Яхъя. Йөкмәтке 9:1—41

  • Ғайса тыумыштан һуҡыр кешене һауыҡтыра (1—12)

  • Фарисейҙар һауыҡҡан кешенән һорау ала (13—34)

  • Фарисейҙар һуҡыр (35—41)

9  Китеп барғанда Ғайса тыумыштан һуҡыр бер кешене күрҙе. 2  Шәкерттәре унан: «Остаз*, ул нишләп һуҡыр булып тыуған? Кем гонаһ ҡылған: ул үҙеме йә ата-әсәһеме?» — тип һораны. 3  «Ул үҙе лә, ата-әсәһе лә гонаһ ҡылмаған, — тип яуап бирҙе Ғайса, — ләкин уның һуҡырлығы Алла көсөн* күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. 4  Әле көн булғанда, беҙ мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәргә* тейеш. Төн етеп килә, ул саҡта бер кем дә бер нәмә лә эшләй алмаҫ. 5  Донъяла булған сағымда мин — донъя өсөн яҡтылыҡ». 6  Шулай тигәндән һуң, ул ергә төкөрҙө лә төкөрөгөн тупраҡ менән бутап, шуны һуҡырҙың күҙҙәренә һөрттө. 7  Шунан уға: «Силуам быуаһына барып, күҙҙәреңде йыу», — тине. (Силуам «ебәрелгән» тип тәржемә ителә.) Һуҡыр барып йыуынды, ә кире килгәндә күҙҙәре күрә ине. 8  Күршеләре һәм уның элек хәйер һорағанын күргән кешеләр: «Был хәйер һорап ултырған теге кеше лә баһа!» — тиә башланылар. 9  Берәүҙәре: «Шул ул, шул», — тип әйтә ине. Икенселәре: «Юҡ, ул уға оҡшаған ғына», — тип бәхәсләшә ине. Ул үҙе иһә: «Мин шул кеше», — тине. 10  Шунда улар унан: «Һин нисек күрә башланың һуң?» — тип һораны. 11  «Ғайса исемле кеше ниндәйҙер ҡатышма яһап, күҙҙәремә һөрттө лә: „Силуамға барып, күҙҙәреңде йыу“, — тине. Барып йыуынғайным, күрә башланым», — тип яуап бирҙе ул. 12  Улар: «Ул кеше ҡайҙа?» — тип һоранылар. «Белмәйем», — тине ул. 13  Шунан элек һуҡыр булған шул кешене фарисейҙарға алып барҙылар. 14  Ә Ғайса ҡатышма яһап һуҡырҙы һауыҡтырған көн шәмбе көнө ине. 15  Фарисейҙар ҙа уның нисек күрә башлағаны тураһында һорашырға тотондо. Һауыҡҡан кеше уларға: «Ул күҙҙәремә ниндәйҙер ҡатышма һөрттө. Шунан мин күҙҙәремде йыуҙым да күрә башланым», — тип яуап бирҙе. 16  Шунда ҡайһы бер фарисейҙар: «Ул кеше Алланан түгел, ул бит шәмбе көнөн тотмай», — тиә башланы. Башҡалары иһә: «Гонаһ ҡылыусы шундай мөғжизәләр ҡыла аламы ни?» — тиә инеләр. Шулай итеп улар араһында бәхәс сыҡты. 17  Улар ҡабат Ғайса һауыҡтырған кешенән: «Ә һин уның тураһында нимә тиерһең? Ул бит күреү һәләтен һиңә ҡайтарған», — тип һоранылар. Тегеһе: «Ул — пәйғәмбәр», — тине. 18  Ләкин йәһүдтәр һауыҡҡан кешенең элек һуҡыр булғанына ата-әсәһен саҡырмайынса ышанманы. 19  Улар уның ата-әсәһенән: «Һеҙ һуҡыр булып тыуҙы тигән улығыҙ ошомо? Нисек һуң ул күрә башланы?» — тип һоранылар. 20  «Эйе, был беҙҙең улыбыҙ, — тип яуап бирҙе ата-әсәһе. — Уның тыумыштан һуҡыр булғанын беҙ беләбеҙ. 