Яхъя. Йөкмәтке 8:12—59
8 12 Ғайса тағы халыҡҡа мөрәжәғәт итте: «Мин — донъя өсөн яҡтылыҡ. Кем минең артымдан бара, шул бер ҡасан да ҡараңғылыҡта йөрөмәҫ. Ул тормош биргән яҡтылыҡҡа эйә булыр».
13 Шунда фарисейҙар уға: «Һин үҙең тураһында үҙең шаһитлыҡ ҡылаһың, шуға һинең шаһитлығың хаҡ түгел», — тинеләр.
14 Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Мин үҙем тураһында үҙем шаһитлыҡ ҡылһам да, минең шаһитлығым хаҡ, сөнки мин ҡайҙан килеп, ҡайҙа барғанымды беләм, ә һеҙ минең ҡайҙан килеп, ҡайҙа барғанымды белмәйһегеҙ.
15 Һеҙ кеше күҙлегенән сығып хөкөм итәһегеҙ, ә мин бер кемде лә хөкөм итмәйем.
16 Ә хөкөм итәм икән, хөкөмөм ғәҙел, сөнки мин бер үҙем түгел, минең менән мине ебәргән Атам.
17 Өҫтәүенә, Ҡанунығыҙҙа: „Ике кешенең шаһитлығы хаҡ“, — тип яҙылған.
18 Мин үҙем тураһында үҙем шаһитлыҡ бирәм, һәм мине ебәргән Атам да минең турала шаһитлыҡ бирә».
19 Шунда улар: «Һинең Атаң ҡайҙа?» — тип һоранылар. Ғайса: «Һеҙ мине лә, Атамды ла белмәйһегеҙ. Әгәр мине белгән булһағыҙ, Атамды ла белер инегеҙ», — тип яуап бирҙе.
20 Ул ошо һүҙҙәрҙе ғибәҙәтханалағы иғәнә һауыттары торған ерҙә өйрәткән саҡта әйтте. Әммә бер кем дә уны ҡулға алманы, сөнки уның ваҡыты әле етмәгән ине.
21 Ғайса ҡабат уларға: «Мин китәм. Һеҙ мине эҙләрһегеҙ, ләкин барыбер үҙ гонаһығыҙҙа үлерһегеҙ. Мин барған ергә һеҙ килә алмаҫһығыҙ», — тине.
22 Шунда йәһүдтәр: «Ул нимә? Үҙен үлтерергә йыйынамы әллә? Ни өсөн ул: „Мин барған ергә һеҙ килә алмаҫһығыҙ“, — тип әйтә?» — тиешә башланылар.
23 Ғайса һүҙен былай тип дауам итте: «Һеҙ — бынан, ерҙән, ә мин күктән килдем. Һеҙ — был донъянан, ә мин был донъянан түгел.
24 Шуға күрә лә мин һеҙгә, үҙ гонаһтарығыҙҙа үлерһегеҙ, тинем. Сөнки минең килергә тейешле зат булыуыма ышанмаһағыҙ, үҙ гонаһтарығыҙҙа үлерһегеҙ».
25 Улар унан: «Кем һуң һин?» — тип һораны. Ғайса уларға былай тине: «Нишләп мин һеҙҙең менән һөйләшеп торам әле?
26 Мин һеҙҙең турала әле күпте әйтә алыр инем, һеҙҙе күп нәмә өсөн хөкөм итә алыр инем. Мине Ебәреүсе хаҡ, һәм мин донъяға унан ишеткәндәрҙе һөйләйем».
27 Улар уның Ата тураһында һөйләүен аңламаны.
28 Ғайса һүҙен дауам итеп былай тине: «Әҙәм Улын юғары күтәргәс*, һеҙ минең шул зат икәнемде һәм бер нәмәне лә үҙемдән сығып эшләмәгәнемде белерһегеҙ. Атам нимәгә өйрәткән булһа, шуны ғына һөйләйем.
29 Мине Ебәреүсе — минең менән. Ул мине яңғыҙ ҡалдырманы, сөнки мин һәр ваҡыт ул хуплағанды эшләйем».
30 Ул быларҙы һөйләгән ваҡытта күптәр уға ышанды.
31 Ғайса үҙенә ышанған кешеләргә былай тине: «Әгәр минең һүҙемде тотһағыҙ, һеҙ ысынлап та минең шәкерттәрем.
32 Һеҙ хәҡиҡәтте белерһегеҙ, һәм хәҡиҡәт һеҙҙе азат итер».
33 Быға ҡайһы берәүҙәр: «Беҙ — Ибраһим нәҫеленән, — тинеләр, — беҙ бер ҡасан да ҡол булманыҡ. Нишләп һин беҙгә „азат булырһығыҙ“ тиһең?»
34 Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: гонаһ ҡылыусы һәр кем — гонаһ ҡоло.
