Яхъя. Йөкмәтке 7:1—52

  • Ғайса Сатыр ҡороу байрамына бара (1—13)

  • Ғайса байрамда өйрәтә (14—24)

  • Мәсих хаҡында төрлө фекерҙәр (25—52)

7  Бынан һуң Ғайса Ғәлиләйәлә ҡалды. Ул Йәһүҙиәгә барырға теләмәне, сөнки йәһүдтәр уны үлтерергә ниәтләй ине. 2  Сатыр* ҡороу байрамы етеп килә ине. 3  Шунда ҡустылары уға былай тине: «Башҡа шәкерттәрең дә эштәреңде күрһен өсөн, Йәһүҙиәгә бар. 4  Кеше, билдәле булырға теләһә, үҙ эштәрен йәшерен башҡармай. Шундай эштәр ҡылаһың икән, үҙеңде донъяға күрһәт!» 5  Ысынында ҡустылары уға ышанмай ине. 6  Ғайса уларға былай тине: «Минең ваҡытым әле килеп етмәгән, ә һеҙ байрамға үҙегеҙ теләгән ваҡытта бара алаһығыҙ. 7  Донъяның һеҙҙе нәфрәт итергә сәбәбе юҡ, ә мине ул нәфрәт итә, сөнки мин уның эштәренең яуыз икәне тураһында һөйләйем. 8  Һеҙ байрамға барығыҙ, ә мин әлегә бармайым, сөнки минең ваҡытым әле килеп етмәгән». 9  Шулай тигәндән һуң, ул Ғәлиләйәлә ҡалды. 10  Ләкин ҡустылары киткәс, ул да, бер кемгә лә белдермәйенсә, байрамға китте. 11  Байрамда йәһүдтәр: «Ул ҡайҙа икән?» — тип һорашып, уны эҙләй башланы. 12  Халыҡ араһында уның хаҡында күп һүҙ йөрөй ине. Берәүҙәр: «Ул яҡшы кеше», — тиһә, икенселәре: «Юҡ, ул халыҡты алдай», — тип ҡаршы төшә ине. 13  Ләкин, йәһүдтәрҙән* ҡурҡҡанға, берәү ҙә уның тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләмәне. 14  Байрамдың яртыһы инде үткәс, Ғайса ғибәҙәтханаға инеп, халыҡты өйрәтә башланы. 15  Йәһүдтәр: «Был кеше Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? Ул бит бер ҡайҙа ла уҡымаған*», — тип ғәжәпләнде. 16  Яуап итеп Ғайса былай тине: «Өйрәткәндәрем — минеке түгел, ә мине Ебәреүсенеке. 17  Уның ихтыярын үтәргә теләгән кеше был тәғлимәттең Аллананмы йә мин үҙемдән һөйләйемме икәнен белер. 18  Үҙ исеменән һөйләгән кеше үҙенә дан эҙләй, ә үҙен ебәреүсене данларға теләгән кеше хаҡ һәм унда ялған юҡ. 19  Муса һеҙгә Ҡанун биргән, шулай бит? Ләкин һеҙҙең берегеҙ ҙә Ҡанунға буйһонмай. Мине ни өсөн үлтерергә теләйһегеҙ?» 20  Шунда кешеләр уға: «Һиңә ен эйәләшкән. Кем һине үлтерергә теләй?» — тине. 21  Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: «Мин шәмбе көндө бер генә мөғжизә ҡылдым, һеҙ бөтәгеҙ ҙә быға ғәжәпләнәһегеҙ. 22  Әммә бына нимә тураһында уйлап ҡарағыҙ: Муса һеҙгә сөннәтләү тураһында ҡанун биргән (ысынында иһә ул Мусанан түгел, ә ата-бабаларҙан килә) һәм һеҙ шул ҡанунды хатта шәмбе көндө лә үтәйһегеҙ. 23  Әгәр ҙә, Муса ҡанунын боҙмаҫ өсөн, кешене шәмбе көндө сөннәткә ултырталар икән, ни өсөн һуң, улайһа, һеҙ миңә кешене шәмбе көндө тулыһынса һауыҡтырғаным өсөн асыуланаһығыҙ? 24  Кешене тыштан нисек күренеүенә ҡарап хөкөм итмәгеҙ, ғәҙел* хөкөм итегеҙ». 25  Шунда ҡайһы бер Йәрүсәлим кешеләре: «Ошо кешене үлтерергә йыйыналар түгелме? — тиешә башланы. — 26  Ул халыҡ алдында асыҡтан-асыҡ һөйләй, әммә берәү ҙә уға бер нәмә лә әйтмәй. Әллә башлыҡтар уның Мәсих икәненә ышанған инде? 27  Ләкин беҙ бит уның ҡайҙан икәнен беләбеҙ, ә Мәсих килгәс, уның ҡайҙан икәнен бер кем дә белмәҫ». 