Яхъя. Йөкмәтке 6:1—71
6 Бынан һуң Ғайса Ғәлиләйә диңгеҙенең икенсе ярына китте, ул шулай уҡ Тиберия диңгеҙе тип тә атала.
2 Уның артынан бик күп халыҡ бара ине, сөнки уның ауырыуҙарҙы мөғжизәле рәүештә һауыҡтырғанын күргәйне.
3 Ғайса тауға менеп, шәкерттәре менән шунда ултырҙы.
4 Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашып килә ине.
5 Үҙенә табан күп халыҡ килә ятҡанын күреп, Ғайса Филиптан: «Уларҙы ашатыр өсөн, ҡайҙан икмәк һатып алайыҡ икән?» — тип һораны.
6 Ул быны Филипты һынар өсөн әйтте, сөнки үҙенең нимә эшләрен белә ине.
7 «Хатта 200 динарға* икмәк һатып алһаҡ та, һәр береһенә әҙ генә бирергә лә етмәҫ», — тип яуапланы Филип.
8 Уның башҡа шәкерте, Шимун Петерҙең бер туғаны Әндрәй, былай тине:
9 «Бында бер малайҙың биш арпа икмәге һәм ике бәләкәй генә балығы бар. Ләкин шул тиклем күп халыҡ өсөн был нимә инде?»
10 Ғайса: «Барыһы ла ултырышһын», — тине. Ул ерҙә күп үлән үҫә ине, шуға күрә кешеләр үләнгә ултырҙы. Араларында ирҙәр генә 5000 самаһы ине.
11 Ғайса икмәк алды ла Аллаға рәхмәт әйтеп, уны кешеләргә өләште. Балыҡ менән дә ул шулай эшләне, һәм һәр кеше күпме теләй, шунса алды.
12 Ә кешеләр ашап туйғас, ул шәкерттәренә: «Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алығыҙ, бер нәмә лә әрәм булмаһын», — тине.
13 Улар биш арпа икмәгенән ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, 12 кәрзингә тултырҙы.
14 Ғайсаның ниндәй мөғжизә ҡылғанын күреп, кешеләр: «Ул ысынлап та донъяға килергә тейеш булған Пәйғәмбәр икән», — тип әйтә башланы.
15 Ғайса иһә, уларҙың үҙен тотоп алып батша итеп ҡуйырға йыйынғандарын белеп, яңғыҙы ҡалыр өсөн, тағы тауға менеп китте.
16 Кис еткәс, уның шәкерттәре диңгеҙ буйына төштө лә
17 кәмәгә ултырып, диңгеҙҙең икенсе ярына, Кәпернағумға табан йөҙөп китте. (Ҡараңғы төшкәйне, ә Ғайса әле улар янына килмәгәйне.)
18 Ул арала ҡаты ел сығып, диңгеҙ ҡоторона башланы.
19 Шәкерттәр инде биш-алты саҡрым* ара үткәйне. Шул саҡ улар, диңгеҙ өҫтөнән атлап кәмәгә яҡынлашып килгән Ғайсаны күреп, ҡурҡыуға төштө.
20 «Был мин, ҡурҡмағыҙ!» — тине Ғайса.
21 Шунда улар шатланып Ғайсаны кәмәгә алдылар һәм оҙаҡламай үҙҙәре юлланған ярға килеп туҡтанылар.
22 Икенсе көндө диңгеҙҙең теге ярында ҡалған кешеләр яр буйында бер кәмә лә ҡалмағанын күрҙеләр. Быға тиклем унда бер бәләкәй кәмә тора ине, әммә Ғайса ул кәмәгә шәкерттәре янына ултырмағайны. Шәкерттәре үҙҙәре генә йөҙөп киткәйне.
23 Ул арала Тибериянан бер нисә кәмә йөҙөп килде. Улар килеп туҡтаған урын Хужабыҙ Аллаға рәхмәт әйтеп, кешеләргә ашарға икмәк биргән ерҙән йыраҡ түгел ине.
24 Ғайсаның да, уның шәкерттәренең дә унда юҡлығын күргәс, кешеләр шул кәмәләргә ултырып, Ғайсаны эҙләп Кәпернағумға йөҙөп киттеләр.
