Яҡуп хаты 4:1—17
4 Арағыҙҙағы дошманлыҡ һәм ыҙғыш-талаш нимә арҡаһында сыға? Эсегеҙҙә көрәш алып барған мин-минле* теләктәр арҡаһында түгелме ни?
2 Ниҙер теләйһегеҙ, әммә ала алмайһығыҙ. Бер-берегеҙҙе нәфрәт итәһегеҙ* һәм кеше нәмәһенә нәфсегеҙҙе һуҙаһығыҙ, әммә теләгәнегеҙгә өлгәшә алмайһығыҙ. Һеҙ талашаһығыҙ һәм дошманлашаһығыҙ. Алланан һорамайһығыҙ, шуға ала алмайһығыҙ.
3 Һораһағыҙ ҙа алмайһығыҙ, сөнки алама ниәт менән, тән теләктәрен ҡәнәғәтләндерер өсөн һорайһығыҙ.
4 Хыянатсылар*, донъя менән дуҫлыҡтың Алла менән дошманлыҡ икәнен белмәйһегеҙме әллә? Шуға күрә донъяға дуҫ булырға теләүсе Аллаға дошман булып китә.
5 Яҙмаларҙа: «Эсебеҙгә инеп урынлашҡан көнсөллөк рухы һәр ваҡыт нимәлер теләй», — тип юҡҡа ғына әйтелгән тип уйлайһығыҙмы?
6 Әммә Алланың сикһеҙ игелеге ундай рухтан көслөрәк. Бына ни өсөн Яҙмаларҙа: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә үҙҙәрен түбән ҡуйғандарға сикһеҙ игелеген күрһәтә», — тип әйтелгән.
7 Шуға күрә Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул саҡта ул һеҙҙән ҡасыр.
8 Аллаға яҡынлашығыҙ, ул да һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһ ҡылыусылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ! Баҙнатһыҙҙар, күңелдәрегеҙҙе сафландырығыҙ!
9 Көйөнөгөҙ, ҡайғырығыҙ, илағыҙ. Көлөүегеҙ — илауға, шатлығығыҙ өмөтһөҙлөккә әйләнһен.
10 Йәһүә алдында үҙегеҙҙе түбәнәйтегеҙ, шунда ул һеҙҙе юғары күтәрер.
11 Ҡәрҙәштәр, бер-берегеҙҙе яманлауҙан* туҡтағыҙ. Ҡәрҙәшен яманлаған йәки хөкөм иткән кеше ҡанунды яманлай һәм хөкөм итә. Ә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин ҡанунды үтәүсе түгел, ә хөкөмсө булып сығаһың.
12 Бер генә Ҡанун сығарыусы һәм Хөкөмсө бар, ул ғына ҡотҡара һәм һәләк итә ала. Ә һин кем һуң яҡыныңды хөкөм итергә?
13 Ә хәҙер һеҙ: «Бөгөн йә иртәгә беҙ фәлән ҡалаға китербеҙ, унда бер йыл буйы тороп, аҡса эшләрбеҙ», — тип әйтеүселәр, тыңлағыҙ.
14 Һеҙ бит үҙегеҙ менән иртәгә нимә булырын да белмәйһегеҙ. Һеҙ — ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа хасил булып, аҙаҡ таралған томан.
15 Һеҙгә: «Әгәр Йәһүә теләһә, иҫән булырбыҙ, тегене йә быны эшләрбеҙ», — тип әйтергә кәрәк ине.
16 Һеҙ иһә маһайып, самаһыҙ маҡтанаһығыҙ. Һәр шундай маҡтаныу — яуызлыҡ ул.
17 Шулай итеп, кем нисек дөрөҫ эш итергә икәнен белеп тә, шулай эшләмәй, шул гонаһ ҡыла.
Төшөрмәләр
^ Йәғни, эгоистик.
^ Һүҙмә-һүҙ «үлтерәһегеҙ».
^ Һүҙмә-һүҙ «уйнашсылар».
^ Йәки «ғәйепләүҙән; тәнҡитләүҙән».