тип мыҫҡыллап көлдө.
30 Улар уға төкөрҙөләр һәм ҡулындағы таяҡты алып, башына һуғырға тотондолар.
31 Уны шулай мыҫҡыллағандан һуң, улар ябынсаны сисеп, уға үҙенең кейемен кейҙерҙеләр ҙә бағанаға ҡаҙаҡларға тип алып киттеләр.
32 Ҡаланан сығып барғанда, улар Кириниҙан Шимун исемле бер кешене осратты һәм уны Ғайсаның яфаланыу бағанаһын* күтәреп барырға мәжбүр итте.
33 Голго́фа («баш һөйәге» тигәнде аңлата) тип аталған урынға барып еткәс,
34 улар Ғайсаға эсергә әсе нәмә буталған шарап бирҙе, ләкин ул, тәмләп ҡарағас, эсмәҫкә булды.
35 Улар Ғайсаны бағанаға ҡаҙаҡланы, ә шунан йәрәбә һалып, уның өҫ кейемен үҙ-ара бүлешеп алды ла
36 уны ҡарауылларға ултырҙы.
37 Уның баш осона ғәйебен күрһәткән «Был — йәһүдтәр батшаһы Ғайса» тигән яҙыу ҡағып ҡуйҙылар.
38 Ғайса янында ике енәйәтсе бағанаға ҡаҙаҡлап ҡуйылған ине: береһе — уң яғында, икенсеһе — һул яғында.
39 Үтеп барыусы кешеләр, баштарын сайҡай-сайҡай, Ғайсаны былай тип яманлай ине:
40 «Эй һин, ғибәҙәтхананы емереп, уны өс көндә төҙөргә йыйыныусы, үҙ-үҙеңде ҡотҡар! Әгәр Алла улы булһаң, төш бағананан!»
41 Шулай уҡ өлкән руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар былай тиеп унан мыҫҡыллап көлә ине:
42 «Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә үҙен ҡотҡара алмай! Үҙе, имеш, Исраил батшаһы! Хәҙер үк бағананан төшһөн, шунда беҙ уға ышанырбыҙ.
43 Ул Аллаға таянды, әгәр Алла уға ярҙам итергә теләһә, ҡотҡарһын уны хәҙер! Ул бит үҙен „Алла Улы“ тип атаны».
44 Уның янында бағаналарға ҡаҙаҡланған енәйәтселәр ҙә уны шулай яманлай ине.
45 Көн уртаһындараҡ* бөтә шул ерҙе ҡараңғылыҡ баҫты һәм көндөҙгө өскә тиклем* дауам итте.
46 Сәғәт өстәр тирәһендә Ғайса: «Эли́, Эли́, лама́ сабахтани́?» — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был һүҙҙәр «Аллам, Аллам, нишләп мине ҡалдырҙың?» тигәнде аңлата.
47 Быны ишеткәс, шунда торғандарҙың ҡайһы берҙәре: «Ильясты саҡыра», — тиеште.
48 Уларҙың береһе йүгереп барып, губка алды ла уны әсе шарапҡа манды һәм таяҡҡа эләктереп, уға эсергә бирҙе.
49 Ләкин башҡалар: «Туҡта әле! Ҡарайыҡ, Ильяс уны ҡотҡарырға килерме икән», — тине.
50 Ғайса тағы бер тапҡыр ҡысҡырып ебәрҙе лә үлде*.
51 Шул мәлдә ғибәҙәтханалағы шаршау өҫтән аҫҡа тиклем урталай йыртылып китте, ер тетрәне һәм ҡаялар ярылды.
52 Ҡәберҙәр асылып китте, һәм үлгән* күп изгеләрҙең мәйеттәре тышҡа атылып килеп сыҡты*.
53 Уларҙы күп кешеләр күрҙе. (Ғайса терелгәндән һуң, шул ҡәберҙәр янында булған кешеләр изге ҡалаға керҙе.)
54 Йөҙ башы һәм уның менән бергә Ғайсаны ҡарауыллаған бүтән кешеләр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күргәс, ҡоттары осоп: «Ул ысынлап та Алла Улы булған икән», — тиештеләр.
55 Быны йыраҡтан ғына күп ҡатындар күҙәтеп торҙо. Улар Ғайсаға Ғәлиләйәнән алып эйәреп, уға хеҙмәт күрһәтеп йөрөгәйне.
56 Улар араһында Мағдалалы Мәрйәм, шулай уҡ Яҡуп менән Йосоптоң әсәһе Мәрйәм һәм Зәбәҙәй улдарының әсәһе бар ине.
57 Кискә табан Ариматайҙан Йософ исемле бер бай кеше килде. Ул да Ғайсаның шәкерте ине.
58 Ул Пилатҡа барып, Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. Пилат уның кәүҙәһен бирергә ҡушты.
59 Йософ кәүҙәне алып, уны иң сифатлы таҙа етен туҡымаға ураны ла
60 ҡаяла уйып яһалған яңы ҡәберенә һалды. Шунан ҙур таш тәгәрәтеп килтереп, ҡәбер ауыҙына терәп китте.
61 Ә Мағдалалы Мәрйәм һәм икенсе Мәрйәм ҡәбер ҡаршыһында ултырып ҡалды.
62 Шәмбегә әҙерләнеү көнөнөң* иртәгәһенә өлкән руханиҙар менән фарисейҙар Пилат янына йыйылып,
63 былай тинеләр: «Әфәнде, теге алдаҡсының әле иҫән сағында: „Өс көндән терелеп торам“, — тип әйткән һүҙҙәре иҫебеҙгә төштө.
64 Шуға күрә ҡәберҙе өсөнсө көнгә тиклем һаҡларға ҡуш, юғиһә шәкерттәре килеп, кәүҙәһен урлап китер ҙә халыҡҡа: „Ул үленән терелде“, — тип әйтер. Был һуңғы ялған беренсеһенән дә яманыраҡ булыр».
65 Пилат уларға: «Бына һеҙгә һаҡсылар. Барып, ҡәберҙе үҙегеҙ белгәнсә һаҡлағыҙ», — тине.
66 Улар ҡәбер янына барып, ауыҙына терәтеп ҡуйылған ташҡа мисәт баҫтылар һәм һаҡсылар ҡуйҙылар.
Төшөрмәләр
^ Һүҙмә-һүҙ «ғәйепһеҙ ҡанды».
^ Һүҙмә-һүҙ «ҡанында».
^ Йәғни накидка.
^ Һүҙмә-һүҙ «алтынсы сәғәттә (ҡояш сыҡҡандан алып)».
^ Һүҙмә-һүҙ «туғыҙынсы сәғәткә тиклем (ҡояш сыҡҡандан алып)».
^ Һүҙмә-һүҙ «рухын бирҙе».
^ Йәки «үлем йоҡоһо менән йоҡлап киткән».
^ Һүҙмә-һүҙ «күтәрелде».