Яхъя. Йөкмәтке 16:1—33
16 Мин быны һеҙ иманығыҙҙы юғалтмаһын* өсөн әйтәм.
2 Һеҙҙе синагоганан ҡыуырҙар, һәм шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтереүселәр, шулай итеп Аллаға хеҙмәт итәбеҙ, тип уйларҙар.
3 Улар Атаны ла, мине лә белмәгәнгә шулай эшләр.
4 Мин быны, шул ваҡыт еткәс, һеҙ минең был хаҡта һөйләгәнемде иҫкә төшөрһөн өсөн әйтәм.
Башта был хаҡта һөйләмәгәйнем, сөнки һеҙҙең менән бергә инем.
5 Хәҙер мин үҙемде Ебәреүсе янына китәм, ләкин берегеҙ ҙә: „Ҡайҙа бараһың?“ — тип һорамай.
6 Һүҙҙәрем һеҙҙе ҡайғыға һалды.
7 Әммә ысын әйтәм: мин һеҙҙең файҙағыҙ өсөн китәм. Сөнки китмәһәм, ярҙамсы* һеҙгә килмәҫ, ә китһәм, уны һеҙгә ебәрәм.
8 Килгәс, ул донъяға гонаһтың, тәҡүәлектең һәм Алла хөкөмөнөң нимә икәнен асыҡ күрһәтер.
9 Тәүҙә гонаһтың нимә икәнен күрһәтер, сөнки кешеләр миңә ышанмай.
10 Шунан тәҡүәлектең нимә икәнен күрһәтер, сөнки мин Атама барам һәм һеҙ мине бүтән күрмәҫһегеҙ.
11 Ә шунан Алла хөкөмөнөң нимә икәнен асыҡ күрһәтер, сөнки был донъяның хакимы инде хөкөм ителгән.
12 Һеҙгә әйтәһе һүҙем күп әле, әммә һеҙ уларға хәҙер төшөнә алмаҫһығыҙ.
13 Ә ярҙамсы — хәҡиҡәт рухы, килгәс, һеҙгә хәҡиҡәтте тулыһынса аңларға ярҙам итеп, һеҙҙе етәкләп барыр, сөнки ул үҙенән сығып һөйләмәҫ. Ул ишеткәнен һөйләр һәм һеҙгә нимә булырын иғлан итер.
14 Ул мине данлар, сөнки һеҙгә минән алғанды еткерер.
15 Атамда булған бөтә нәмә — минеке, шуға күрә лә, һеҙгә минән алғанды еткерер, тинем.
16 Бер аҙҙан һеҙ мине инде күрмәҫһегеҙ, ә шунан тағы бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ».
17 Шунда ҡайһы бер шәкерттәр былай тиеште: «„Бер аҙҙан һеҙ мине инде күрмәҫһегеҙ, ә шунан тағы бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ“ һәм „Мин Атама барам“ тигән һүҙҙәре нимә аңлата икән?»
18 Улар: «„Бер аҙҙан“ тигәне нимә аңлата? Уның нимә тураһында һөйләгәнен аңламайбыҙ», — тип аптыраны.
19 Ғайса, уларҙың был хаҡта һорарға теләгәнен белеп, былай тине: «Һеҙ бер-берегеҙҙән минең: „Бер аҙҙан һеҙ мине инде күрмәҫһегеҙ, ә шунан тағы бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ“ тигән һүҙҙәрем тураһында һорашаһығыҙмы?
20 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ үкереп иларһығыҙ һәм көйөнөрһөгөҙ, ә донъя ҡыуаныр. Һеҙ ҡайғырырһығыҙ, ләкин ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер.
21 Ҡатын бала тапҡанда яфа сигә. Ләкин балаһын тапҡас, донъяға кеше тыуҙырыу шатлығынан үҙенең кисергән ғазаптарын онота.
22 Шуның кеүек, һеҙ ҙә әле ҡайғыраһығыҙ, әммә мин һеҙҙе ҡабат күргәс, шатланырһығыҙ, һәм бер кем дә шатлығығыҙҙы тартып алмаҫ.
23 Ул көндө һеҙ минән бер нәмә тураһында ла һорамаҫһығыҙ. Шикләнмәгеҙ, Атанан минең исемемдән нимә генә һораһағыҙ ҙа, ул һеҙгә бирер.
24 Быға тиклем һеҙҙең әле минең исемемдән бер нәмә лә һорағанығыҙ булманы. Күңелдәрегеҙ шатлыҡ менән тулһын өсөн, һорағыҙ һәм алырһығыҙ.
25 Мин һеҙгә быларҙы сағыштырыуҙар ҡулланып һөйләйем. Ләкин шундай ваҡыт етеп килә: мин инде һеҙгә сағыштырыуҙар килтермәм, ә Атам тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләрмен.
26 Ул көндә һеҙ Атамдан минең исемемдән һорарһығыҙ. Һеҙҙең өсөн һорармын тип әйтмәйем.
27 Атам бит үҙе һеҙҙе ярата, сөнки һеҙ мине яратаһығыҙ һәм минең Алланан килгәнемә ышанаһығыҙ.
28 Мин донъяға Атамдан килдем. Хәҙер иһә донъяны ҡалдырып, Атам янына китәм».
29 Шәкерттәре: «Бына хәҙер һин сағыштырыуҙар килтермәйенсә, асыҡтан-асыҡ һөйләйһең, — тинеләр. —
30 Хәҙер беҙ һинең барыһын да белгәнеңде һәм, кеше һиңә һорау биргәнгә тиклем үк, уның нимә тураһында уйлағанын белгәнеңде күрәбеҙ. Шуға күрә беҙ һинең Алланан килгәнеңә ышанабыҙ».
31 Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: «Хәҙер ышанаһығыҙмы?
32 Шундай ваҡыт яҡынлашып килә һәм килеп етте инде: һеҙ бөтәгеҙ ҙә өйҙәрегеҙгә таралышып, мине яңғыҙ ҡалдырырһығыҙ. Ләкин мин яңғыҙ түгел, сөнки Атам минең менән.
33 Мин быны һеҙҙә минең арҡала тыныслыҡ булһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ! Мин донъяны еңдем».