Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Өйрәнеүселәргә бағышланыуға һәм һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итәбеҙ.

Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Өйрәнеүселәргә бағышланыуға һәм һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итәбеҙ.

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Алланың хуплауын алыр өсөн, өйрәнеүселәргә уға үҙ тормоштарын бағышларға һәм һыуға сумдырылырға кәрәк (1Пт 3:21). Бағышланыуҙары буйынса йәшәгән кешеләр рухи яҡлау ала (Зәб 91:1, 2). Мәсихсе үҙен берәй кешегә, эшкә йәки ойошмаға түгел, ә Йәһүәгә бағышлай. Шунлыҡтан өйрәнеүселәргә Аллаға ҡарата яратыу һәм рәхмәт тойғоһо үҫтерергә кәрәк (Рм 14:7, 8).

ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР:

  • Өйрәнеү ваҡытында өйрәнеүсенән, әле ҡарап сыҡҡан материалдан һин Йәһүә тураһында нимә белдең, тип һорап була. Изге Яҙманы көн дә уҡыуҙың һәм өҙлөкһөҙ доға ҡылыуҙың мөһимлегенә баҫым яһа (1Фс 5:17; Яҡ 4:8).

  • Өйрәнеүсеңде маҡсаттар ҡуйырға, мәҫәлән, бағышланырға һәм һыуға сумдырылырға дәртләндер. Шулай уҡ уға бәләкәйерәк маҡсаттарға ирешергә, мәҫәлән, йыйылыш осрашыуҙарында комментарийҙар бирергә, күршеләренә һәм хеҙмәттәштәренә вәғәзләргә ярҙам ит. Иҫеңдә тот, Йәһүә бер кемде лә үҙенә хеҙмәт итергә мәжбүр итмәй. Тормошон Йәһүәгә бағышларғамы, юҡмы — быны кеше үҙе хәл итә (Ҡн 30:19, 20).

  • Өйрәнеүсеңде, Алланы шатландырыр өсөн һәм һыуға сумдырылыу талаптарына тура килер өсөн, кәрәкле үҙгәрештәр яһарға өндә (Ғһ 27:11). Ҡайһы бер холоҡ һыҙаттарынан һәм ғәҙәттәрҙән арыныу бик ауыр, шуға күрә өйрәнеүсең «бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тартып... яңы кешегә» әйләнә алһын өсөн, уға даими ярҙам күрһәтеп торорға кәрәк булыр (Еф 4:22—24). Уның менән «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» тигән рубрика аҫтында сыҡҡан мәҡәләләрҙе ҡарап сыҡ.

  • Уға Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән үҙең кисергән шатлыҡ тураһында һөйләп бир (Иш 48:17, 18).