Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Хәҡиҡәткә өйрәтегеҙ

Хәҡиҡәткә өйрәтегеҙ

Сентябрь айынан «Мәсихсе тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ» эш дәфтәрендә «Хәҡиҡәткә өйрәтегеҙ» тигән исем аҫтында яңы инеш һүҙҙәр баҫтырыла башлаясаҡ. Шул инеш һүҙҙәр ярҙамында беҙ кешеләргә һорау һәм шиғыр ярҙамында Изге Яҙмалағы берәй төп хәҡиҡәтте күрһәтәсәкбеҙ.

Әгәр ҙә кеше ҡыҙыҡһыныу күрһәтһә, беҙ, уға берәй әҙәбиәт биреп йәки видеояҙма күрһәтеп, ҡабат килеп китеүгә нигеҙ һалырбыҙ. Беҙгә кешегә оҙаҡҡа һуҙмайынса, бер нисә көндән һуң, ҡабат килеп китергә тырышырға кәрәк. Был яңы инеш һүҙҙәр һәм уҡыусыларҙың йөкләмәләре өҫтәмә һорауҙарға һәм Изге Яҙмалағы шиғырҙарға нигеҙләнәсәк. Улар беҙгә ҡабат килеп китеүҙәр яһарға йә тик Изге Яҙманы ғына ҡулланып өйрәнеүҙәр үткәрергә ярҙам итәсәк.

Бер генә юл тормошҡа алып бара (Мт 7:13, 14). Хеҙмәттә төрлө дин тотҡан һәм төрлө милләттән булған кешеләрҙе осратҡанға, беҙгә тап уларҙың йөрәктәренә тәьҫир итә алған хәҡиҡәттәр тураһында һөйләшергә кәрәк (1Тм 2:4). Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әңгәмәләр ҡороуҙа һәм «хәҡиҡәт һүҙен» дөрөҫ өйрәтеүҙә оҫтарған һайын, беҙ күберәк шатлыҡ кисерербеҙ һәм башҡаларҙы хәҡиҡәткә өйрәтеүҙә уңышлы булырбыҙ (2Тм 2:15).