Яхъя. Йөкмәтке 5:1—47
5 Бынан һуң Ғайса Йәрүсәлимгә йәһүдтәрҙең байрамына китте.
2 Йәрүсәлимдә Һарыҡ ҡапҡаһы янында еврейса Бәйтзата тип аталған, биш колоннада* менән уратып алынған быуа бар ине.
3 Унда бик күп ауырыу, һуҡыр, аҡһаҡ, паралич һуҡҡан* кеше ята ине.
4 * ——
5 Улар араһында 38 йыл буйы ауырыған бер кеше бар ине.
6 Уның шунда ятҡанын күреп һәм шул тиклем оҙаҡ ауырығанын белеп, Ғайса унан: «Һауығырға теләйһеңме?» — тип һораны.
7 Теге кеше: «Әфәндем, һыу болғана башлаған ваҡытта мине һыуға төшөрөрлөк бер кемем дә юҡ. Ә мин үҙем барып еткәнсе, унда башҡа берәү төшөп өлгөрә», — тип яуап бирҙе.
8 «Тор ҙа түшәгеңде* алып, атлап кит», — тине уға Ғайса.
9 Теге кеше шунда уҡ һауыҡты һәм түшәген алып, атлап китте.
Был хәл шәмбе көнө булды.
10 Шуға күрә йәһүдтәр һауыҡҡан кешегә: «Бөгөн шәмбе көнө, һиңә түшәгеңде күтәреп йөрөргә ярамай», — тинеләр.
11 Әммә ул: «Мине һауыҡтырған кеше, түшәгеңде ал да атлап кит, тип әйтте», — тине.
12 «Түшәгеңде ал да атлап кит, тип һиңә кем әйтте?» — тип һораны улар.
13 Ләкин һауыҡҡан кеше уның кем икәнен белмәй ине, сөнки Ғайса халыҡ араһына инеп юғалғайны.
14 Һуңғараҡ Ғайса уны ғибәҙәтханала осратып: «Хәҙер һин һау-сәләмәт. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, бүтән гонаһ ҡылма», — тине.
15 Ул кеше йәһүдтәргә барып, үҙен Ғайса һауыҡтырғанын әйтте.
16 Шунда йәһүдтәр Ғайсаны шәмбе көндө шундай эштәр ҡылғаны өсөн эҙәрләй башланы.
17 Әммә Ғайса уларға: «Атайым һаман да эшләй, мин дә эшләйем», — тип әйтә ине.
18 Бынан һуң йәһүдтәр Ғайсаны үлтереү әмәлен тағы ла тырышыбыраҡ эҙләне, сөнки, уларҙың уйлауынса, ул шәмбене боҙоп ҡына ҡалманы, ә Алланы үҙенең Атаһы тип атап, үҙен Аллаға тиңләне.
19 Ләкин Ғайса уларға былай тине: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Улы үҙенән сығып бер нәмә лә эшләй алмай, ә бары тик Атаһының нимә эшләгәнен күреп, шуны ғына эшләй. Ата нимә эшләй, Улы ла шул рәүешсә шуны эшләй.
20 Ата бит Улын ярата һәм уға үҙе башҡарған бөтә эштәрен күрһәтә. Ул, һеҙ таң ҡалһын өсөн, уға тағы ла бөйөгөрәк эштәр күрһәтәсәк.
21 Ата үлеләрҙе терелткән кеүек, Улы ла, кемгә теләй, шуға тормош бирә.
22 Ата бер кемде лә хөкөм итмәй, бөтә хөкөмдө ул Улына тапшырған.
23 Ата быны бөтәһе лә, уның үҙен хөрмәт иткән кеүек, Улын да хөрмәт итһендәр өсөн эшләне. Кем Улын хөрмәт итмәй, шул уны ебәргән Атаны ла хөрмәт итмәй.
24 Шикләнмәгеҙ, минең һүҙемде ишеткән һәм мине Ебәреүсегә ышанған кеше мәңгелек тормош аласаҡ. Ундай кеше хөкөм ителмәйәсәк, ул үлемдән тормошҡа күскән.
25 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: үлеләр Алла Улының тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә һәм килеп етте лә инде. Уға ҡолаҡ һалғандары йәшәр.
