Беренсе Петер 5:1—14

  • Алла көтөүен көтөгөҙ (1—4)

  • Баҫалҡы һәм уяу булығыҙ (5—11)

    • Бөтә борсолоуҙарығыҙҙы Аллаға йөкмәтегеҙ (7)

    • Иблис ырылдаған арыҫлан шикелле (8)

  • Йомғаҡлау һүҙҙәре (12—14)

5  Шуға күрә мин, аҡһаҡал, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм асыласаҡ данды уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы аҡһаҡалдарға өндәшәм: 2  күҙәтеүселәр булып хеҙмәт итеп*, үҙегеҙгә ышанып тапшырылған Алла көтөүен мәжбүр иткәнгә түгел, ә теләп көтөгөҙ, сөнки Алла быны хуп күрә; табыш артынан ҡыумайынса, тырышлыҡ һалып көтөгөҙ; 3  Алла мөлкәте* өҫтөнән хакимлыҡ итмәгеҙ, ә көтөүгә үрнәк күрһәтегеҙ. 4  Шунда, баш көтөүсе килгәс*, һеҙ һулымаҫ дан тажы алырһығыҙ. 5  Тап шулай уҡ һеҙ ҙә, йәш ир ҡәрҙәштәр, үҙегеҙҙән олораҡ ирҙәргә* буйһоноғоҙ. Бөтәгеҙ ҙә бер-берегеҙ менән үҙегеҙҙе баҫалҡы итеп тотоғоҙ*, сөнки Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә баҫалҡыларға сикһеҙ игелеген күрһәтә. 6  Шуға күрә ҡөҙрәтле Аллаға* баҫалҡы рәүештә буйһоноғоҙ, шул саҡта ул һеҙҙе үҙ ваҡытында юғары күтәрер. 7  Үҙегеҙҙең бөтә борсолоуҙарығыҙҙы* уға йөкмәтегеҙ*, сөнки ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта. 8  Айыҡ аҡыллы, уяу булығыҙ! Һеҙҙең дошманығыҙ Иблис, ырылдаған арыҫлан шикелле, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй. 9  Иманда ныҡ ҡалып, уға ҡаршы тороғоҙ! Ер йөҙөндәге бөтә ҡәрҙәштәрегеҙҙең дә шундай уҡ ғазаптар кисергәнен беләһегеҙ бит. 10  Бөтә сикһеҙ игелектең сығанағы булған һәм һеҙҙе Мәсих аша мәңгелек данға саҡырған Алла иһә, һеҙ бер ни тиклем ваҡыт ғазап сиккәндән һуң, үҙе һеҙҙе барыһына өйрәтер. Ул һеҙҙе нығытыр, көслө һәм ҡаҡшамаҫ итер. 11  Көс-ҡөҙрәт мәңгегә уныҡы булһын! Амин. 12  Тоғро ҡәрҙәшем Силуан* яҙырға ярҙам иткән ошо ҡыҫҡа хатымда һеҙҙе нығытырға һәм Алланың ысындан да һеҙгә сикһеҙ игелек күрһәткәненә ышандырырға теләнем. Шул игелеккә ныҡ тотоноғоҙ. 13  Бабилдағы* һеҙҙең кеүек үк һайлап алынған ханым*, шулай уҡ улым Марк һеҙгә сәләм әйтә. 14  Яратыуығыҙҙы белдереп, бер-берегеҙҙе үбеп сәләмләгеҙ. Мәсих менән берҙәмлектә булған барығыҙға ла именлек булһын.

Төшөрмәләр

Йәки «ҡайғыртыу менән күҙәтеп».
Һүҙмә-һүҙ «мираҫы».
Һүҙмә-һүҙ «асыҡ күренгәс».
Йәки «аҡһаҡалдарға».
Йәки «баҫалҡылыҡты кейегеҙ; баҫалҡылыҡ менән билегеҙҙе быуығыҙ».
Һүҙмә-һүҙ «Алланың ҡөҙрәтле ҡулы аҫтына».
Йәки «мәшәҡәттәрегеҙҙе; шом-хафаларығыҙҙы».
Һүҙмә-һүҙ «ташлағыҙ».
Силас булараҡ та билдәле.
Йәғни Вавилондағы.
Был урында ҡулланылған грек телендәге алмаш ҡатын кешегә ҡарай һәм, күрәһең, Бабилдағы йыйылышты аңлата.