Яхъя. Йөкмәтке 4:1—54

  • Ғайса һәм Самария ҡатыны (1—38)

    • Аллаға «рух һәм хәҡиҡәт буйынса» табыныу (23, 24)

  • Күп кенә Самария кешеләре Ғайсаға ышана (39—42)

  • Ғайса бер түрәнең улын һауыҡтыра (43—54)

4  Фарисейҙар Ғайсаның Яхъяға ҡарағанда күберәк кешеләрҙе шәкерттәр итеп һыуға сумдырғанын ишетеп ҡалды 2  (ысынында, Ғайса үҙе түгел, ә уның шәкерттәре һыуға сумдыра ине). 3  Хужабыҙ, был турала белеп ҡалғас, Йәһүҙиәне ҡалдырып, йәнә Ғәлиләйәгә китте. 4  Уға Самария аша үтергә тура килде. 5  Ул Самариялағы Сихар тигән ҡалаға килеп етте. Был ҡала Яҡуп үҙенең улы Йософҡа биргән ялан янында урынлашҡан. 6  Унда Яҡуп ҡоҙоғо бар ине. Юлдан арыған Ғайса шул ҡоҙоҡ* янына килеп ултырҙы. Төш ваҡыты ине*. 7  Шул ергә һыу алырға тип бер Самария ҡатыны килде. «Миңә эсергә һыу бир әле», — тине уға Ғайса. 8  (Шәкерттәре уның менән түгел ине: улар ризыҡ һатып алырға тип ҡалаға киткәйне.) 9  Ҡатын уға: «Нисек инде һин, еврей була тороп, минән, Самария ҡатынынан, эсергә һыу һорайһың?» — тине. (Сөнки йәһүдтәр Самария кешеләре менән аралашмай.) 10  Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Алланың кешеләргә ниндәй бүләк биргәнен һәм үҙеңдән: „Миңә эсергә һыу бир әле“, — тип кем һорағанын белһәң, һин үҙең унан һорар инең һәм ул һиңә тере һыу бирер ине». 11  Ҡатын уға былай тине: «Әфәнде, һинең бит хатта һыуҙы һоҫоп алырға биҙрәң дә юҡ, ә ҡоҙоҡ тәрән. Һин ул тере һыуҙы ҡайҙан алдың һуң? 12  Был ҡоҙоҡто беҙгә бабабыҙ Яҡуп биргән. Ул үҙе лә, уның улдары ла, мал-тыуары ла шунан эскән. Һин Яҡуптан бөйөгөрәкме әллә?» 13  Ғайса былай тип яуапланы: «Был һыуҙы эскән һәр кем яңынан һыуһар. 14  Ә кем мин биргән һыуҙы эсә, шул бүтән бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин уға биргән һыу ул кешелә урғылып сығып ятҡан һәм мәңгелек тормош биргән шишмәгә әйләнер». 15  Ҡатын уға: «Әфәнде, миңә шул һыуҙы бирсе, ул ваҡытта мин бүтән һыуһамаҫ та инем, бында һыу алырға килеп йөрөмәҫ тә инем», — тине. 16  Ғайса уға: «Бар, иреңде саҡырып кил», — тине. 17  «Минең ирем юҡ», — тип яуапланы ҡатын. Ғайса уға: «Ирем юҡ тип дөрөҫ әйттең, — тине.— 18  Һин биш тапҡыр кейәүҙә булдың, ә әле бергә йәшәп ятҡан кешең ирең түгел. Һин дөрөҫөн әйттең». 19  «Әфәнде, һинең пәйғәмбәр икәнеңде күрәм, — тип яуап бирҙе ҡатын. — 20  Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Аллаға ошо тауҙа табынған, ә һеҙ, уға Йәрүсәлимдә табынырға кәрәк, тип әйтәһегеҙ». 21  «Ышан миңә, — тине уға Ғайса, — килер шундай ваҡыт: һеҙ Атаға был тауҙа ла, Йәрүсәлимдә лә табынмаҫһығыҙ. 22  Һеҙ белмәйенсә табынаһығыҙ, ә беҙҙең табыныуыбыҙ белемгә нигеҙләнгән, сөнки ҡотолоу еврейҙар аша килә*. 23  Шулай ҙа ваҡыт етеп килә һәм етте лә инде: ысын табыныусылар Атаға рух һәм хәҡиҡәт буйынса табыныр, сөнки Ата үҙенә тап шундай табыныусыларҙы эҙләй ҙә. 24  Алла — ул рух, һәм уға табыныусылар рух һәм хәҡиҡәт буйынса табынырға тейеш». 25  Ҡатын уға: «Мин Мәсих тип аталған заттың килерен беләм. Ул килеп, беҙгә бөтә нәмә тураһында һөйләр», — тине. 26  «Һин әле уның үҙе менән һөйләшеп тораһың», — тип яуапланы Ғайса. 27  Шул ваҡыт уның шәкерттәре килде. Улар уның ҡатын менән һөйләшкәненә аптыраны, ләкин береһе лә унан: «Һиңә унан нимә кәрәк?» йә «Нишләп уның менән һөйләшәһең?» — тип һораманы. 