Икенсе Петер 3:1—18
3 Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, мин һеҙгә инде икенсе хат яҙам. Беренсе хаттағы кеүек, был хатымда ла инде белгәндәрегеҙҙе хәтерегеҙгә төшөрөп, һеҙҙе айыҡ фекер йөрөтөргә өндәйем.
2 Был һеҙгә изге пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәрен*, шулай уҡ Хужабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ илселәрегеҙ аша тапшырған әмерҙе иҫтә тоторға ярҙам итер.
3 Иң тәүҙә шуны белегеҙ: һуңғы көндәрҙә үҙ теләктәре буйынса эш иткән мыҫҡыллап көлөүселәр килеп сығыр.
4 Улар: «Килергә вәғәҙә иткәйне бит, ҡайҙа һуң ул? Ата-бабаларыбыҙ үлгәндән бирле бер нәмә лә үҙгәрмәй, Алла кешеләрҙе бар иткән ваҡытта нисек булған, барыһы ла шул килеш ҡала», — тиерҙәр.
5 Улар белә тороп шуны иғтибарһыҙ ҡалдыра: боронғо заманда күк һәм ер булған, Алла һүҙе буйынса, ер һыуҙан ҡалҡып, һыуҙар араһында ныҡ торған,
6 һәм шул һыу ул ваҡыттағы донъяны баҫҡас, донъя һәләк ителгән.
7 Шул уҡ һүҙ буйынса, әлеге күк менән ер тәҡүә булмаған кешеләрҙе хөкөм итеү һәм һәләк итеү көнөнә тиклем ут менән юҡ ителеү өсөн һаҡлана.
8 Шулай ҙа, ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, Йәһүә өсөн бер көн мең йыл кеүек һәм мең йыл бер көн кеүек булғанын онотмағыҙ.
9 Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡҡа һуҙа тип уйлаһалар ҙа, Йәһүә үҙ вәғәҙәһен үтәүҙе оҙаҡҡа һуҙмай, ә һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә. Ул бит бер кемдең дә һәләк ителеүен теләмәй, ә бөтәһенең дә тәүбәгә килеүен теләй.
10 Йәһүә көнө ҡараҡ кеүек киләсәк. Ул көндө күк көслө дөһөрләгән тауыш менән юҡҡа сығыр, ә күк менән ерҙе тәшкил иткән өлөштәр ныҡ ҡыҙып, тулыһынса емерелер. Ер һәм унда ҡылынған эштәр иһә фаш ителер.
11 Быларҙың барыһы шулай емереләсәк икән, үҙегеҙҙең ниндәй кешеләр булырға тейешлегегеҙ тураһында уйлағыҙ. Тәртибегеҙ — изге булырға, эштәрегеҙ Аллаға бирелгәнлегегеҙҙе күрһәтергә тейеш.
12 Шулай уҡ Йәһүәнең көнөн* көтөп, уны иҫегеҙҙә тотоғоҙ*. Ул көндә күк ут менән юҡ ителер, ә күк менән ерҙе тәшкил иткән өлөштәр ҡыҙыулыҡтан иреп бөтөр.
13 Ләкин беҙ, Алланың вәғәҙәһе буйынса, тәҡүәлек хөкөм һөргән яңы күкте һәм яңы ерҙе көтәбеҙ.
14 Шуға күрә, ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, быларҙың барыһын көткән арала, һөҙөмтәлә Алла һеҙҙе саф, тел тейҙергеһеҙ һәм татыулыҡ һаҡлаусы кешеләр тип тапһын өсөн, бар көсөгөҙҙө һалығыҙ.
15 Бынан тыш, Хужабыҙҙың сабырлығын ҡотолор өсөн мөмкинлек тип һанағыҙ. Яратҡан ҡәрҙәшебеҙ Пауыл да Алланан бирелгән аҡыллылыҡ менән һеҙгә шул хаҡта яҙғайны.
16 Ул шул хаҡта үҙенең бөтә хаттарында яҙа. Әммә уның хаттарында аңлауы ауыр булған ҡайһы бер урындар бар. Наҙан* һәм иманда ныҡ тормаған* кешеләр, Яҙмаларҙың башҡа өлөштәрен боҙған кеүек, шул урындарҙы ла боҙоп аңлата һәм бының менән үҙҙәрен һәләкәткә дусар итә.
17 Шуға күрә, ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, быларҙың булырын алдан белеп, һаҡ булығыҙ: шул яуыз кешеләр һеҙҙе ялғандары менән яңылыштырып, ныҡлығығыҙҙы ҡаҡшатмаһын.
18 Хужабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең сикһеҙ игелеген тағы ла мулыраҡ татырға һәм уның тураһында күберәк белем алырға ынтылығыҙ. Уға хәҙер һәм мәңгегә дан булһын. Амин.
Төшөрмәләр
^ Йәки «алдан әйткәндәрен».
^ Һүҙмә-һүҙ «көнөнөң килеү осорон».
^ Йәки «ныҡ теләгеҙ». Һүҙмә-һүҙ «тиҙләтегеҙ».
^ Йәки «өйрәтелмәгән».
^ Йәки «тотороҡһоҙ»