Матфай яҙған 3:1—17
3 Шул көндәрҙә Йәһүҙиә сүленә Сумдырыусы Яхъя килеп, былай тип вәғәзләй башланы:
2 «Тәүбәгә килегеҙ, сөнки күктәр Батшалығы яҡынлашты!».
3 Уның хаҡында Ишағыя пәйғәмбәр аша: «Сүлдә ҡысҡырған тауыш яңғырай: „Йәһүәгә юл әҙерләгеҙ! Уның өсөн юлдарҙы тигеҙләгеҙ!“» — тип әйтелгән булған.
4 Яхъя дөйә йөнөнән туҡылған кейем кейеп, биленә күн ҡайыш быуып йөрөнө. Ашаған ризығы ҡара сиңерткә һәм солоҡ балы ине.
5 Уның янына кешеләр Йәрүсәлимдән, бөтә Йәһүҙиәнән һәм Иордандың бөтә тирә-яғынан киләләр ине.
6 Улар барыһы алдында үҙ гонаһтарын таный ине, һәм Яхъя уларҙы Иордан йылғаһында һыуға сумдыра ине.
7 Һыуға сумдырылыу урынына күп фарисейҙар* һәм саддукейҙар* килә ятҡанын күреп, Яхъя уларға былай тине: «Ҡара йылан тоҡомо, кем һеҙгә язанан ҡаса алаһығыҙ тип әйтте?
8 Тәүбә итеүегеҙҙе эштәр менән иҫбатлағыҙ*.
9 „Беҙҙең атабыҙ — Ибраһим“, — тип уйламағыҙ ҙа. Һеҙгә әйтәм: Алла Ибраһимға ошо таштарҙан балалар булдыра ала.
10 Балта инде ағас төптәрендә ята. Яҡшы емеш бирмәгән ағасты ҡырҡып, утҡа ташларҙар.
11 Мин һеҙҙе тәүбә иткәнегеҙ өсөн һыуға сумдырам, әммә артымдан минән көслөрәк берәү килә, мин хатта уның сандалыйын сисергә лә лайыҡ түгел. Ул һеҙҙе изге рухҡа һәм утҡа сумдырыр.
12 Уның ҡулында елгәргес көрәк. Ул үҙенең ырҙынын* таҙартыр һәм бойҙайҙы йыйып, келәткә һалыр, ә кәбәкте* һүнмәҫ утта яндырыр».
13 Ғәлиләйәнән Иордан йылғаһына Яхъя янына, һыуға сумдырылырға тип, Ғайса килде.
14 Әммә Яхъя: «Ни өсөн һин миңә килдең? Мин һине түгел, ә һин мине һыуға сумдырырға тейешһең», — тип уны туҡтатырға тырышты.
15 Ғайса: «Тотҡарлама мине, сөнки шулай итеп беҙ Алла ҡушҡандың барыһын үтәрбеҙ*», — тип яуапланы. Яхъя ризалашты.
16 Һыуға сумдырылғас, Ғайса шунда уҡ һыуҙан сыҡты. Шул саҡ күктәр асылып китте, һәм Яхъя Алла рухының күгәрсен рәүешендә Ғайсаға төшкәнен күрҙе.
17 Күктән шулай уҡ: «Был минең яратҡан Улым, мин уны хуплайым», — тигән тауыш ишетелде.
Төшөрмәләр
^ Һүҙмә-һүҙ «тәүбәгә тура килгән емештәр килтерегеҙ».
^ Йәки «тәҡүә булғандың барыһын үтәрбеҙ».