Яхъя. Йөкмәтке 21:1—25

  • Ғайса шәкерттәренә күренә (1—14)

  • Петер Ғайсаны үҙенең яратыуына ышандыра (15—19)

    • «Бәрәстәрем хаҡында ҡайғырт» (17)

  • Ғайсаның яратҡан шәкерте менән нимә буласаҡ? (20—23)

  • Йомғаҡлау (24, 25)

21  Шунан һуң Ғайса шәкерттәренә Тиберия диңгеҙе янында тағы күренде. Уның күренеүе былай булды: 2  Шимун Петер, Игеҙәк тип йөрөтөлгән Тамас, Ғәлиләйә Ҡанаһынан Натанаил, Зәбәҙәй улдары һәм тағы ике шәкерт бергә ине. 3  Шимун Петер уларға: «Мин балыҡ тоторға барам», — тине. «Беҙ һинең менән барабыҙ», — тип яуап бирҙе башҡа шәкерттәр. Шунан улар кәмәгә ултырып йөҙөп киттеләр, ләкин шул төндө бер нәмә лә тота алманылар. 4  Таң атҡанда яр буйында Ғайса баҫып тора ине, әммә шәкерттәр уны таныманы. 5  Ғайса уларҙан: «Дуҫтар*, ашарға берәй нәмәгеҙ* бармы?» — тип һораны. «Юҡ», — тип яуапланы улар. 6  Ғайса: «Ауҙы кәмәнең уң яғына һалығыҙ, шунда берәй нәмә тоторһоғоҙ», — тине. Улар ауҙы һалдылар, әммә бик күп балыҡ эләккәнгә, тартып сығара алманылар. 7  Шунда Ғайсаның яратҡан шәкерте Петергә: «Был Хужабыҙ», — тине. «Хужабыҙ» тигән һүҙҙе ишеткәс, ярым яланғас йөрөгән Шимун Петер өҫ кейемен кейҙе лә һыуға һикерҙе. 8  Башҡа шәкерттәр балыҡ тулы ауҙы һөйрәп, уның артынан йөҙөп китте. Улар ярҙан йыраҡ түгел, 100 метр самаһы* алыҫлыҡта ғына ине. 9  Ярға сыҡҡас, улар ҡуҙ өҫтөндә балыҡ ятҡанын күрҙеләр, уның эргәһендә икмәк тә бар ине. 10  Ғайса уларға: «Әле тотҡан балығығыҙҙан бер нисәүһен алып килегеҙ әле», — тине. 11  Шимун Петер кәмә янына барып, ауҙы ярға сығарҙы. Унда 153 ҙур балыҡ бар ине. Балыҡ шул тиклем күп булһа ла, ау йыртылманы. 12  Ғайса уларға: «Әйҙәгеҙ, ашап алығыҙ», — тине. Шәкерттәрҙең береһе лә: «Һин кем?» — тип һорарға баҙнат итмәне, сөнки уның үҙ Хужалары икәнен беләләр ине. 13  Ғайса икмәк алып, уларға өләште, балыҡ менән дә шулай итте. 14  Был Ғайсаның үлеп терелгәндән һуң шәкерттәренә инде өсөнсө тапҡыр күренеүе ине. 15  Улар ашап алғас, Ғайса Шимун Петерҙән: «Яхъя улы Шимун, һин мине быларға ҡарағанда нығыраҡ яратаһыңмы?» — тип һораны. «Эйе, Хужам, һине ни тиклем яҡын күргәнемде беләһең», — тине Петер. Ғайса уға: «Бәрәстәрем хаҡында ҡайғырт*», — тине. 16  Ғайса йәнә унан: «Яхъя улы Шимун, һин мине яратаһыңмы?» — тип һораны. «Эйе, Хужам, һине ни тиклем яҡын күргәнемде беләһең», — тип яуап бирҙе Петер. Ғайса уға: «Бәрәстәремде көт», — тине. 17  Шунан Ғайса өсөнсө тапҡыр унан: «Яхъя улы Шимун, һин мине яҡын күрәһеңме?» — тип һораны. Петер Ғайсаның өсөнсө тапҡыр «Һин мине яҡын күрәһеңме?» тип һорағанына көйөнөп: «Хужам, һин барыһын да беләһең. Һине ни тиклем яҡын күргәнемде беләһең», — тине. «Бәрәстәрем хаҡында ҡайғырт*, — тине Ғайса. — 18  Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: йәшерәк булған сағыңда һин үҙең кейенеп, үҙең теләгән ергә бара инең. Ә ҡартайғас, һин ҡулдарыңды һуҙырһың һәм башҡа берәү һине кейендереп, һин теләмәгән ергә алып китер». 19  Был һүҙҙәр менән Ғайса уның ниндәй үлем менән Алланы данлаясағын белгертте. Быны әйткәс, ул Петергә: «Артабан да миңә эйәр», — тине. 20  Петер боролоп ҡараны ла арттарынан Ғайсаның яратҡан шәкерте килә ятҡанын күрҙе. Был киске аш ваҡытында башын Ғайсаның күкрәгенә эйеп: «Хужам, кем һиңә хыянат итәсәк?» — тип һораған шәкерт ине. 21  Уны күргәс, Петер Ғайсаға: «Хужам, ә уның менән нимә булыр?» — тине. 22  «Мин килгәнгә тиклем уның иҫән ҡалыуын теләһәм дә, ниңә был хаҡта борсолаһың? Һин артабан да миңә эйәр», — тип яуап бирҙе Ғайса. 23  Шуға күрә ҡәрҙәштәр араһында шул шәкерттең үлмәйәсәге тураһында һүҙ таралды. Әммә Ғайса, ул үлмәйәсәк, тимәне, бары тик: «Мин килгәнгә тиклем уның иҫән ҡалыуын теләһәм дә, ниңә был хаҡта борсолаһың?» — тине. 24  Тап шул шәкерт был хәлдәр тураһында шаһитлыҡ биреп, быларҙы яҙҙы ла инде. Беҙ уның шаһитлығы хаҡ икәнен беләбеҙ. 25  Ғайса башҡа күп эштәр ҙә башҡарҙы. Улар тураһында төргәктәрҙә ентекләп яҙһаң, бөтә донъя ла уларҙы һыйҙыра алмаҫ ине, тип уйлайым.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «балалар».
Йәки «балығығыҙ».
Һүҙмә-һүҙ «200 терһәк самаһы».
Һүҙмә-һүҙ «бәрәстәремде ашатып тор».
Һүҙмә-һүҙ «бәрәстәремде ашатып тор»