28  Ә ҡатын һыу көршәген ҡалдырҙы ла ҡалаға барып, кешеләргә былай тине: 29  «Барығыҙ, минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп биргән кешене күрегеҙ. Ул Мәсих түгел микән?» 30  Улар ҡаланан сығып, Ғайса янына киттеләр. 31  Ул арала шәкерттәр Ғайсаны: «Остаз*, ашап ал инде», — тип ҡыҫтаны. 32  Ләкин ул: «Минең һеҙ белмәгән ризығым бар», — тине. 33  Шунда шәкерттәре үҙ-ара: «Әллә берәйһе уға ашарға килтергән микән?» — тиеште. 34  Ғайса уларға былай тине: «Минең ризығым — мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм уның миңә тапшырған эшен тамамлау. 35  „Ураҡҡа тиклем әле дүрт ай бар“, — тип әйтәһегеҙ түгелме? Ә мин һеҙгә әйтәм: башығыҙҙы күтәреп, баҫыуҙарға ҡарағыҙ, иген бешеп*, ураҡ өҫтө еткән. 36  Ураҡсы инде эш хаҡы ала һәм мәңгелек тормош өсөн уңыш йыя, шуға күрә сәсеүсе менән ураҡсы бергә ҡыуана. 37  „Береһе сәсә, икенсеһе ура“ тип дөрөҫ әйтәләр. 38  Мин һеҙҙе үҙегеҙ сәсмәгәнде урырға ебәрҙем. Башҡалар сәсте, ә уларҙың хеҙмәт емештәренең файҙаһын һеҙ ҙә күрәһегеҙ». 39  Теге ҡатындың: «Ул минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп бирҙе», — тигән шаһитлығын ишеткәс, шул ҡалалағы күп кенә Самария кешеләре Ғайсаға ышанды. 40  Шуға күрә улар Ғайсаға килеп, уның үҙҙәрендә ҡалыуын үтенде. Ул унда ике көн булды. 41  Ғайсаның һөйләгәндәрен ишетеп, тағы ла күберәк кеше уға ышанды. 42  Улар теге ҡатынға: «Беҙ инде һинең һөйләүең буйынса түгел, ә уның әйткән һүҙҙәрен үҙебеҙ ишетеп ышанабыҙ. Хәҙер инде беҙ уның донъяны ҡотҡарыусы икәнен беләбеҙ», — тинеләр. 43  Ике көндән һуң Ғайса ул ерҙән Ғәлиләйәгә китте. 44  Ләкин ул үҙе, пәйғәмбәрҙе тыуған ерендә хөрмәт итмәйҙәр, тип әйткәйне. 45  Ул Ғәлиләйәгә килгәс, ундағы кешеләр уны асыҡ йөҙ менән ҡабул итте, сөнки улар ҙа Йәрүсәлимдәге байрамға барып, уның шунда ҡылған бөтә эштәрен күргәйне. 46  Шунан Ғайса тағы үҙе ҡасандыр һыуҙы шарапҡа әйләндергән ергә — Ғәлиләйәләге Ҡана ҡалаһына килде. Ә Кәпернағумда батшаға хеҙмәт итеүсе бер түрә йәшәй ине, уның улы ауырып ята ине. 47  Ғайсаның Йәһүҙиәнән Ғәлиләйәгә ҡайтҡанын ишеткәс, был кеше уның янына барып, Кәпернағумға килеүен һәм үлем хәлендә ятҡан улын һауыҡтырыуын үтенде. 48  Ләкин Ғайса уға: «Билдәләр һәм мөғжизәләр күрмәйенсә, һеҙ һис тә ышанмаясаҡһығыҙ», — тине. 49  «Хужам, балам үлмәҫ борон кил инде», — тине уға түрә. 50  Ғайса: «Өйөңә ҡайт, улың һауыҡты», — тип яуап бирҙе. Тегеһе, Ғайсаның һүҙҙәренә ышанып, ҡайтып китте. 51  Ул әле юлда саҡта уҡ хеҙмәтселәре уның ҡаршыһына килеп, малайҙың хәле яҡшырғаны* тураһында әйттеләр. 52  Түрә уларҙан улының хәле сәғәт нисәләрҙә яҡшырғаны хаҡында һораны. «Уның тән яныуы кисә көндөҙгө сәғәт берҙәр тирәһендә* үтте», — тип яуап бирҙе улар. 53  Атай кеше, Ғайсаның «улың һауыҡты» тигән һүҙҙәре тап шул сәғәткә тура килгәнен аңлағас, үҙе лә, өйөндәгеләренең бөтәһе лә Ғайсаға инанды. 54  Был Ғайсаның Йәһүҙиәнән Ғәлиләйәгә килгәс ҡылған икенсе мөғжизәһе ине.

Төшөрмәләр

Йәки «ҡойо; һыу сығанағы».
Һүҙмә-һүҙ «сәғәт алтынсы тирәһе (ҡояш сыҡҡандан алып)».
Йәки «еврейҙарҙан башлана».
Һүҙмә-һүҙ «рабби».
Йәки «баҫыуҙар ағарып».
Һүҙмә-һүҙ «тере икәне».
Һүҙмә-һүҙ «сәғәт етенселә (ҡояш сыҡҡандан алып)».