26 Сөнки Атаның тормош бирергә ҡөҙрәте бар*, һәм ул Улына ла тормош биреү ҡөҙрәтен биргән.
27 Ата уға хөкөм итеү вәкәләтен тапшырған, сөнки ул — Әҙәм Улы.
28 Быға ғәжәпләнмәгеҙ, сөнки шундай ваҡыт етеп килә: ҡәберҙәгеләрҙең* һәммәһе уның тауышын ишетеп,
29 терелеп торор. Яҡшылыҡ ҡылғандар мәңгелек тормош алыр, ә яманлыҡ ҡылғандар хөкөм алдына баҫыр.
30 Мин үҙемдән сығып бер нәмә лә эшләй алмайым. Атамдан ишеткәнемә нигеҙләнеп хөкөм итәм, һәм минең хөкөмөм ғәҙел, сөнки мин үҙ ихтыярымды түгел, ә мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәйем.
31 Үҙем тураһында үҙем шаһитлыҡ бирһәм, шаһитлығым көскә эйә булмаҫ ине.
32 Минең турала башҡа берәү шаһитлыҡ бирә, һәм мин уның шаһитлығы хаҡ икәнен беләм.
33 Һеҙ Яхъяға кешеләр ебәрҙегеҙ, һәм ул минең турала дөрөҫ шаһитлыҡ бирҙе.
34 Мин берәй кешенең шаһитлығына мохтаж түгел, быларҙы һеҙ ҡотола алһын тип әйтәм.
35 Яхъя балҡып янған яҡтыртҡыс ине, әммә уның яҡтылығына ҡыуаныу теләгегеҙ оҙаҡҡа барманы.
36 Ләкин минең Яхъяның шаһитлығынан ҙурыраҡ шаһитлығым бар, сөнки Атам миңә башҡарырға ҡушҡан эштәр — мин әле башҡарған эштәр — Атам тарафынан ебәрелгәнемә шаһитлыҡ ҡыла.
37 Мине ебәргән Атам үҙе лә минең хаҡта шаһитлыҡ бирҙе. Һеҙ иһә бер ҡасан да уның тауышын ишетмәнегеҙ, уның йөҙөн күрмәнегеҙ,
38 һәм күңелдәрегеҙҙә уның һүҙе юҡ, сөнки ул ебәргән затҡа ышанмайһығыҙ.
39 Һеҙ Яҙмаларҙы ентекләп өйрәнәһегеҙ, сөнки улар ярҙамында мәңгелек тормошҡа эйә булырға ниәтләнәһегеҙ, ә бит Яҙмалар минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыла.
40 Әммә һеҙ тормош алыр өсөн миңә килергә теләмәйһегеҙ.
41 Миңә кешеләрҙең маҡтауы кәрәк түгел,
42 әммә һеҙҙең күңелдәрегеҙҙә Аллаға ҡарата яратыу юҡлығын беләм.
43 Мин Атамдың исеменән килдем, ләкин һеҙ мине ҡабул итмәйһегеҙ. Ә берәйһе үҙ исеменән килгән булһа, һеҙ уны ҡабул итер инегеҙ.
44 Берҙән-бер Алланың хуплауын эҙләмәйенсә, бер-берегеҙҙән маҡтау ҡабул итәһегеҙ икән, нисек миңә ышанырһығыҙ?
45 Мине Ата алдында һеҙҙе ғәйепләр тип уйламағыҙ. Һеҙҙе ғәйепләүсе — үҙегеҙ өмөт бағлаған Муса.
46 Мусаға ышанған булһағыҙ, миңә лә ышаныр инегеҙ, сөнки ул минең турала яҙған.
47 Ләкин уның яҙғандарына ышанмайһығыҙ икән, минең һүҙҙәремә нисек ышанырһығыҙ?»
Төшөрмәләр
^ Йәғни колонналар теҙмәһе.
^ Йәки «аяҡ-ҡулы ҡороған».
^ Был аят, Изге Яҙма китабының ҡайһы бер тәржемәләрендә булһа ла, төрлө әһәмиәтле боронғо грек ҡулъяҙмаларында осрамай.
^ Йәки «матрасыңды».
^ Йәки «Атаның үҙендә тормош бар».
^ Йәғни үлеп, Алла хәтерендә һаҡланғандарҙың.