Яхъя. Йөкмәтке 12:1—50

  • Мәрйәм Ғайсаның аяҡтарына май ҡоя (1—11)

  • Ғайса тантаналы рәүештә Йәрүсәлимгә инә (12—19)

  • Ғайса үҙенең үләсәген алдан әйтә (20—37)

  • Йәһүдтәрҙең ышанмауы — пәйғәмбәрлектең үтәлеүе (38—43)

  • Ғайса донъяны ҡотҡарырға килгән (44—50)

12  Ҡотҡарылыу байрамына алты көн ҡалғас, Ғайса үҙе терелткән Лазарҙың ауылы Бәйтәнигә килде. 2  Унда Ғайса өсөн киске аш ойошторҙолар. Марта хеҙмәт күрһәтеп йөрөнө, ә Лазар Ғайса һәм башҡа ҡунаҡтар менән бергә табын артында ултыра ине. 3  Мәрйәм 300 грамм тирәһе* хуш еҫле май — бик ҡиммәтле саф нард алып, уны Ғайсаның аяҡтарына ҡойҙо һәм үҙенең сәстәре менән һөрттө. Өйҙөң эсе тотош майҙың хуш еҫе менән тулды. 4  Ләкин шәкерттәрҙең береһе, һуңғараҡ уға хыянат иткән* Йәһүҙә Искариот: 5  «Ниңә был майҙы 300 динарға* һатып, аҡсаһын ярлыларға өләшеп бирмәҫкә ине инде?» — тине. 6  Ләкин быны ул ярлылар хаҡында ҡайғыртҡанға түгел, ә бур булғанға әйтте. Уртаҡ аҡса йәшниге уның ҡулында ине, һәм ул унда һалынған аҡсаны урлай ине. 7  Шунда Ғайса уға былай тине: «Борсома уны, уға мине ерләү көнөнә әҙерләр өсөн был йоланы үтәргә мөмкинлек бир. 8  Ярлылар бит һеҙҙең менән һәр ваҡыт булыр, ә мин һеҙҙең менән гел булмам». 9  Күп йәһүдтәр Ғайсаның ҡайҙа икәнен белеп ҡалып, Ғайсаны ғына түгел, ә ул терелткән Лазарҙы ла күрер өсөн, шунда килделәр. 10  Өлкән руханиҙар иһә Лазарҙы ла үлтерергә һүҙ ҡуйышты, 11  сөнки уның арҡаһында шул ергә килгән күп кенә йәһүдтәр Ғайсаға ышанды. 12  Киләһе көндө байрамға йыйылған күп халыҡ Ғайсаның Йәрүсәлимгә килә ятҡанын ишетте. 13  Улар пальма ботаҡтары алды ла уны ҡаршы алырға сығып: «Ҡотҡар уны, үтенеп һорайбыҙ! Йәһүә исеме хаҡына килеүсе, Исраил батшаһы фатихалы!» — тип ҡысҡыра башланы. 14  Ә Ғайса йәш ишәк табып, уға атланды. Был хаҡта Яҙмаларҙа былай тиелгән: 15  «Сион ҡыҙы, ҡурҡма! Бына, һинең батшаң ишәк балаһына атланып килә». 16  Тәүҙә уның шәкерттәре быны аңламанылар, ләкин Ғайса данланғандан һуң, улар был һүҙҙәрҙең уның хаҡында яҙылған булғанын һәм уны шулай ҡаршы алғандарын иҫтәренә төшөрҙө. 17  Уның Лазарҙы ҡәберҙән саҡырып, үленән терелткәнен күргән кешеләр был хаҡта бер туҡтауһыҙ һөйләнеләр. 18  Күптәр уның ҡылған мөғжизәһе тураһында ишетте, шуға уны ҡаршы алырға сыҡты ла. 19  Ә фарисейҙар үҙ-ара: «Күрәһегеҙме, беҙҙең бер нәмә лә килеп сыҡмай. Бөтә донъя уның артынан бара!» — тиештеләр. 20  Аллаға табыныр өсөн байрамға килгәндәр араһында гректар ҙа бар ине. 21  Улар Ғәлиләйә Бәйтсәйҙәһенән булған Филипҡа килеп, унан: «Әфәнде, беҙҙең Ғайсаны күргебеҙ килә», — тип үтенделәр. 22  Филип барып, был хаҡта Әндрәйгә һөйләне, ә шунан улар икәүләп барып, быны Ғайсаға әйттеләр. 23  Ғайса уларға былай тине: «Әҙәм Улының данланыр ваҡыты етте. 24  Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә бойҙай бөртөгө, ергә төшөп үлмәһә, бер бөртөк булып ҡалыр, ә үлһә, ҙур уңыш килтерер. 25  Кем үҙ ғүмерен* ярата, шул уны һәләк итер, ә кем был донъяла үҙ ғүмерен* нәфрәт итә, шул уны мәңгелек тормош өсөн һаҡлап ҡалыр. 26  Кем миңә хеҙмәт итергә теләй, шул миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа булһам, хеҙмәтсем дә шунда булыр. Кем миңә хеҙмәт итә, Атам шуға хөрмәт күрһәтер. 