Яхъя. Йөкмәтке 3:1—36
3 Фарисейҙар араһында йәһүдтәрҙең Ниҡәдим исемле бер башлығы бар ине.
2 Бер ваҡыт төнөн ул Ғайса янына килеп, былай тине: «Остаз*, беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән уҡытыусы икәнеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе*, Алла көс бирмәһә, берәү ҙә ҡыла алмай».
3 Яуап итеп Ғайса: «Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: яңынан* тыумаһа, кеше Алла Батшалығын күрә алмаясаҡ», — тине.
4 Ниҡәдим унан: «Кеше, ҡарт булһа, нисек яңынан тыуа алһын? Ул әсә ҡарынына инеп, ҡабат тыуа аламы ни?» — тип һораны.
5 Ғайса былай тип яуапланы: «Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше, һыуҙан һәм рухтан тыумаһа, Алла Батшалығына керә алмаясаҡ.
6 Тәндән — тән, ә рухтан рух тыуа.
7 „Һеҙ яңынан тыуырға тейеш“ тип әйткәнемә ғәжәпләнмә.
8 Ел, ҡайҙа теләһә, шунда иҫә. Һин уның тауышын ишетәһең, ләкин уның ҡайҙан килеп, ҡайҙа киткәнен белмәйһең. Рухтан тыуған һәр кем менән дә шулай була».
9 Ниҡәдим унан: «Нисек улай була алһын?» — тип һораны.
10 Ғайса былай тип яуапланы: «Нисек инде һин, Исраил уҡытыусыһы була тороп, быны белмәйһең?
11 Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: беҙ белгәнебеҙҙе һөйләйбеҙ һәм күргәндәребеҙ тураһында шаһитлыҡ ҡылабыҙ. Һеҙ иһә беҙҙең шаһитлығыбыҙҙы ҡабул итмәйһегеҙ.
12 Мин һеҙгә ерҙәге нәмәләр тураһында һөйләгәндә, ышанмайһығыҙ икән, күктәге нәмәләр тураһында һөйләһәм, нисек ышанырһығыҙ?
13 Күктән төшкән Әҙәм Улынан башҡа бер кешенең дә күктә булғаны* юҡ.
14 Муса сүлдә йыланды юғары күтәргән кеүек, Әҙәм Улын да шулай күтәрергә тейештәр.
15 Был уға ышанған һәр кем мәңгелек тормош алһын өсөн буласаҡ.
16 Алла донъяны шул тиклем ныҡ ярата, хатта Улына ышанған* бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормош алһын өсөн, үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе.
17 Алла бит үҙ Улын донъяға уны хөкөм итер өсөн түгел, ә донъя уның аша ҡотҡарылһын өсөн ебәрҙе.
18 Улына ышаныусы хөкөм ителмәҫ, ә ышанмаусы инде хөкөм ителде, сөнки Алланың берҙән-бер Улына* ышанманы.
19 Хөкөм өсөн нигеҙ бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, ләкин кешеләр яҡтылыҡты түгел, ә ҡараңғылыҡты яратты, сөнки уларҙың эштәре яуыз ине.
20 Яуызлыҡ ҡылыусы яҡтылыҡты нәфрәт итә һәм, үҙенең яуыз эштәре асылмаһын өсөн*, яҡтылыҡҡа килмәй.
21 Ә хаҡ эштәр ҡылыусы, эштәре Алла ихтыярына тура килгәне күренһен өсөн, яҡтылыҡҡа килә».
22 Шунан һуң Ғайса үҙенең шәкерттәре менән Йәһүҙиәнең ауылдары буйлап китте. Унда улар менән күпмелер ваҡыт булып, кешеләрҙе һыуға сумдырҙы.
23 Яхъя ла Сәлим эргәһендәге Әйнүндә кешеләрҙе һыуға сумдырҙы, сөнки унда һыу күп ине. Кешеләр уға килеп, һыуға сумдырылды
24 (ул саҡта уны әле төрмәгә ташламағандар ине).
25 Яхъяның шәкерттәре менән бер йәһүд кешеһе араһында таҙарыныу ҡағиҙәләре тураһында бәхәс сыҡты.
26 Шәкерттәре Яхъя янына килеп: «Остаз*, һинең менән Иордандың аръяғында булған һәм һин шаһитлыҡ ҡылған кеше халыҡты һыуға сумдыра, барыһы ла уға бара», — тинеләр.
27 Яуап итеп Яхъя былай тине: «Күктән бирелмәһә, кеше бер нәмәгә лә эйә була алмай.
28 Һеҙ үҙегеҙ: „Мин Мәсих түгел, әммә уның алдынан ебәрелгәнмен“, — тип әйткәнемде раҫлай алаһығыҙ.
29 Кәләш — кейәүҙеке. Ә кейәүҙең янында торған дуҫы, кейәүҙең тауышын ишеткәндә, сикһеҙ шатлана. Минең дә шатлығым эсемә һыймай.
30 Мәсих — үҫергә, ә мин кесерәйергә тейеш».
31 Юғарынан килеүсе — барыһынан да өҫтөн. Ерҙән булған ерҙәге нәмәләр тураһында һөйләй, сөнки ул ерҙән яралған. Күктән килеүсе — барыһынан да өҫтөн.
32 Ул күргәндәре һәм ишеткәндәре тураһында шаһитлыҡ ҡыла, тик уның шаһитлығын бер кем дә ҡабул итмәй.
33 Ә уның шаһитлығын ҡабул иткән кеше Алланың хаҡ икәнен раҫлай*.
34 Алла тарафынан ебәрелгән Алла һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Алла үҙ рухын йомарт итеп* бирә.
35 Ата Улын ярата һәм бөтә нәмәне уның ҡулына тапшырған.
36 Кем Улына ышана, мәңгелек тормош алыр. Ә кем Улына буйһонмай, тормошто күрмәҫ, уның өҫтөндә Алланың асыуы торор.
Төшөрмәләр
^ Һүҙмә-һүҙ «рабби».
^ Йәки «күрһәткән билдәләрҙе».
^ Йә, бәлки, «юғарынан».
^ Һүҙмә-һүҙ «күккә күтәрелгәне».
^ Йәки «иманын эштәре менән күрһәткән».
^ Һүҙмә-һүҙ «Улының исеменә».
^ Йәки «фаш ителмәһен өсөн».
^ Һүҙмә-һүҙ «рабби».
^ Һүҙмә-һүҙ «Алланың хаҡ икәненә мөһөр һуҡҡан».
^ Йәки «үлсәмәй».