28  Шунда ғибәҙәтханала өйрәтеп торған Ғайса ҡысҡырып былай тине: «Һеҙ минең кем икәнемде лә, ҡайҙан икәнемде лә беләһегеҙ. Мин үҙ белдегем менән килмәнем. Мине Ебәреүсе ысынлап та бар, ләкин һеҙ уны белмәйһегеҙ, 29  ә мин беләм, сөнки мин унан килдем. Мине ул ебәрҙе». 30  Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин бер кем дә быны эшләй алманы, сөнки уның ваҡыты әле килеп етмәгәйне. 31  Әммә күптәр уға ышанып: «Мәсих, килгәс, ошо кешенән дә күберәк мөғжизәләр ҡылыр микән ни?» — тиә ине. 32  Фарисейҙар халыҡтың уның тураһында нимә һөйләгәнен ишетте, шуға өлкән руханиҙар менән фарисейҙар ғибәҙәтхана һаҡсыларын уны ҡулға алырға ебәрҙе. 33  Ғайса кешеләргә былай тине: «Мин һеҙҙең менән тағы бер аҙ булам, ә шунан үҙемде Ебәреүсе янына китәм. 34  Һеҙ мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ, мин булған ергә килә алмаҫһығыҙ». 35  Шул саҡ йәһүдтәр үҙ-ара былай тиеште: «Беҙ тапмаҫлыҡ ниндәй урынға китмәксе була икән ул? Бәлки, ул гректар араһында таралып йәшәгән еврейҙарға барып, гректарҙы ла өйрәтергә йыйыналыр? 36  Уның „һеҙ мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ, мин булған ергә килә алмаҫһығыҙ“ тигән һүҙҙәре нимә аңлата икән?» 37  Байрамдың аҙаҡҡы, иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫты ла ҡысҡырып былай тине: «Кем һыуһай, шул миңә килеп эсһен. 38  Кем миңә инана, Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, „шуның күңел түренән йылғалар булып тере һыу ағып сығыр“». 39  Ул быны үҙенә инанғандар алырға тейешле рух тураһында әйтте. Ул ваҡытта улар әле рух алмағайны, сөнки Ғайса әле данланмағайны. 40  Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, халыҡ араһындағы ҡайһы бер кешеләр: «Ул ысынлап та килергә тейешле Пәйғәмбәр», — тиә башланы. 41  Башҡалары: «Был Мәсих», — тиҙәр ине. Әммә ҡайһы берәүҙәр: «Мәсих Ғәлиләйәнән килергә тейешме ни? — тип ҡаршы төштө. — 42  Яҙмаларҙа, Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың ауылы Бәйтлеһемдән сығасаҡ, тип әйтелмәгәнме ни?» 43  Шулай итеп уның арҡаһында халыҡ араһында фекер ҡаршылыҡтары килеп сыҡты. 44  Ҡайһы берәүҙәр уны тотоп алырға теләне, ләкин бер кем дә быны эшләй алманы. 45  Һаҡсылар өлкән руханиҙар менән фарисейҙарға әйләнеп ҡайтҡас, тегеләре уларҙан: «Нишләп уны килтермәнегеҙ?» — тип һораны. 46  Һаҡсылар: «Берәүҙең дә бер ҡасан да уның кеүек һөйләгәне юҡ», — тип яуап бирҙеләр. 47  Быға фарисейҙар: «Әллә һеҙ ҙә алдандығыҙмы? — тине. — 48  Башлыҡтарҙың йә фарисейҙарҙың берәйһе уға ышандымы ни? 49  Ә Ҡанунды белмәгән был халыҡ ҡәһәрләнгән». 50  Шул саҡ уларҙың береһе — элегерәк Ғайса янына килеп киткән Ниҡәдим — былай тине: 51  «Беҙҙең Ҡанун буйынса, кешене тәүҙә тыңлап, уның нимә эшләгәнен белмәйенсә хөкөм итергә буламы ни?» 52  Яуап итеп өлкән руханиҙар менән фарисейҙар уға: «Әллә һин дә Ғәлиләйәнәнме? Яҙмаларҙы тикшереп ҡара, шунда бер ниндәй пәйғәмбәрҙең дә Ғәлиләйәнән сыҡмаясағын күрерһең», — тинеләр*.

Төшөрмәләр

Йәки «ҡыуыш».
Һүҙ, күрәһең, дин етәкселәре тураһында бара.
Йәғни раввиндар мәктәптәрендә уҡымаған.
Йәки «тәҡүә».
Байтаҡ боронғо абруйлы ҡулъяҙмаларҙа 7-се бүлектең 53-сө аятынан алып 8-се бүлектең 11-се аятына тиклемге өҙөк юҡ.