Беренсе Петер 1:1—25

  • Сәләмләү һүҙҙәре (1, 2)

  • Яңынан тыуыу һәм тере өмөт (3—12)

  • Тыңлаусан балалар һымаҡ изге булығыҙ (13—25)

1  Мин, Ғайса Мәсихтең илсеһе Петер, бөтә Понт, Ғалатия, Каппадокия, Азия* һәм Битиниә буйлап таралып, был донъяла ваҡытлыса йәшәүселәргә яҙам. 2  Атабыҙ Алла, һеҙ уға тыңлаусан булһын өсөн һәм Ғайса Мәсихтең ҡаны менән таҙарынһын өсөн, һеҙҙе үҙенең ниәте* буйынса һайлап алды һәм рух менән изгеләндерҙе. Сикһеҙ игелек һәм именлек һеҙгә мул итеп бирелһен! 3  Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы һәм Атаһы маҡталһын, сөнки ул, Ғайса Мәсихтең терелеүе арҡаһында тере өмөтөбөҙ булһын өсөн, үҙенең бөйөк мәрхәмәте буйынса яңынан тыуыуыбыҙға сәбәпсе булды. 4  Беҙ серемәҫ, нәжесләнмәҫ һәм шиңмәҫ мираҫ алыр өсөн яңынан тыуҙырылдыҡ. Ул күктә һеҙҙең өсөн — 5  Алла иманығыҙ арҡаһында үҙ көсө менән ҡотолоуға һаҡлап торған кешеләр өсөн һаҡлана. Был ҡотолоу һуңғы ваҡытта асыласаҡ. 6  Шуға күрә, күпмелер ваҡыт төрлө һынауҙар арҡаһында ғазап сигергә тура килһә лә, һеҙ бик шатланаһығыҙ. 7  Ул һынауҙар һеҙҙең һыналған иманығыҙ, Ғайса Мәсихтең килгәнлеге асыҡ күренеп торғанда*, һеҙгә дан, хөрмәт һәм маҡтау килтерһен өсөн кәрәк. Ундай имандың ҡиммәте ут менән һыналған*, әммә юҡ итеп булған алтындан күпкә ҙурыраҡ. 8  Һеҙ Мәсихте, бер ҡасан да күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ. Һеҙ уны хәҙер ҙә күрмәйһегеҙ, әммә уға инанаһығыҙ һәм әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур шатлыҡ кисерәһегеҙ, 9  сөнки иманығыҙҙың маҡсатына — ҡотолоуға ирешәһегеҙ. 10  Һеҙҙе көткән сикһеҙ игелек тураһында пәйғәмбәрлек иткән пәйғәмбәрҙәр шул ҡотолоуға ҡағылған бөтә нәмәне ентекләп тикшергән һәм төптән өйрәнгән. 11  Улар үҙҙәрендәге рух һөйләгән нәмәләр Мәсихтә ҡасан һәм ниндәй шарттарҙа үтәләсәген аңларға тырышҡан. Был рух Мәсихтең ғазап сигәсәге, ә шунан данланасағы тураһында пәйғәмбәрлек иткән. 12  Алла шул пәйғәмбәрҙәргә уларҙың үҙ-үҙҙәренә түгел, ә һеҙгә хеҙмәт иткәндәрен асҡан. Уларҙың нимә тураһында яҙғандарын һеҙ һөйөнөслө хәбәрҙе күктән ебәрелгән изге рух ярҙамында вәғәзләгәндәрҙән белдегеҙ. Фәрештәләр тап шул нәмәләргә төшөнөргә бик теләй ҙә. 13  Шуға күрә аҡылығыҙҙы эш итер өсөн әҙерләгеҙ, һәр ваҡыт айыҡ аҡыллы булығыҙ, өмөтөгөҙҙө үҙегеҙгә күрһәтеләсәк сикһеҙ игелеккә бағлағыҙ. Был игелек Ғайса Мәсихтең килгәнлеге асыҡ күренеп торғанда* күрһәтеләсәк. 14  Тыңлаусан балалар һымаҡ булығыҙ. Алланы белмәгән саҡтағы теләктәрегеҙгә бүтән үҙегеҙ менән идара итергә* бирмәгеҙ. 15  Әммә, һеҙҙе саҡырған Алла изге булған кеүек, һеҙ ҙә бөтә эштәрегеҙҙә изге булығыҙ. 16  «Изге булығыҙ, сөнки мин изге», — тип яҙылған бит. 17  Кеше айырмайынса, һәр кемде эштәренә ҡарап хөкөм иткән Атаға доға ҡылаһығыҙ икән, был донъяла ваҡытлыса йәшәгән саҡта эштәрегеҙ менән Алланан ҡурҡҡанығыҙҙы күрһәтегеҙ. 18  Беләһегеҙ бит, һеҙ ата-бабаларығыҙҙан мираҫ итеп алған* мәғәнәһеҙ тормоштан алтын-көмөш кеүек фани нәмәләр менән түгел, 19  ә кәмселекһеҙ һәм тапһыҙ бәрәстең, йәғни Мәсихтең ҡиммәтле ҡаны менән азат ителдегеҙ*. 20  Уның хаҡында донъяға нигеҙ һалынғанға* тиклем үк билдәле булған, әммә ул ахырғы ваҡытта һеҙҙең хаҡҡа асыҡ күренде. 21  Уның арҡаһында һеҙ Аллаға инанаһығыҙ. Алла, һеҙ үҙенә өмөт бағлаһын һәм ышанһын өсөн, Мәсихте үленән терелтеп, данлыҡлы итте. 22  Хәҡиҡәткә буйһоноп, һеҙ таҙарындығыҙ, һөҙөмтәлә бер-берегеҙҙе туғандарса, эскерһеҙ яраттығыҙ. Шунлыҡтан бер-берегеҙҙе бөтә йөрәктән, ныҡ итеп яратығыҙ. 23  Һеҙ серей торған орлоҡтан түгел, ә серемәй торған орлоҡтан тере һәм мәңгелек Алланың һүҙе аша яңынан тыуҙырылдығыҙ. 24  Сөнки Яҙмаларҙа былай тип яҙылған: «Бөтә кешеләр — үлән һымаҡ, уларҙың бөтә даны — ялан сәскәһе шикелле. Үлән ҡорой, сәскә ҡойола, 25  ә Йәһүә һүҙе мәңге тора». Был һүҙ — һеҙгә вәғәзләнгән һөйөнөслө хәбәр.

Төшөрмәләр

Йәки «алдан күреүе».
Һүҙмә-һүҙ «Ғайса Мәсихтең асылышы ваҡытында».
Йәки «сафландырылған».
Һүҙмә-һүҙ «Ғайса Мәсихтең асылышы ваҡытында».
Йәки «үҙегеҙҙе формалаштырырға».
Йәки «ғөрөф-ғәҙәт буйынса алған».
Һүҙмә-һүҙ «йолоп алындығыҙ».
Күрәһең, Әҙәм менән Һауаның балалары тыуыуы күҙ уңында тотола.