1 Яхъя 1:1—10

  • «Тормош һүҙе» (1—4)

  • Яҡтылыҡта йөрөү (5—7)

  • Гонаһтарҙы танырға кәрәк (8—10)

1  Беҙ һеҙгә тормош һүҙен килтереүсе тураһында яҙабыҙ. Ул баштан уҡ булған, беҙ уны ишеттек, үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек, күҙәттек һәм уға ҡулдарыбыҙ менән ҡағылдыҡ.  (Эйе, мәңгелек тормош беҙгә асыҡ күрһәтелде, беҙ уны күрҙек һәм уның тураһында һеҙгә шаһитлыҡ ҡылабыҙ һәм һөйләйбеҙ. Был мәңгелек тормош — Атанан, һәм ул беҙгә асыҡ итеп күрһәтелде.)  Беҙ Ата һәм уның Улы Ғайса Мәсих менән берҙәмлектә* булған кеүек, һеҙ ҙә беҙҙең менән берҙәмлектә булһын өсөн, беҙ һеҙгә ишеткән-күргәндәребеҙ тураһында һөйләйбеҙ  һәм, бөтәбеҙҙең дә ҡыуанысы тулы булһын өсөн, һеҙгә ошоларҙы яҙабыҙ.  Бына беҙ Ғайсанан ишеткән һәм һеҙгә иғлан иткән хәбәр: Алла — ул яҡтылыҡ һәм унда һис ниндәй ҡараңғылыҡ юҡ.  Әгәр ҙә: «Беҙ уның менән берҙәмлектә», — тип әйтәбеҙ, ә үҙебеҙ ҡараңғылыҡта йөрөйбөҙ икән, беҙ алдайбыҙ һәм хәҡиҡәт буйынса йәшәмәйбеҙ.  Әгәр инде, Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йөрөһәк, тимәк, беҙ бер-беребеҙ менән берҙәмлектә һәм уның Улы Ғайсаның ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтан таҙарындыра.  Әгәр: «Гонаһыбыҙ юҡ», — тип әйтәбеҙ икән, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ һәм беҙҙә хәҡиҡәт юҡ.  Ә гонаһтарыбыҙҙы таныйбыҙ икән, Алла гонаһтарыбыҙҙы кисереп, беҙҙе һәр төрлө яуызлыҡтан таҙарындырыр, сөнки ул тоғро һәм ғәҙел*. 10  Әгәр: «Беҙ гонаһ ҡылманыҡ», — тип әйтәбеҙ икән, Алланы ялғансы итәбеҙ һәм беҙҙә уның һүҙе юҡ.

Төшөрмәләр

Йәки «яҡын мөнәсәбәттәрҙә», ошонда һәм был бүлектең башҡа урындарында.
Йәки «тәҡүә».