Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Инеш һүҙҙәр

Инеш һүҙҙәр

«ИЗГЕ ЯҘМА НИСЕК ҺАҠЛАНЫП ҠАЛҒАН?» тигән брошюра

Һора: Ризалашырһығыҙҙыр, Изге Яҙма Алла Һүҙе икән, тимәк, уны юҡ итергә тырышһалар ҙа, Алла уны һаҡлап ҡалырға тейеш булған.

Уҡы: Иш 40:8

Тәҡдим ит: Ошо мәҡәләләрҙә Изге Яҙманың бөгөнгө көндәргә тиклем нисек һаҡланып ҡалғаны тураһында әйтелә.

«ИЗГЕ ЯҘМА НИСЕК ҺАҠЛАНЫП ҠАЛҒАН?» тигән брошюра (һуңғы бит)

Һора: Ошо һорауға фекерегеҙҙе белергә ҡыҙыҡ булыр ине. [32-се биттәге беренсе һорауҙы уҡы.] Ҡайһы берәүҙәр, динде кешеләр уйлап сығарған, тип иҫәпләй. Башҡалар иһә, дин аша Аллаға яҡынлашып була, тигән фекерҙә тора. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Уҡы: Яҡ 1:27

Тәҡдим ит: Изге Яҙмала бының тураһында тағы нимә әйтелгәнен ошо мәҡәләнән белеп була. Киләһе тапҡыр ҙа һеҙҙең менән был мәҡәләләге ҡайһы бер фекерҙәр буйынса бик теләп фекер алышыр инем.

ПЛАНДАРҘЫ ҠУЛЛАНЫРҒА ӨЙРӘН

Һора: Беҙҙең һәр беребеҙҙең — туғандарыбыҙҙың да, дуҫтарыбыҙҙың да — исеме бар. Ә Алланың исеме бармы икән?

Уҡы: Зәб 83:18

Тәҡдим ит: Был пландан һеҙ Изге Яҙмала Алла тураһында тағы нимә әйтелгәнен белерһегеҙ. [Тейешле планды ҡулланып, «Алла кем ул?» тигән өҫтәмә исем буйынса фекер алыш.]

МИНЕҢ ИНЕШ ҺҮҘҘӘРЕМ

Өҫтә килтерелгән инеш һүҙҙәрҙе ҡулланып үҙеңдең инеш һүҙҙәреңде төҙө.