Икенсе Петер 2:1—22
2 Шулай ҙа, исраилдар араһында ялған пәйғәмбәрҙәр булған кеүек, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Был кешеләр һиҙҙермәй генә иманығыҙҙы емерә торған бүленештәр тыуҙырыр, хатта үҙҙәрен һатып алған хужанан баш тартып, һәләкәттәрен тиҙләтер.
2 Күптәр уларҙың оятһыҙ тәртибенә* эйәрер, һәм улар арҡаһында кешеләр хәҡиҡәт юлын яманлап һөйләр.
3 Улар алдыҡ һүҙҙәр һөйләп, ҡомһоҙлоҡ менән һеҙҙе үҙ файҙаһы өсөн ҡулланыр. Уларға инде күптән сығарылған хөкөм үҙ ваҡытында үтәлер, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.
4 Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе аямаған, ләкин сығарылған хөкөм ҡарары үтәлгәнгә тиклем дөм ҡараңғылыҡта тотор өсөн, уларҙы сылбырҙар менән бығаулап* та́ртарға* ташлаған.
5 Ул шулай уҡ боронғо донъяны аямаған, әммә тәҡүә булмағандар донъяһына туфан һыуы ебәргәндә, тәҡүәлекте вәғәзләүсе Нухтың һәм тағы ете кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған.
6 Ул Садум менән Ғамура ҡалаларын, көлгә әйләндереп, хөкөм иткән, шулай итеп киләсәктә тәҡүә булмаған кешеләрҙе нимә көткәнен күрһәткән.
7 Ләкин ул гонаһ ҡылыусыларҙың оятһыҙ тәртибенән* интеккән тәҡүә Лутты ҡотҡарған.
8 Сөнки был тәҡүә кеше, уларҙың араһында йәшәгәндә, яуыз эштәрен күреп-ишетеп йөрөгәнлектән, көндән-көн ғазап сиккән.
9 Тимәк, Йәһүә үҙенә тоғро булғандарҙы һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға һәм тәҡүә булмағандарҙы хөкөм көнөндә юҡ итер өсөн нисек һаҡларға икәнен белә.
10 Был бигерәк тә башҡаларҙың тәнен нәжесләргә тырышҡандарға һәм хакимлыҡты һанға һуҡмағандарға ҡағыла.
Был әҙәпһеҙ* һәм тәкәббер ялған өйрәтеүселәр Алла данға лайыҡ иткәндәрҙе яманлауҙан ҡурҡмайҙар.
11 Шул уҡ ваҡытта фәрештәләр, күпкә көслөрәк һәм ҡеүәтлерәк булһалар ҙа, Йәһүәгә хөрмәт йөҙөнән был ялған өйрәтеүселәрҙе хурлап ғәйепләмәйҙәр.
12 Ундай кешеләр тәбиғи тойғолары* буйынса йәшәгән, аулау һәм үлтереү өсөн генә тыуған аңһыҙ хайуандар һымаҡ. Улар үҙҙәре лә аңламаған нәмәләр тураһында яманлап һөйләй. Һәләкәт юлына баҫып, улар үҙҙәрен һәләкәткә дусар иткән.
13 Улар яуыз эштәре өсөн яза аласаҡ.
Хатта көпә-көндөҙ үҙҙәренең тән теләктәренә бирелеүҙән рәхәтлек табалар. Улар кейемдәге тап һәм биттәге бысраҡ шикелле. Һеҙҙең менән бергә мәжлестәрҙә ултырғанда үҙҙәренең ялған тәғлимәттәре тураһында ләззәтләнеп һөйләйҙәр.
14 Күҙҙәре енси теләк* менән тулы, улар гонаһҡа ҡаршы тора алмай һәм иманда ныҡ тормағандарҙы* ылыҡтырып юлдан яҙҙыра. Күңелдәре ҡомһоҙлоҡҡа өйрәтелгән, улар — ҡәһәрләнгән балалар.
15 Был кешеләр тура юлды ҡалдырып, ситкә тайпылған. Улар яуыз эштәре өсөн бүләк алырға яратҡан Биғур улы Билғам юлынан киткән,
16 ләкин Билғам үҙ гонаһында фаш ителгән. Өнһөҙ ишәк, кеше тауышы менән өндәшеп, был пәйғәмбәрҙе ахмаҡлыҡ эшләүҙән туҡтатҡан.
17 Улар — һыуһыҙ шишмәләр, дауыл ҡыуып йөрөткән ямғырһыҙ болоттар. Уларҙы дөм ҡараңғылыҡ көтә.
18 Улар яңғырауыҡлы, әммә буш һүҙҙәр һөйләй. Гонаһлы теләктәр уятып һәм үҙҙәрен оятһыҙ тотоп*, күптән түгел генә яуызлыҡ ҡылыусыларҙан айырылған кешеләрҙе ылыҡтырып юлдан яҙҙыралар.
19 Уларға азатлыҡ вәғәҙә итеп тә, үҙҙәре боҙоҡлоҡ ҡолдары булып ҡалалар, сөнки кем кемдән* еңелә, шуның ҡолона әйләнә.
20 Әгәр улар, Хужабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында теүәл белем алып, был донъяның бысраҡ эштәрен ҡалдырғандан һуң, һуңынан шуларға кире ҡайтып уларҙан еңелә икән, улар элеккегә ҡарағанда ла насарыраҡ хәлдә.
21 Тәҡүәлек юлын яҡшы белгәндән һуң үҙҙәре алған изге әмерҙән баш тартыуға ҡарағанда, ул юлды бөтөнләй белмәһәләр, улар өсөн яҡшыраҡ булыр ине.
22 Улар менән булған хәл тураһында мәҡәлдә ҡайһылай дөрөҫ әйтелә: «Эт үҙ ҡоҫоғона әйләнеп ҡайта һәм йыуындырылған сусҡа бысраҡта аунарға бара».
Төшөрмәләр
^ Грекса асе́лгейа, күплек һанда тора. Һүҙлектә «Оятһыҙ тәртип» тигән мәҡәләне ҡ.
^ Йә, бәлки, «соҡорҙарға ташлап».
^ Грекса асе́лгейа. Һүҙлектә «Оятһыҙ тәртип» тигән мәҡәләне ҡ.
^ Йәки «оятһыҙ».
^ Йәғни инстинкт.
^ Йәки «зина».
^ Йәки «тотороҡһоҙҙарҙы».
^ Грекса асе́лгейа, күплек һанда тора. Һүҙлектә «Оятһыҙ тәртип» тигән мәҡәләне ҡ.
^ Йәки «нимәнән».