Яхъя. Йөкмәтке 1:1—51

  • «Һүҙ кеше булды» (1—18)

  • Сумдырыусы Яхъя биргән шаһитлыҡ (19—28)

  • Ғайса — Алла Бәрәсе (29—34)

  • Ғайсаның беренсе шәкерттәре (35—42)

  • Филип һәм Натанаил (43—51)

1  Башта Һүҙ булған, Һүҙ Алла менән булған, һәм Һүҙ Аллаға оҡшаш булған*. 2  Ул башта Алла менән булған. 3  Бөтә нәмә уның аша яратылған, һәм унһыҙ бер нәмә лә яратылмаған. 4  Уның аша тормош булдырылған, һәм тормош* кешеләр өсөн яҡтылыҡ булған. 5  Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡта балҡый, әммә ҡараңғылыҡ уны еңә алманы. 6  Алла ебәргән кеше килде, уның исеме Яхъя ине. 7  Ул, үҙе аша төрлө кеше иманға эйә булһын өсөн, шаһит булараҡ, яҡтылыҡ тураһында шаһитлыҡ бирергә килде. 8  Ул үҙе шул яҡтылыҡ түгел ине, ләкин яҡтылыҡ тураһында шаһитлыҡ бирергә тейеш ине. 9  Һәр төрлө кешегә яҡтылыҡ биреүсе ысын яҡтылыҡ оҙаҡламай донъяға килергә тейеш ине. 10  Ул донъяла булды, әммә уның аша яратылған донъя уны таныманы. 11  Ул үҙенекеләренә килде, ләкин улар уны ҡабул итмәне. 12  Ә үҙен ҡабул иткәндәргә ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе, сөнки улар уға* ышана ине. 13  Улар ҡандан да, тән теләгенән дә, кеше ихтыяры буйынса ла түгел, ә Алла ихтыяры буйынса тыуҙылар. 14  Һүҙ кеше булды һәм беҙҙең арала йәшәне. Беҙ уның данын — берҙән-бер улының атаһынан алған данын күрҙек. Ул гел хәҡиҡәткә өйрәтте, һәм Алла уны һәр ваҡыт хуп күрҙе*. 15  (Яхъя уның тураһында шаһитлыҡ биреп: «„Артымдан килеүсе минән алға сыҡты, сөнки ул миңә тиклем үк булған“ тигән кешем ошо», — тип ҡысҡырып иғлан итеп йөрөнө.) 16  Ул сикһеҙ игелек менән тулы булғанға, беҙ һәр саҡ үҙебеҙҙә уның сикһеҙ игелеген тойҙоҡ. 17  Ҡанун Муса аша бирелгән булһа, сикһеҙ игелек менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде. 18  Бер кеше лә бер ҡасан да Алланы күрмәгән. Уның тураһында беҙгә Атаһының янында* булған, уға оҡшаш берҙән-бер Улы һөйләп бирҙе. 19  Бына Яхъяның шаһитлығы. Йәһүдтәр Йәрүсәлимдән руханиҙар менән либәйҙәрҙе ебәреп, унан: «Һин кем?» — тип һорағас, 20  ул яуап биреүҙән ҡасманы һәм туранан-тура: «Мин Мәсих түгел», — тине. 21  «Кем һуң һин? Ильясмы?» — тип һораны улар. Ул: «Юҡ», — тип яуап бирҙе. «Бәлки, килергә тейешле пәйғәмбәрҙер?» — тип һораны улар. Ул йәнә: «Юҡ», — тип яуапланы. 22  Улар унан: «Кем һуң һин? Әйт беҙгә, сөнки беҙҙе ебәргән кешеләргә һинең яуабыңды еткерергә кәрәк. Үҙең тураһында ни тиерһең?» — тип һораны. 23  «Мин, Ишағыя пәйғәмбәр әйткәнсә, „Йәһүәнең юлдарын тигеҙләгеҙ!“ — тип сүлдә ҡысҡырған тауыш», — тип яуап бирҙе ул. 24  Ә ул кешеләрҙе фарисейҙар* ебәргән ине. 25  Улар унан: «Әгәр һин Мәсих тә, Ильяс та, килергә тейешле пәйғәмбәр ҙә түгел икән, ни өсөн һуң, улайһа, һин кешеләрҙе һыуға сумдыраһың?» — тип һоранылар. 26  Яхъя уларға былай тип яуап бирҙе: «Мин кешеләрҙе һыуға сумдырам, ләкин арағыҙҙа һеҙ белмәгән берәү бар. 27  Ул минең артымдан килә, мин уның сандалыйының ҡайыштарын сисергә лә лайыҡ түгелмен». 28  Был хәлдәр Яхъя һыуға сумдырған ерҙә, Иордан аръяғындағы Бәйтәниҙә булды. 