Яхъя. Йөкмәтке 2:1—25

  • Ҡанала үткән туй; Ғайса һыуҙы шарапҡа әйләндерә (1—12)

  • Ғайса ғибәҙәтхананы таҙарта (13—22)

  • Ғайса кеше күңелендә ни барлығын белә (23—25)

2  Ике көндән һуң Ғәлиләйәләге Ҡана ҡалаһында туй булды, Ғайсаның әсәһе лә шунда ине. 2  Ғайса ла шәкерттәре менән шул туйға саҡырылғайны. 3  Туйҙа шарап бөтөп барғанға, Ғайсаның әсәһе уға: «Уларҙың шарабы юҡ», — тине. 4  «Беҙҙең бында ни эшебеҙ бар?* Минең ваҡытым әле килеп етмәгән», — тип яуап бирҙе Ғайса. 5  Шунда уның әсәһе хеҙмәтселәргә: «Ул нимә әйтһә, шуны эшләгеҙ», — тине. 6  Унда, йәһүдтәрҙең таҙарыныу ҡағиҙәләре талап иткәнсә, һәр береһе ике йә өс үлсәм* һыу һыйҙырышлы алты таш һауыт тора ине. 7  Ғайса хеҙмәтселәргә: «Һауыттарҙы һыу менән тултырығыҙ», — тип ҡушты. Улар һауыттарҙы мөлдөрәмә тултырып ҡуйҙы. 8  Шунан ул: «Ә хәҙер бер аҙ һоҫоп алығыҙ ҙа туй башлығына алып барығыҙ», — тине. Улар шулай эшләне лә. 9  Туй башлығы, шарапҡа әйләндерелгән һыуҙан ауыҙ иткәс (ә ул был шараптың ҡайҙан икәнен белмәй ине, быны тик һыуҙы һоҫоп алған хеҙмәтселәр генә белә ине), кейәүҙе саҡырып алды ла 10  былай тине: «Кеше тәүҙә ҡунаҡтарға яҡшы шарап ҡуя, ә улар иҫереп алғас, насарырағын сығара. Ә һин яҡшы шарапты ошоға тиклем ҡалдырғанһың». 11  Шулай итеп Ғайса, Ғәлиләйәләге Ҡанала үҙенең беренсе мөғжизәһен ҡылып, ниндәй ҡөҙрәткә эйә булғанын күрһәтте, һәм шәкерттәре уға инанды. 12  Бынан һуң ул әсәһе, ҡустылары һәм шәкерттәре менән бергә Кәпернағумға китте, ләкин унда улар оҙаҡҡа ҡалманы. 13  Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡас, Ғайса Йәрүсәлимгә китте. 14  Ғибәҙәтханала ул өҫтәл артында ултырған аҡса алмаштырыусыларҙы, шулай уҡ үгеҙ, һарыҡ, күгәрсен һатыусыларҙы күрҙе лә 15  бауҙан сыбыртҡы ишеп алып, һатыусыларҙы үгеҙ-һарыҡтары менән бергә ғибәҙәтхананан ҡыуып сығарҙы. Ул аҡса алмаштырыусыларҙың тәңкәләрен сәсеп ебәрҙе һәм уларҙың өҫтәлдәрен ауҙарҙы, 16  ә күгәрсен һатыусыларға: «Быларҙы бынан алып китегеҙ! Атайымдың йортон баҙарға* әйләндермәгеҙ!» — тине. 17  Шунда уның шәкерттәре Яҙмаларҙағы «һинең йортоңа ҡарата ашҡыныу күңелемдә ут кеүек яна» тигән һүҙҙәрҙе иҫтәренә төшөрҙө. 18  Йәһүдтәр унан: «Быны эшләргә хаҡың барлығын ниндәй билдә менән иҫбатларһың?» — тип һораны. 19  «Был ғибәҙәтхананы емерегеҙ, мин уны өс көндә торғоҙормон», — тип яуап бирҙе Ғайса. 20  Йәһүдтәр: «Был ғибәҙәтхана 46 йыл буйы төҙөлдө, ә һин уны өс көн эсендә торғоҙмаҡсы булаһыңмы?» — тип ҡаршы төштө. 21  Ләкин Ғайса, ғибәҙәтхана тураһында әйткәндә, үҙенең тәнен күҙ уңында тотҡайны. 22  Ул үленән терелгәс, шәкерттәре уның һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, Яҙмаларға һәм уның әйткәндәренә ышанды. 23  Ғайса Йәрүсәлимдә Ҡотҡарылыу байрамында булғанда, күп кеше ул ҡылған мөғжизәләрҙе* күреп, уға* ышанды. 24  Әммә Ғайса, кеше тәбиғәтен яҡшы белгәнгә, уларға ышанып бөтмәй ине. 25  Ул кеше күңелендә ни барлығын үҙе белгәнлектән, кемдең дә булһа берәйһе тураһында һөйләүенә мохтаж түгел ине.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «Ҡатын, миңә ни ҙә, һиңә ни?». Риза булмауҙы белдергән идиома. «Ҡатын» тип өндәшеү ихтирамһыҙлыҡты белдермәй.
Күрәһең, бындағы үлсәм бат булған. Бер бат 22 литрға тиң.
Йәки «сауҙа йортона».
Йәки «күрһәткән билдәләрҙе».
Һүҙмә-һүҙ «уның исеменә».