25 Уны диңгеҙҙең икенсе ярында тапҡас, улар: «Остаз*, һин бында ҡасан килдең?» — тип һоранылар.
26 Ғайса былай тине: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ мине мөғжизәләр күргәнгә түгел, ә туйғансы икмәк ашағанға эҙләйһегеҙ.
27 Боҙола торған ризыҡ өсөн түгел, ә мәңгелек тормош биргән, боҙолмай торған ризыҡ өсөн көс һалығыҙ. Ундай ризыҡты һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки күктәге Ата, Алла, уға быны эшләргә хакимлыҡ биргән*».
28 Шунда улар унан: «Алла беҙҙе хуплаһын өсөн, беҙгә нимә эшләргә?» — тип һоранылар.
29 «Алла үҙе ебәргән затҡа ышаныуығыҙҙы теләй», — тип яуапланы Ғайса.
30 «Беҙҙе үҙеңә ышандырырлыҡ ниндәй билдә күрһәтерһең? Ни ҡылырһың? — тине улар. —
31 Мәҫәлән, ата-бабаларыбыҙ сүлдә манна ашаған. Яҙмаларҙа: „Ул уларға күктән икмәк бирҙе“, — тиелгән».
32 Ғайса уларға бындай яуап ҡайтарҙы: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Муса һеҙгә күктән ысын икмәк бирмәне, ләкин уны хәҙер һеҙгә Атам бирә.
33 Алла икмәге — күктән төшөп, донъяға тормош биреүсе зат ул».
34 Быға улар: «Хужабыҙ, беҙгә һәр ваҡыт шул икмәкте биреп тор», — тинеләр.
35 Ғайса уларға былай тине: «Мин — тормош икмәге. Миңә килгән кеше бер ҡасан да асыҡмаҫ, миңә ышанған кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ.
36 Ләкин, инде әйткәнемсә, һеҙ, мине күрһәгеҙ ҙә, барыбер миңә ышанмайһығыҙ.
37 Атам миңә биргән һәр кем миңә килер, мин бер ҡасан да үҙемә килгәндәрҙе ҡыуып ебәрмәҫмен.
38 Мин бит үҙ ихтыярымды түгел, ә мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәр өсөн күктән төштөм.
39 Ә уның ихтыяры шул: ул миңә биргәндәрҙең береһен дә юғалтмайынса, һуңғы көндә уларҙы үленән терелтергә тейешмен.
40 Атамдың ихтыяры буйынса, Улын таныған һәм уға инанған һәр кем мәңгелек тормош алыр, һәм мин уны һуңғы көндә терелтермен».
41 Шунда йәһүдтәр уның «мин — күктән төшкән икмәк» тигән һүҙҙәренә зарлана башланы.
42 Улар: «Был Йософ улы Ғайса түгелме ни? Беҙ бит уның ата-әсәһен беләбеҙ. Нисек һуң ул, күктән төштөм, тип әйтә ала?» — тиә инеләр.
43 Яуап итеп Ғайса: «Зарланмағыҙ, — тине. —
44 Мине ебәргән Атам йәлеп итмәһә, бер кем дә миңә килә алмай. Миңә килгән кешене иһә һуңғы көндә терелтермен.
45 Пәйғәмбәрҙәр: „Уларҙың барыһын да Йәһүә өйрәтер“, — тип яҙғандар. Атамды тыңлаған һәм унан өйрәнгән һәр кем миңә килә.
46 Был берәйһе Атаны күргән тигән һүҙ түгел. Атаны бары тик Алланан килгән зат ҡына күрҙе.
47 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем ышана, шул мәңгелек тормош алыр.
48 Мин — тормош икмәге.
49 Ата-бабаларығыҙ, сүлдә манна ашаған булһа ла, барыбер үлгәндәр.
50 Ә күктән төшкән икмәкте ашағандарҙың береһе лә үлмәйәсәк.
51 Мин — күктән төшкән тере икмәк. Был икмәкте ашаған кеше мәңге йәшәр. Был икмәк — минең тәнем. Мин уны донъя йәшәһен өсөн бирәм».
