Яхъя. Йөкмәтке 20:1—31

  • Ҡәбер буш (1—10)

  • Ғайса Мағдалалы Мәрйәмгә күренә (11—18)

  • Ғайса шәкерттәренә күренә (19—23)

  • Тамас тәүҙә шикләнә, шунан ышана (24—29)

  • Был төргәктең яҙылыу маҡсаты (30, 31)

20  Аҙнаның беренсе көнөндә, иртән-иртүк, әле ҡараңғы саҡта уҡ, Мағдалалы Мәрйәм ҡәбер янына килде һәм ҡәбер ауыҙындағы таштың инде ситкә ауҙарылғанын күрҙе. 2  Ул Шимун Петерҙең һәм Ғайса яратҡан шәкерттең янына йүгереп барып, уларға: «Хужабыҙҙы ҡәберҙән алып киткәндәр, беҙ уны ҡайҙа һалғандарын белмәйбеҙ», — тине. 3  Шунда Петер менән теге шәкерт ашығып ҡәбер янына киттеләр. 4  Тәүҙә улар икеһе бергә йүгерҙе, ләкин теге шәкерт, Петерҙән тиҙерәк йүгергәнгә, ҡәбер янына беренсе булып барып етте. 5  Эйелеп эскә ҡарағас, ул унда ятҡан етен кәфенде күрҙе, ләкин ҡәбер эсенә инмәне. 6  Уның артынан Шимун Петер йүгереп килеп етеп, ҡәбер эсенә инеп китте. Ул да шунда ятҡан кәфенде күрҙе. 7  Ғайсаның башына уралған яулыҡ, төрөлөп, кәфен менән түгел, ә айырым ята ине. 8  Шунан һуң ҡәбер янына беренсе булып килеп еткән шәкерт тә эскә керҙе. Ул барыһын да күреп, элегерәк үҙҙәре ишеткәнгә ышанды. 9  Ләкин улар һаман да Яҙмаларҙағы Ғайсаның үленән терелергә тейешлеге тураһындағы һүҙҙәрҙе аңламай ине. 10  Шунан һуң шәкерттәр өйҙәренә ҡайтып китте. 11  Ә Мәрйәм ҡәбер янында илап тороп ҡалды. Ул илай-илай эйелеп ҡәбер эсенә ҡараны ла 12  аҡтан кейенгән ике фәрештәне күрҙе. Уларҙың береһе Ғайсаның кәүҙәһе ятҡан урындың баш тәңгәлендә, икенсеһе аяҡ тәңгәлендә ултыра ине. 13  Улар унан: «Ниңә илайһың?» — тип һораны. «Хужамды алып киткәндәр, ә ҡайҙа һалғандарын белмәйем», — тип яуап бирҙе ул. 14  Шунда ул боролоп, артында Ғайса торғанын күрҙе, ләкин уны таныманы. 15  Ғайса унан: «Ниңә илайһың? Кемде эҙләйһең?» — тип һораны. Мәрйәм уны баҡсасы тип уйлап: «Әфәндем, әгәр һин кәүҙәне алып киткән булһаң, уны ҡайҙа һалғаныңды әйт. Мин уны барып алырмын», — тине. 16  Ғайса уға: «Мәрйәм!» — тип өндәште. Мәрйәм боролоп, еврейса: «Раббуни!» — тип ҡысҡырып ебәрҙе. (Раббуни «остаз» тигәнде аңлата.) 17  Ғайса уға былай тине: «Миңә тотонма, сөнки мин әле Атам янына күтәрелмәнем. Ҡәрҙәштәремә барып, уларға: „Мин үҙемдең Атама һәм һеҙҙең Атағыҙға, үҙемдең Аллама һәм һеҙҙең Аллағыҙға күтәреләм“, — тигән һүҙҙәремде еткер». 18  Мағдалалы Мәрйәм шәкерттәргә килеп: «Мин Хужабыҙҙы күрҙем!» — тине һәм Ғайсаның һүҙҙәрен еткерҙе. 19  Шул уҡ көндө, аҙнаның беренсе көнөндә, кисен шәкерттәр, йәһүдтәрҙән ҡурҡҡанға, ишектәрен бикләп, бергә йыйылып ултыра ине. Ҡапыл араларында Ғайса хасил булып: «Именлек һеҙгә!» — тине. 20  Ул уларға ҡулдарын һәм ҡабырғаһын күрһәтте. Хужаларын күреп, шәкерттәр бик ҡыуанды. 21  «Именлек һеҙгә! — тип ҡабатланы Ғайса. — Атам мине ебәргән кеүек, мин дә һеҙҙе ебәрәм». 22  Шулай тигәндән һуң, уларға өрҙө лә: «Изге рухты ҡабул итегеҙ, — тине. — 23  Һеҙ берәйһенең гонаһтарын кисерһәгеҙ, тимәк, Алла уларҙы кисергән. Ә кисермәһәгеҙ, тимәк, Алла ла уларҙы кисермәгән». 24  Ун икенең береһе, Игеҙәк тип йөрөтөлгән Тамас, араларында Ғайса хасил булған саҡта улар менән булманы. 25  Башҡа шәкерттәр уға: «Беҙ Хужабыҙҙы күрҙек», — тигәс, ул: «Уның ҡулдарында ҡаҙаҡтарҙан ҡалған яраларҙы* күрмәйенсә һәм шул яраларға бармағымды, ҡабырғаһына ҡулымды тейҙереп ҡарамайынса, һис тә ышанмаясаҡмын», — тип яуапланы. 26  Һигеҙ көндән һуң шәкерттәр йәнә бер йортта йыйылдылар. Улар менән Тамас та булды. Ишектәр бикле булһа ла, араларында Ғайса хасил булып: «Именлек һеҙгә!» — тине. 27  Шунан ул Тамасҡа өндәште: «Ҡулдарыма ҡара һәм уларға бармағыңды тейҙер, ҡулыңды һуҙып, ҡабырғама ҡағыл. Ышан һәм бүтән шикләнмә». 28  «Минең Хужам һәм минең Аллам!» — тип яуап бирҙе Тамас. 29  Ғайса уға: «Һин мине күргәнгә ышандыңмы? Күрмәйенсә ышанғандар бәхетле», — тине. 30  Әлбиттә, Ғайса шәкерттәре алдында был төргәктә яҙылмаған башҡа күп мөғжизәләр ҙә ҡылды. 31  Ә былары һеҙ Ғайсаның Мәсих, Алла Улы икәненә ышанһын өсөн һәм ышанып, уның исеме аша тормош алһын өсөн яҙылды.

Төшөрмәләр

Йәки «эҙҙәрҙе».