МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Ғайса һинең ҡәрҙәшең өсөн дә үлгән
Ғайса ғүмерен камил булмаған кешеләр өсөн биргән (Рм 5:8). Барыбыҙ ҙа, һис шикһеҙ, Ғайсаның беҙҙең хаҡҡа үҙ ғүмерен ҡорбан итеп биреүен ҡәҙерләй. Әммә ваҡыт-ваҡыт Ғайсаның беҙҙең өсөн генә түгел, ә башҡалар өсөн дә үлгәнен иҫкә төшөрөп торорға кәрәк. Ғайсанан үрнәк алып, камил булмаған ҡәрҙәштәребеҙҙе нисек яратырға? Беренсенән, аралашыу даирәңде киңәйт һәм сығышы менән һинән айырылып торған дуҫтар тап (Рм 15:7; 2Кр 6:12, 13). Икенсенән, башҡаларҙы үпкәләтә алған һүҙҙәрҙән һәм эштәрҙән һаҡлан (Рм 14:13—15). Шулай уҡ, берәйһе һине үпкәләтһә, уны тиҙерәк кисерергә тырыш (Лк 17:3, 4; 23:34). Ошо өс өлкәлә Ғайсанан үрнәк алһаҡ, Йәһүә йыйылышыбыҙҙы фатихалаясаҡ һәм унда тыныслыҡ менән берҙәмлек хөкөм һөрөр.
«АҢЛАУ БЕҘҘЕ МАТУР ИТӘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Яңы йыйылышҡа күсеү менән Мики тәүҙә үҙен нисек хис иткән?
-
Ни сәбәпле уның йыйылышҡа мөнәсәбәте үҙгәргән?
-
Ғайсаның миҫалы Микиға йыйылышҡа ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртергә нисек ярҙам иткән? (Мк 14:38).
-
Ғибрәтле һүҙҙәр 19:11-ге һүҙҙәр йыйылыштағы ҡәрҙәштәребеҙгә ыңғай ҡараш үҫтерергә нисек ярҙам итә?