Беренсе Петер 3:1—22
3 Тап шулай уҡ һеҙ ҙә, ҡатындар, ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шулай эшләп, һеҙ Алла һүҙенә ҡолаҡ һалмағандарын бер һүҙһеҙ, эштәрегеҙ менән яулап алырһығыҙ,
2 сөнки улар лайыҡлы* тәртибегеҙҙе һәм тәрән хөрмәтегеҙҙе күрер.
3 Һеҙҙең гүзәллегегеҙ үрелгән сәс, алтын биҙәүестәр йәки ҡыйбат кейем кеүек тышҡы матурлыҡта түгел,
4 ә күңел түрендәге эске матурлыҡта, йәғни Алла юғары баһалаған тыныс һәм йыуаш рухтың мәңге һулымаҫ матурлығында булһын.
5 Элек Аллаға өмөтләнгән изге ҡатындар ҙа, ирҙәренә буйһоноп, үҙҙәрен тап шулай биҙәгән.
6 Улар, Ибраһимды хужам тип атаған һәм уға күндәм булған Сара кеүек, ирҙәренә күндәм булғандар. Әгәр изгелек эшләһәгеҙ һәм ҡурҡыуға бирелмәһәгеҙ, Сараның ҡыҙҙары булырһығыҙ.
7 Тап шулай уҡ һеҙ ҙә, ирҙәр, ҡатындарығыҙҙы яҡшы аңлап йәшәгеҙ*. Ҡатын-ҡыҙҙар һеҙҙән көсһөҙөрәк, нескә һауыт кеүек булғанға, уларға ихтирам күрһәтегеҙ, сөнки улар ҙа һеҙҙең менән бергә Алланың сикһеҙ игелеге арҡаһында тормош бүләген мираҫ итеп алалар. Шул саҡта доғаларығыҙға тотҡарлыҡ булмаҫ.
8 Ниһайәт, бер фекерле, йәлләүсән булығыҙ, бер-берегеҙҙең хәленә инегеҙ, баҫалҡы булығыҙ һәм бер-берегеҙҙе туғандарса яратығыҙ.
9 Яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән ҡайтармағыҙ, хурлауға хурлау менән яуап бирмәгеҙ. Киреһенсә, фатиха менән яуап ҡайтарығыҙ*, сөнки һеҙ шуның өсөн саҡырылдығыҙ. Шул саҡта Алла һеҙҙе фатихалар.
10 Сөнки былай тип яҙылған: «Кем тормошҡа һөйөнөп, бәхетле ғүмер итергә теләй, шул телен яманлыҡтан һәм ауыҙын ялған һөйләүҙән тыйһын.
11 Яуызлыҡтан ситтә торһон һәм яҡшылыҡ ҡылһын, тыныслыҡ* эҙләп, шуға ынтылһын.
12 Сөнки Йәһүәнең күҙҙәре тәҡүәләргә төбәлгән һәм ҡолаҡтары уларҙың ялбарыуҙарын ишетә. Яуызлыҡ ҡылыусыларҙан иһә Йәһүә йөҙөн бора».
13 Яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торһағыҙ, кем һеҙгә зыян килтерһен?
14 Ләкин, һеҙгә тәҡүәлек өсөн ғазап сигергә тура килһә лә, һеҙ бәхетле. Ә улар ҡурҡҡан нәмәләрҙән* ҡурҡмағыҙ һәм бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ.
15 Йөрәктәрегеҙҙә Мәсихте Хужағыҙ итеп ололағыҙ. Өмөтөгөҙҙөң нимәгә нигеҙләнгәнен аңлатыуығыҙҙы талап иткән һәр кеше алдында уны яҡларға һәр ваҡыт әҙер булығыҙ, ләкин быны йомшаҡ итеп*, тәрән хөрмәт менән эшләгеҙ.
16 Намыҫығыҙҙы* саф килеш һаҡлағыҙ. Шул саҡта һеҙҙе ғәйепләүселәр, һеҙҙе нимәлә генә ғәйепләмәһендәр*, Мәсих шәкерттәре булараҡ үҙегеҙҙе лайыҡлы тотоуығыҙҙы күреп, оятҡа ҡалыр.
17 Яҡшы эштәр өсөн ғазап сигеү (Алла быны рөхсәт итә икән) яуыз эштәр өсөн ғазап сигеүгә ҡарағанда яҡшыраҡ.
18 Мәсих тә бит, тәҡүә кеше, тәҡүә булмағандар өсөн бер тапҡыр үлеп, уларҙы гонаһтарҙан азат итте. Ул быны һеҙҙе Аллаға килтерер өсөн эшләне. Ул кеше булараҡ үлтерелде, ә рух булараҡ терелтелде.
19 Шунан һуң ул тотҡондағы рухтарға вәғәзләргә китте.
20 Улар Нух көндәрендә Аллаға буйһонмаған. Ул көндәрҙә Алла, кәмә төҙөлгәнсе, сабырлыҡ менән көткән. Ул кәмәлә бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, туфан һыуҙары аша үтеп, ҡотолған.
21 Ошоға оҡшаш һыуға сумдырылыу хәҙер һеҙҙе Ғайса Мәсихтең терелеүе аша ҡотҡара. (Һыуға сумдырылыу — тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә Алланан саф намыҫ* тураһында үтенеү ул.)
22 Мәсих күккә күтәрелеп, Алланың уң яғына ултырҙы. Алла уға фәрештәләрҙе, хакимлыҡтарҙы һәм көстәрҙе буйһондорҙо.
Төшөрмәләр
^ Йәки «саф».
^ Йәки «ҡатындарығыҙ менән белемгә ярашлы итеп йәшәгеҙ».
^ Йәки «изгелек менән ҡайтарығыҙ».
^ Йәки «татыулыҡ».
^ Йә, бәлки, «уларҙың янауҙарынан».
^ Йәки «йыуашлыҡ менән».
^ Йәғни выжданығыҙҙы.
^ Йәки «һеҙҙе тәнҡитләүселәр, һеҙҙе нимә өсөн генә тәнҡитләмәһендәр».
^ Йәғни выждан.