27  Йәнем тынғы тапмай. Нимә тип әйтәйем? Атай, мине был ауыр ваҡыттан* ҡотҡар. Ләкин мин ошо ауыр ваҡыт* өсөн килдем дә. 28  Атай, исемеңде данла». Шунда күктән: «Данланым һәм тағы данлармын», — тигән тауыш яңғыраны. 29  Унда торған кешеләр: «Күк күкрәне», — тиеште. Ә ҡайһы берәүҙәр: «Уның менән фәрештә һөйләште», — тине. 30  Ғайса былай тип әйтте: «Был тауыш минең өсөн түгел, һеҙҙең өсөн яңғыраны. 31  Әле был донъя өҫтөнән суд бара, һәм был донъяның хакимы ҡыуыласаҡ. 32  Кешеләр мине ер өҫтөнән күтәргәс*, мин үҙемә төрлө-төрлө кешеләрҙе йәлеп итермен». 33  Ошо һүҙҙәр менән Ғайса үҙенең ниндәй үлем менән үләсәген белгертте. 34  Шунда кешеләр уға: «Ҡанунда, Мәсих мәңге йәшәр, тип яҙылған. Ни өсөн һуң һин, Әҙәм Улы ер өҫтөнән күтәрелгән булырға тейеш, тип әйтәһең? Һин әйткән Әҙәм Улы кем ул?» — тинеләр. 35  Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Яҡтылыҡ һеҙҙең менән тағы бер аҙ ваҡыт булыр. Яҡтылыҡ әле һеҙҙең менән булған саҡта, һеҙҙе ҡараңғылыҡ баҫып алмаһын өсөн, яҡтылыҡта йөрөгөҙ. Кем ҡараңғылыҡта йөрөй, шул ҡайҙа барғанын белмәй. 36  Яҡтылыҡ әле һеҙҙең менән булған саҡта, яҡтылыҡ улдары булып китер өсөн, шул яҡтылыҡҡа ышанығыҙ». Быны әйткәс, Ғайса китеп, уларҙан йәшенде. 37  Ул уларҙың күҙ алдында шул тиклем күп мөғжизә ҡылған булһа ла, улар уға ышанманы. 38  Шулай итеп Ишағыя пәйғәмбәр әйткән ошо һүҙҙәр үтәлде: «Йәһүә, беҙҙән ишеткәнгә кем ышанды? Йәһүә үҙ көсөн* кемгә күрһәтте?» 39  Уларҙың ни өсөн ышана алмағанын күрһәтеп, Ишағыя шулай уҡ былай тигән: 40  «Улар күҙҙәре менән күрмәһен, күңелдәре менән аңламаһын, үҙгәрмәһен һәм мин уларҙы һауыҡтырмаһын өсөн, уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ иттем, йөрәктәрен тупаҫландырҙым». 41  Ишағыя, Мәсихтең данын күргәнгә, был һүҙҙәрҙе уның тураһында әйткән. 42  Шулай ҙа хатта йәһүдтәрҙең күп кенә башлыҡтары ла уға ышанды, ләкин фарисейҙар арҡаһында быны асыҡ белдермәне, сөнки синагоганан ҡыуылыуҙан ҡурҡты. 43  Улар өсөн кешеләрҙең хуплауы Алланың хуплауына ҡарағанда ҡәҙерлерәк ине. 44  Ғайса ҡысҡырып былай тине: «Кем миңә ышана, шул миңә генә түгел, ә мине Ебәреүсегә лә ышана. 45  Кем мине күрә, шул мине Ебәреүсене лә күрә. 46  Миңә ышанған һәр кем ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, мин донъяға яҡтылыҡ булып килдем. 47  Һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы тотмағандарҙы хөкөм итмәйем, сөнки мин донъяға уны хөкөм итергә түгел, ә ҡотҡарырға килдем. 48  Мине кире ҡағып, һүҙҙәремде ҡабул итмәгәндәр өсөн хөкөмсө бар. Уларҙы һуңғы көндә мин әйткән һүҙ хөкөм итер. 49  Мин бит үҙемдән һөйләмәнем. Мине ебәргән Атам миңә нимә һөйләргә һәм нимәгә өйрәтергә икәнен әйтте*. 50  Мин уның әмере мәңгелек тормошто аңлатҡанын беләм. Шуға күрә нимә генә һөйләһәм дә, тап Атам миңә әйткәнсә һөйләйем».

Төшөрмәләр

Йәғни бер рим фунты. Бер рим фунты 327 грамға тиң.
Йәки «хыянат итергә йыйынған».
Динар — 3,85 грамлыҡ рим көмөш тәңкәһе.
Йәки «йәнен».
Йәки «йәнен».
Йәки «был сәғәттән».
Йәки «ошо сәғәт».
Һүҙ бағанаға ҡаҙаҡлап үлтереү тураһында бара.
Һүҙмә-һүҙ «ҡулын».
Һүҙмә-һүҙ «әмер бирҙе».