Яҡуп хаты 2:1—26

  • Берәүҙәрҙе башҡаларҙан өҫтөн ҡуйыу — гонаһ (1—13)

    • Яратыу — батша ҡануны (8)

  • Эш-ғәмәлһеҙ иман үле (14—26)

    • Ендәр ышана һәм ҡурҡыштарынан ҡалтырашып тора (19)

    • Ибраһим Йәһүәнең дуҫы тип аталған (23)

2  Ҡәрҙәштәр, нисек инде һеҙ данлыҡлы Хужабыҙ Ғайса Мәсихкә ышанып та, берәүҙәргә хөрмәт менән, ә икенселәренә түбәнһетеп ҡарай алаһығыҙ?  Әйтәйек, осрашыуығыҙға затлы кейем кейгән һәм бармаҡтарына алтын балдаҡтар таҡҡан кеше, шулай уҡ бысраҡ кейемле ярлы кеше килде, ти.  Һеҙ затлы кейем кейгән кешегә хөрмәт күрһәтеп: «Һин ошонда, түргә ултыр», ә ярлыға: «Ә һин баҫып тор» йә «Ошонда, ишек төбөнә* ултыр», — тип әйтерһегеҙме?  Әгәр шулай эшләйһегеҙ икән, һеҙ берәүҙәрҙе башҡаларҙан өҫтөн ҡуяһығыҙ һәм ғәҙелһеҙ* ҡарарҙар сығарған хөкөмсөләр булып китәһегеҙ түгелме?  Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле ҡәрҙәштәрем: әллә Алла был донъяла ярлы тип һаналғандарҙы иманда бай булһындар өсөн һәм уны яратҡандарға вәғәҙә иткән Батшалыҡтың мираҫсылары булып китһендәр өсөн һайлап алмағанмы?  Ә һеҙ ярлыларҙы кәмһетәһегеҙ. Һеҙҙе йәберләгән һәм судтарға һөйрәп алып барған кешеләр байҙар түгелме ни?  Һеҙ йөрөткән данлы исемде шулар яманламаймы ни?  Әгәр һеҙ Яҙмаларҙағы: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», — тигән батша ҡанунын үтәйһегеҙ икән, яҡшы эшләйһегеҙ.  Ә әгәр берәүҙәрҙе башҡаларҙан өҫтөн ҡуяһығыҙ икән, һеҙ гонаһ ҡылаһығыҙ һәм ҡанун һеҙҙе енәйәтселәр булараҡ хөкөм итә*. 10  Кеше, бөтә Ҡанунды үтәп тә бер генә әмерҙе боҙһа, тотош Ҡанунды боҙоуҙа ғәйепле булып китә. 11  Сөнки: «Зина ҡылма», — тип әйткән Алла шулай уҡ: «Кеше үлтермә», — тип тә әйткән. Шуға күрә зина ҡылмаһаң да, кеше үлтерәһең икән, һин барыбер ҡанунды боҙаһың. 12  Азатлыҡ биргән ҡанун* буйынса хөкөм ителәсәк кешеләр кеүек һөйләгеҙ һәм эш итегеҙ. 13  Мәрхәмәт күрһәтмәгән кешене мәрхәмәт күрһәтмәйенсә хөкөм итерҙәр. Мәрхәмәт хөкөм өҫтөнән тантана итә. 14  Ҡәрҙәштәр, берәйһе: «Иманым бар», — тип әйтә, ләкин быны эштәре менән күрһәтмәй икән, бынан ни файҙа? Ундай иман уны ҡотҡара аламы ни? 15  Берәй ҡәрҙәштең кейеме йә етерлек көндәлек ризығы юҡ икән, 16  ә һеҙ: «Иҫән-һау йөрө, йылын һәм туйғансы аша», — тип әйтеп тә, уға кәрәк нәмәләрҙе* бирмәйһегеҙ икән, бынан ни файҙа? 17  Иман да, эштәре булмаһа, үле. 18  Шулай ҙа кемдер әйтер: «Һинең иманың бар, ә минең эштәрем бар. Миңә иманыңды эш-ғәмәлһеҙ күрһәт, ә мин һиңә иманымды эштәрем менән күрһәтермен». 19  Һин бер генә Алла барлығына ышанаһың, шулай бит? Бик һәйбәт. Ендәр ҙә быға ышана һәм ҡурҡыштарынан ҡалтырашып тора. 20  Эй аҡылһыҙ әҙәм, эш-ғәмәлһеҙ имандың файҙаһыҙ икәнен белмәйһеңме әллә? 21  Атабыҙ Ибраһим, улы Исхаҡты ҡорбан усағына һалғас, ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында тәҡүә тип иғлан ителмәгәнме ни? 22  Күрәһеңме, уның иманы ҡылған эштәренән күренгән, һәм эштәре ярҙамында уның иманы камиллыҡҡа өлгәшкән. 23  Шулай итеп Яҙмаларҙағы: «Ибраһим Йәһүәгә ышанды һәм шуның өсөн тәҡүә тип иғлан ителде», — тигән һүҙҙәр үтәлгән, һәм ул Йәһүәнең дуҫы тип аталған. 24  Күреүегеҙсә, кеше иманы арҡаһында ғына түгел, ә эштәре арҡаһында тәҡүә тип иғлан ителә. 25  Тап шулай уҡ фәхишә Рәхәб тә, шымсыларҙы* ҡунаҡсыллыҡ менән ҡабул итеп, ә шунан уларҙы икенсе юл менән ебәреп, эштәре арҡаһында тәҡүә тип иғлан ителмәгәнме ни? 26  Шулай итеп, рухһыҙ* тән үле булған кеүек, эш-ғәмәлһеҙ иман да үле.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «аяҡтарымды ҡуя торған эскәмйә янына».
Һүҙмә-һүҙ «яуыз».
Йәки «фаш итә».
Һүҙмә-һүҙ «азатлыҡ ҡануны».
Йәки «тән өсөн кәрәк нәмәләрҙе».
Һүҙмә-һүҙ «хәбәрселәрҙе».
Йәки «һулышһыҙ».