Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ЗӘБУР 87—91

Аллаһы Тәғәләнең йәшерен урынында ҡал

Аллаһы Тәғәләнең йәшерен урынында ҡал

Йәһүәнең «йәшерен урынында» рухи яҡлау табып була

91:1, 2, 9—14

  • Бөгөн Йәһүәнең «йәшерен урынында» йәшәргә теләүселәр бағышланырға һәм һыуға сумдырылырға тейеш

  • Аллаға таянмаған кешеләр был урын тураһында белмәй

  • «Аллаһы Тәғәләнең йәшерен урынында» булғандар Аллаға имандарын емерә алған һәм уға ҡарата яратыуҙарын һүлпәнәйтә алған һәр нәмәнән яҡланған

«Ҡош аулаусы» беҙҙе тоҙаҡҡа эләктерергә тырыша

91:3

  • Ҡоштар бик һаҡ булғанға, уларҙы тоҙаҡҡа эләктереүе еңел түгел

  • Ҡош аулаусылар ҡоштарҙың ҡылыҡтарын өйрәнә һәм төрлө тоҙаҡтар уйлап сығара

  • Шайтан — тәжрибәле «ҡош аулаусы» — Йәһүәнең хеҙмәтселәрен күҙәтә һәм, уларҙың Алла менән мөнәсәбәтен емерер өсөн, тоҙаҡтар ҡуя

Шайтан ҡуйған дүрт ҡурҡыныс тоҙаҡ:

  • Кешенән ҡурҡыу

  • Мөлкәт артынан ҡыуыу

  • Зыянлы күңел асыуҙар

  • Үҙ-ара килешмәүсәнлектәр