Беренсе Петер 2:1—25
2 Шуға күрә бар яуызлыҡтан, ялғандан, ике йөҙлөлөктән, көнсөллөктән һәм яманлауҙың һәр төрөнән арынығыҙ.
2 Яңы тыуған сабый һөткә ынтылған шикелле, Алла һүҙендәге саф һөткә ынтылыш үҫтерегеҙ, шунда уның ярҙамында үҫеп, ҡотолоуға өлгәшерһегеҙ,
3 һеҙ бит Хужабыҙҙың игелеген татынығыҙ.
4 Һеҙ уның янына — кешеләр кире ҡаҡҡан, әммә Алла тарафынан һайлап алынған һәм уның өсөн ҡиммәтле булған тере таш янына килгәндә,
5 һеҙҙең үҙегеҙҙән, тере таштарҙан, рухи йорт төҙөлә. Шулай итеп һеҙ изге руханиҙар булып, Ғайса Мәсих аша Алла хуп күргән рухи ҡорбандар килтерерһегеҙ.
6 Сөнки Яҙмаларҙа былай тиелгән: «Мин Сионда һайлап алынған ташты — нигеҙҙең ҡиммәтле мөйөш ташын һалам, уға ышанған кешенең күңеле бер ҡасан да һүрелмәҫ*».
7 Шулай итеп, һеҙҙең өсөн ул ҡиммәтле, сөнки һеҙ уға ышанаһығыҙ. Уға ышанмағандар өсөн иһә «төҙөүселәр кире ҡаҡҡан таш иң мөһим мөйөш ташы* булып китте»,
8 шулай уҡ «уларҙы абындырған таш һәм юлдарында кәртә булып торған ҡая» булып китте. Улар һүҙгә буйһонмай, шуға күрә абыналар. Ундай кешеләрҙең ахыры шундай булыры алдан билдәле ине.
9 Ләкин һеҙ — «һайлап алынған нәҫел, батша-руханиҙар, изге халыҡ һәм Алланың милке итеп алынған кешеләр». Һеҙ ҡараңғылыҡтан үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының «иҫ киткес сифаттарын* бөтә ерҙә иғлан итер өсөн» һайландығыҙ.
10 Ҡасандыр һеҙ халыҡ түгел инегеҙ, ә хәҙер һеҙ Алла халҡы. Элек һеҙгә мәрхәмәт күрһәтелмәй ине, ә хәҙер күрһәтелде.
11 Һөйөклө ҡәрҙәштәрем, һеҙ был донъяла — килмешәктәр һәм ваҡытлыса йәшәүселәр, шуға күрә үҙегеҙгә ҡаршы көрәш алып барған гонаһлы теләктәргә бирешмәҫкә өндәйем.
12 Башҡа кешеләр араһында тәртибегеҙ өлгөлө булһын. Шул саҡта улар, һеҙҙе яуыз эштәрҙә ғәйепләгәндә, яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, Алла тикшерер өсөн килгән көндө уны данларҙар.
13 Хужабыҙ хаҡына хакимлыҡҡа эйә булғандарҙың барыһына буйһоноғоҙ: юғары урын биләгән батшаға ла,
14 батша тарафынан енәйәтселәргә яза биреү һәм яҡшылыҡ эшләгәндәрҙе маҡтау өсөн билдәләнгән идарасыларға ла буйһоноғоҙ.
15 Сөнки Алланың ихтыяры шул: һеҙ үҙегеҙҙең яҡшы эштәрегеҙ менән ахмаҡ һүҙҙәр һөйләүсе аҡылһыҙ кешеләрҙең ауыҙҙарын ябырға* тейешһегеҙ.
16 Үҙегеҙҙе ирекле кешеләр кеүек тотоғоҙ, ләкин ирегегеҙҙе яуыз эштәрҙе йәшерер* өсөн файҙаланмағыҙ, ә уны Алланың ҡолдары кеүек ҡулланығыҙ.
17 Һәр төрлө кешене хөрмәт итегеҙ, бөтә ҡәрҙәштәрҙе* яратығыҙ, Алланан ҡурҡығыҙ*, батшаны ололағыҙ.
18 Хеҙмәтселәр, хужаларығыҙға тейешле хөрмәт менән буйһоноғоҙ. Яҡшы һәм аҡыллыларына ғына түгел, ә ярауы ауыр булғандарына ла буйһоноғоҙ.
19 Сөнки кеше, Алла алдында намыҫын* саф килеш һаҡларға теләп, ауырлыҡтарҙы* сыҙамлыҡ менән үткәрә һәм нахаҡҡа ғазап сигә икән, бының менән ул Алланы ҡыуандыра.
20 Гонаһ ҡылған өсөн туҡмалғанда түҙәһегеҙ икән, иҫ китерлек нимә эшләйһегеҙ? Әммә яҡшы эштәр өсөн ғазап сиккәндә түҙәһегеҙ икән, бының менән Алланы ҡыуандыраһығыҙ.
21 Һеҙ тап шуның өсөн саҡырылдығыҙ ҙа, сөнки Мәсих тә, һеҙ үҙенең эҙҙәренән мөмкин тиклем теүәлерәк барһын өсөн, һеҙгә өлгө ҡалдырып, һеҙҙең хаҡҡа ғазап сикте.
22 Ул бер ниндәй ҙә гонаһ ҡылманы һәм ауыҙынан ялған һүҙ сыҡманы.
23 Мыҫҡыл ителгән ваҡытта ул яуап итеп мыҫҡыл итмәне, ғазап сиккәндә янаманы, ләкин үҙен ғәҙел хөкөм итеүсегә тапшырҙы.
24 Беҙ гонаһтарҙан арынып, тәҡүә эштәр ҡылып йәшәһен өсөн, ул гонаһтарыбыҙҙы үҙ тәнендә бағанаға* күтәрҙе. «Уның яралары һеҙҙе һауыҡтырҙы».
25 Һеҙ бит аҙашҡан һарыҡтар кеүек инегеҙ, ә хәҙер йәндәрегеҙҙең* көтөүсеһенә һәм яҡлаусыһына* әйләнеп ҡайттығыҙ.
Төшөрмәләр
^ Һүҙмә-һүҙ «кеше хурлыҡҡа ҡалмаҫ».
^ Һүҙмә-һүҙ «мөйөш башы». Был таш мөйөштә берләшкән ике стенаның башына ҡуйылып, уны ныҡ иткән.
^ Һүҙмә-һүҙ «яҡшылыҡтарын», йәғни маҡтауға лайыҡ сифаттарын һәм эштәрен.
^ Һүҙмә-һүҙ «морондоҡ кейҙерергә».
^ Йәки «аҡлар».
^ Һүҙмә-һүҙ «ҡәрҙәшлекте».
^ Йәки «тәрән хөрмәт итегеҙ; ололағыҙ». Һүҙлектә «Алланан ҡурҡыу» тигән мәҡәләне ҡ.
^ Йәғни выжданын.
^ Йәки «ҡайғыны; ауыртыуҙы».
^ Йәки «ағас бағанаға».
^ Йәки «тормошоғоҙҙоң».