29  Икенсе көндө ул, үҙенә килә ятҡан Ғайсаны күреп: «Бына донъяның гонаһын юҡ итеүсе Алла Бәрәсе! — тине. — 30  „Артымдан килеүсе минән алға сыҡты, сөнки ул миңә тиклем үк булған“ тип мин уның тураһында әйткәйнем. 31  Мин уны белмәй инем, ләкин, уның тураһында Исраилға билдәле булһын өсөн, кешеләрҙе һыуға сумдырырға килдем». 32  Яхъя шулай уҡ былай тип һөйләне*: «Мин күктән күгәрсен рәүешендә изге рух төшөп, уның өҫтөндә ҡалыуын күрҙем. 33  Мин уны белмәй инем, ләкин мине кешеләрҙе һыуға сумдырырға Ебәреүсе миңә: „Кемдең өҫтөнә изге рух төшөп, уның өҫтөндә ҡалғанын күрһәң, шул изге рухҡа сумдырыусы“,— тигәйне. 34  Мин быны күрҙем һәм, ул — Алла Улы, тип шаһитлыҡ бирәм». 35  Киләһе көндө Яхъя, үҙенең ике шәкерте менән тағы шул урында торғанда, 36  үтеп барған Ғайсаны күреп: «Бына Алла Бәрәсе!» — тине. 37  Быны ишеткәс, шул ике шәкерт Ғайса артынан китте. 38  Ғайса боролоп, уларҙың эйәреп килгәнен күрҙе лә: «Һеҙ нимә эҙләп йөрөйһөгөҙ?» — тине. Улар унан: «Рабби, һин ҡайҙа туҡталдың?» — тип һораны. (Рабби «остаз» тигәнде аңлата.) 39  Ул: «Әйҙәгеҙ минең менән, үҙегеҙ күрерһегеҙ», — тип яуапланы. Сәғәт көндөҙгө дүрттәр тирәһе ине*. Улар барып, уның ҡайҙа туҡталғанын күрҙеләр һәм көндөң аҙағына тиклем уның менән ҡалдылар. 40  Яхъяның һүҙҙәрен ишетеп Ғайса артынан эйәргән шәкерттәрҙең береһе Шимун Петерҙең ҡустыһы* Әндрәй ине. 41  Ул шунда уҡ ағаһы Шимунды эҙләп табып, уға: «Беҙ Мәсихте таптыҡ», — тине. (Мәсих «майланған зат» тигәнде аңлата.) 42  Шунан ул уны Ғайса янына килтерҙе. Ғайса уға ҡараны ла: «Һин Яхъя улы Шимун. Хәҙер һин Кифа тип аталырһың», — тине. (Кифа грекса «Петер» була.) 43  Киләһе көндө Ғайса Ғәлиләйәгә барырға булды. Ул Филипты осратып, уға: «Миңә эйәр», — тине. 44  Филип та, Әндрәй менән Петер кеүек, Бәйтсәйҙәнән ине. 45  Ул Натанаилға барҙы ла уға: «Беҙ Муса ҡанунында һәм пәйғәмбәрҙәр китаптарында әйтелгән кешене таптыҡ. Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса», — тине. 46  Ләкин Натанаил: «Назаранан берәй йүнле нәмә сыға аламы ни?» — тип әйтте. «Бар ҙа ҡара», — тине Филип. 47  Ғайса килә ятҡан Натанаилды күреп: «Бына ысын Исраил кешеһе, унда һис ниндәй мәкер юҡ», — тине. 48  «Һин мине ҡайҙан беләһең?» — тип һораны Натанаил. «Филип һине саҡырғанға тиклем үк, мин һине инжир ағасы төбөндә күрҙем», — тип яуапланы Ғайса. 49  Шунда Натанаил: «Остаз*, һин — Алла Улы, һин — Исраил Батшаһы», — тине. 50  Быға Ғайса: «„Мин һине инжир ағасы төбөндә күрҙем“ тигәнем өсөн ышандыңмы? Һин бынан да бөйөгөрәк нәмәләр күрерһең», — тип әйтте. 51  Шунан ул: «Шикләнмәгеҙ, һеҙ асыҡ күкте, шулай уҡ Алла фәрештәләренең Әҙәм Улы янына төшөп, өҫкә күтәрелеп йөрөүҙәрен күрерһегеҙ», — тип өҫтәне.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «алла булған».
Йәки «уның тормошо».
Һүҙмә-һүҙ «уның исеменә».
Йәки «Ул Алланың сикһеҙ игелеге һәм хәҡиҡәт менән тулы ине».
Йәки «Атаһының күкрәге янында». Кемдеңдер күкрәге янында булыу уның айырым илтифатынан файҙаланыуҙы аңлатҡан.
Һүҙмә-һүҙ «шаһитлыҡ ҡылды».
Һүҙмә-һүҙ «сәғәт унынсы тирәһе ине (ҡояш сыҡҡандан алып)».
Грек теле Әндрәйҙең Петерҙән олораҡмы йә кесерәкме булғанын асыҡ күрһәтмәй.
Һүҙмә-һүҙ «рабби».