52 Шунда йәһүдтәр бер-береһе менән бәхәсләшә башланы. Улар: «Нисек инде был кеше үҙ тәнен беҙгә ашарға бирер?» — тиештеләр.
53 Ғайса иһә былай тине: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Әҙәм Улының тәнен ашамайһығыҙ һәм ҡанын эсмәйһегеҙ икән, тормош алмаясаҡһығыҙ*.
54 Минең тәнемде ашаған һәм ҡанымды эскән кеше мәңгелек тормош алыр, һәм мин уны һуңғы көндә терелтермен.
55 Минең тәнем — ысын ризыҡ, минең ҡаным — ысын эсемлек.
56 Кем минең тәнемде ашай һәм ҡанымды эсә, шул минең менән берҙәмлектә, ә мин уның менән берҙәмлектә.
57 Мин үҙемде ебәргән тере Ата арҡаһында йәшәгән кеүек, минең тәнемде ашаған кеше лә минең арҡала йәшәр.
58 Күктән төшкән икмәк бына ошондай. Ул ата-бабаларығыҙ ашаған икмәк кеүек түгел. Улар, уны ашаһалар ҙа, барыбер үлгән. Ә кем был икмәкте ашай, шул мәңге йәшәр».
59 Быларҙы ул Кәпернағумдағы синагогала* өйрәткәндә әйтте.
60 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, шәкерттәренең күбеһе: «Был һүҙҙәр ҡот осҡос! Быны кем тыңлай алһын?» — тине.
61 Ғайса, һүҙҙәре шәкерттәренең күңелендә ризаһыҙлыҡ тыуҙырғанын белеп, уларға былай тине: «Әллә был һүҙҙәр иманығыҙҙы ҡаҡшаттымы*?
62 Ә Әҙәм Улының элекке урынына күтәрелгәнен күрһәгеҙ, нимә булыр?
63 Рух ҡына тормош бирә, кеше үҙе уға эйә була алмай*. Мин һеҙгә һөйләгән һүҙҙәр — рух һәм тормош ул.
64 Ләкин арағыҙҙа ышанмағандар ҙа бар». (Сөнки Ғайса баштан уҡ кемдәрҙең ышанмағанын һәм кемдең үҙенә хыянат итәсәген белә ине.)
65 Шунан ул былай тип өҫтәне: «Бына ни өсөн мин һеҙгә, Атам рөхсәт итмәһә, миңә бер кем дә килә алмай, тигәйнем».
66 Бынан һуң Ғайсаның күп кенә шәкерттәре үҙ эштәренә кире ҡайтып, башҡа уның менән йөрөмәне.
67 Ғайса 12 илсеһенән: «Бәлки, һеҙ ҙә китергә теләйһегеҙҙер?» — тип һораны.
68 Шимун Петер былай тип яуап бирҙе: «Хужабыҙ, беҙ кемгә барайыҡ? Һинең һүҙҙәрең мәңгелек тормош бирә бит.
69 Беҙ һинең Алла ебәргән изге зат икәнеңә ышандыҡ һәм быны беләбеҙ».
70 Ғайса уларға: «Һеҙҙең ун икегеҙҙе лә мин һайлап алманыммы ни? Ләкин һеҙҙең берегеҙ — яла яғыусы*», — тине.
71 Ғайса Шимун Искариот улы Йәһүҙә тураһында әйтте. Ул, 12 илсенең береһе булһа ла, һуңғараҡ Ғайсаға хыянат итте.
Төшөрмәләр
^ Динар — 3,85 грамлыҡ рим көмөш тәңкәһе.
^ Һүҙмә-һүҙ «яҡынса 25 йә 30 ста́дий». Бер стадий 185 метрға тиң.
^ Һүҙмә-һүҙ «рабби».
^ Йәки «хуплауын белдереп, уға мөһөр һуҡҡан».
^ Һүҙмә-һүҙ «һеҙҙә тормош юҡ».
^ Йә, бәлки, «халыҡ йыйынында».
^ Һүҙмә-һүҙ «һеҙҙе абындырҙымы».
^ Һүҙмә-һүҙ «тәндән бер ниндәй ҙә файҙа юҡ».
^ Йәки «иблис».