35 Ҡол хужаһының өйөндә мәңгегә ҡалмай, ә улы мәңгегә ҡала.
36 Атаның Улы һеҙҙе азат итһә, һеҙ ысындан да азат булырһығыҙ.
37 Мин һеҙҙең Ибраһим нәҫеленән булғанығыҙҙы беләм, ләкин һеҙ мине үлтерергә теләйһегеҙ, сөнки һүҙҙәремде ҡабул итмәйһегеҙ.
38 Мин Атам менән бергә булған саҡта күргәндәремде һөйләйем, ә һеҙ үҙ атағыҙҙан ишеткәнде эшләйһегеҙ».
39 Яуап итеп улар уға: «Беҙҙең атабыҙ — Ибраһим», — тинеләр. Ғайса уларға былай тип ҡаршы төштө: «Әгәр һеҙ Ибраһим балалары булһағыҙ, Ибраһим кеүек эш итер инегеҙ.
40 Әммә һеҙ мине, һеҙгә Алланан ишеткән хәҡиҡәтте һөйләгән кешене, үлтерергә теләйһегеҙ. Ибраһим улай эшләмәгән.
41 Һеҙ үҙ атағыҙ кеүек эш итәһегеҙ». Улар уға: «Беҙ уйнаштан* тыумағанбыҙ, беҙҙең бер генә Атабыҙ бар, ул — Алла», — тинеләр.
42 Ғайса уларға былай тине: «Әгәр Атағыҙ Алла булһа, һеҙ мине яратыр инегеҙ, сөнки мин Алланан килеп, бында торам. Мин үҙемдән килмәнем, мине ул ебәрҙе.
43 Ни өсөн һеҙ әйткәндәремде аңламайһығыҙ? Сөнки һүҙҙәремде тыңларға теләмәйһегеҙ*.
44 Һеҙҙең атағыҙ — Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул фетнә күтәргән сағынан бирле* кеше үлтереүсе булған. Унда хәҡиҡәт юҡ, шуға күрә ул хәҡиҡәтте кире ҡаҡҡан. Ялған һөйләгәндә, ул үҙенә хас булғанды эшләй, сөнки ул — ялғансы һәм ялғандың атаһы.
45 Мин иһә һеҙгә хәҡиҡәтте һөйләйем, шуға һеҙ миңә ышанмайһығыҙ.
46 Гонаһ ҡылыуҙа ғәйепле булғанымды кемегеҙ иҫбат итер? Ә хәҡиҡәтте һөйләйем икән, ни өсөн миңә ышанмайһығыҙ?
47 Кем Алланан, шул Алла һүҙҙәрен тыңлай. Ә һеҙ Алланан түгел, шуға күрә тыңламайһығыҙ ҙа».
48 Быға йәһүдтәр: «„Һин Самария кешеһе, һин енле“ тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән», — тине.
49 Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Миндә ен юҡ. Мин Атайымды хөрмәт итәм, ә һеҙ мине кәмһетәһегеҙ.
50 Мин үҙемә дан эҙләмәйем, мине данларға теләгән Зат бар, ул хөкөм дә итә.
51 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлем күрмәйәсәк».
52 Йәһүдтәр уға: «Хәҙер инде һинең енле икәнеңә бер шигебеҙ ҙә ҡалманы, — тинеләр. — Ибраһим да, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлгән, ә һин: „Кем һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлмәйәсәк“, — тиһең.
53 Һин нимә, атабыҙ Ибраһимдан бөйөгөрәкме әллә? Ул да, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлгән. Һин үҙеңде кемгә һанайһың?»
54 Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Мин үҙемә дан эҙләгән булһам, даным бер ни ҙә тормаҫ ине, ләкин мине һеҙ „Аллабыҙ“ тип атаған Атам данлай.
55 Шулай ҙа һеҙ уны белмәйһегеҙ, ә мин уны беләм. Әгәр ҙә уны белмәйем тиһәм, һеҙҙең кеүек үк ялғансы булыр инем. Ләкин мин уны беләм һәм уның һүҙен тотам.
56 Атағыҙ Ибраһим минең көнөмдө күрәсәгенә бик шатланғайны. Ул уны күрҙе һәм шатланды».
57 Йәһүдтәр уға: «Һиңә 50 йәш тә юҡ бит, нисек инде һин Ибраһимды күрҙең?!» — тинеләр.
58 Ғайса: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: мин әле Ибраһим тыуғанға тиклем үк бар инем», — тип яуап бирҙе.
59 Шунда йәһүдтәр, уға бәрер өсөн, ҡулдарына таштар алды, әммә ул йәшенеп ғибәҙәтхананан сығып китте.
Төшөрмәләр
^ Һүҙ бағанаға ҡаҙаҡлап үлтереү тураһында бара.
^ Грекса порне́йа. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.
^ Йәки «тыңлай алмайһығыҙ».
^ Йәки «иң баштан уҡ».