21  Ә уның нисек күрә башлағанын һәм уны кем һауыҡтырғанын белмәйбеҙ. Уның үҙенән һорағыҙ, ул инде бала түгел, үҙе өсөн үҙе әйтһен». 22  Уның ата-әсәһе йәһүдтәрҙән ҡурҡҡанға шулай тине, сөнки тегеләре Ғайсаны Мәсих тип таныған һәр кешене синагоганан ҡыуырға ҡарар иткәйне. 23  Шуға уның ата-әсәһе: «Ул инде бала түгел, уның үҙенән һорағыҙ», — тине. 24  Шунда йәһүдтәр элек һуҡыр булған кешене ҡабат саҡырып, уға: «Алланы данла һәм дөрөҫөн әйт. Беҙ ул кешенең гонаһ ҡылыусы икәнен беләбеҙ», — тинеләр. 25  Һауыҡҡан кеше: «Уның гонаһ ҡылыусымы, юҡмы икәнен белмәйем. Шуны ғына беләм: мин һуҡыр инем, ә хәҙер күрәм», — тип яуап бирҙе. 26  Улар унан: «Ул һинең менән нимә эшләне? Ул һине нисек һауыҡтырҙы?» — тип һоранылар. 27  «Мин инде һеҙгә һөйләнем, әммә һеҙ тыңламанығыҙ. Нишләп тағы быны ишетергә теләйһегеҙ? Әллә һеҙ ҙә уның шәкерттәре булырға йыйынаһығыҙмы?» — тип яуап бирҙе ул. 28  Улар уға нәфрәтләнеп былай тине: «Уның шәкерте — һин, ә беҙ — Мусаның шәкерттәре. 29  Муса менән Алла һөйләшкәнен беҙ беләбеҙ, ә был кешенең ҡайҙан икәнен белмәйбеҙ». 30  Тегеһе былай тип яуапланы: «Бына шуныһы ғәжәп тә: һеҙ ул кешенең ҡайҙан икәнен белмәйһегеҙ, ә ул мине һауыҡтырҙы. 31  Белеүебеҙсә, Алла гонаһ ҡылыусыларҙы тыңламай, ул бары тик үҙенән ҡурҡыусыларҙы* һәм ихтыярын үтәүселәрҙе генә тыңлай. 32  Тыумыштан һуҡыр кешенең күрә башлағаны тураһында боронғо замандан бирле бер кемдең дә ишеткәне юҡ. 33  Был кеше, Алланан булмаһа, бер ни эшләй алмаҫ ине». 34  Яуап итеп улар: «Һин тотош гонаһлы булып тыуғанһың. Етмәһә, беҙҙе өйрәтергә маташаһыңмы?» — тиеп, уны ҡыуып сығарҙылар*. 35  Ғайса ул кешене ҡыуып сығарғандары тураһында ишетте һәм уны осратып: «Әҙәм Улына ышанаһыңмы?» — тип һораны. 36  Теге кеше: «Ә кем ул, әфәндем? Әйтсе миңә, шунда мин уға ышанырмын», — тип яуап бирҙе. 37  Ғайса: «Һин уны күрҙең, әле ул һинең менән һөйләшеп тора», — тине. 38  Теге кеше: «Ышанам, Хужам!» — тине лә уның алдында йөҙ түбән ҡапланды. 39  Ғайса: «Мин был донъяға, күрмәгәндәр күрһен, ә күргәндәр һуҡырайһын тип, хөкөм итергә нигеҙ бирер өсөн килдем», — тине. 40  Янында торған фарисейҙар быны ишетеп, унан: «Беҙҙе лә һуҡыр тип әйтергә теләйһеңме?» — тип һоранылар. 41  «Һуҡыр булһағыҙ, гонаһта ғәйепле булмаҫ инегеҙ, ә „күрәбеҙ“ тиһегеҙ икән, гонаһта ғәйепле булып ҡалаһығыҙ», — тип яуапланы Ғайса.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «рабби».
Һүҙмә-һүҙ «эштәрен».
Һүҙмә-һүҙ «эштәрен башҡарырға».
Йәки «үҙен тәрән хөрмәт итеүселәрҙе; ололаусыларҙы». Һүҙлектә «Алланан ҡурҡыу» тигән мәҡәләне ҡ.
Һүҙ, күрәһең, синагоганан бөтөнләй ҡыуыу тураһында бара.