Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Сентябрь айында үтәсәк «Һеҙ ҡайҙан йыуаныс таба алаһығыҙ?» тигән брошюраны таратыу буйынса махсус кампания

Сентябрь айында үтәсәк «Һеҙ ҡайҙан йыуаныс таба алаһығыҙ?» тигән брошюраны таратыу буйынса махсус кампания

Һәр кеше йыуатыуға мохтаж (Вғ 4:1). Шуға күрә сентябрь айы дауамында беҙ «Һеҙ ҡайҙан йыуаныс таба алаһығыҙ?» тигән брошюраны тәҡдим итергә тырышырбыҙ. Унда бөгөнгө ауыр көндәрҙә ҡайҙан йыуатыу табып булғаны тураһында әйтелә. Уны мөмкин тиклем күберәк кешегә тәҡдим ит. Беҙ, кешеләрҙең үҙҙәре менән һөйләшеп, уларҙы йыуатырға теләйбеҙ, шуға күрә брошюраны өйҙә булмағандарға ҡалдырырға кәрәкмәй.

НИМӘ ӘЙТЕРГӘ?

«Ваҡыт-ваҡыт беҙҙең һәр беребеҙ йыуатыуға мохтаж. Нисек уйлайһығыҙ, ҡайҙан йыуаныс табып була? [2 Коринфтарға 1:3, 4-те уҡы.] Ошо брошюрала Алла беҙҙе нисек йыуатҡаны тураһында әйтелә»

Кеше ҡыҙыҡһыныу күрһәтһә һәм брошюраны алһа...

«НИ ӨСӨН ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘЫ ӨЙРӘНЕРГӘ КӘРӘК?» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ КҮРҺӘТ

Шунан өйрәнеү тәҡдим ит.

ҠАБАТ КИЛЕП КИТЕҮГӘ НИГЕҘ ҺАЛ

Киләһе тапҡыр ҡарап сығырға йыйынған һорауҙы, мәҫәлән, «Ни өсөн Алла ғазаптарҙы рөхсәт итә?» тигән һорауҙы бир.