МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
«Лоттың ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ»
Ни өсөн Лоттың ҡатыны, улар ғаиләһе менән Содомдан ҡасҡанда, әйләнеп ҡараған? Изге Яҙмала был турала бер нәмәлә әйтелмәгән (Бш 19:17, 26). Ғайса һүҙҙәренең контексы буйынса, Лоттың ҡатынына, күрәһең, үҙ мөлкәтен ҡалдырырға ауыр булғандыр (Лк 17:31, 32). Был тоҙаҡҡа нисек эләкмәҫкә һәм Алла хуплауын юғалтмаҫҡа? Матди нәмәләргә тормошобоҙҙа иң мөһим урын алырға юл ҡуйырға ярамай (Мт 6:33). Ғайса: «Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ», — тигән (Мт 6:24). Ә матди нәмәләр тураһында ҡайғыртыуыбыҙ арҡаһында, рухи нәмәләр өсөн әҙерәк ваҡыт бағышлай башлаһаҡ? Йәһүәнән, беҙгә ниндәй үҙгәрештәр эшләргә кәрәк икәнен аңларға ярҙам итеүен һәм ҡыйыулыҡ биреүен һорап, доға ҡылырға кәрәк.
ӨС ӨЛӨШТӘН ТОРҒАН «ЛОТТЫҢ ҠАТЫНЫН ИҪЕГЕҘҘӘ ТОТОҒОҘ» ТИГӘН ФИЛЬМҒА АҪТА КИЛТЕРЕЛГӘН ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Күберәк аҡса эшләү теләге Глорияның фекерҙәренә, һөйләшеүҙәренә һәм эштәренә нисек тәьҫир иткән?
-
Ни өсөн Лоттың ҡатыны менән нимә булғаны хаҡында уйланыу файҙалы?
-
Изге Яҙманың принциптары буйынса йәшәү Джо һәм уның ғаиләһенә нисек тәьҫир иткән?
-
Хеҙмәттәштәр менән яҡын аралашыу Аннаның рухилығына ниндәй йоғонто яһаған?
-
Ни өсөн, беҙҙе аҡса — тормошта иң мөһиме икәненә инандырырға тырышһалар, беҙгә ҡыйыулыҡ кәрәк?
-
Брайан менән Глория тормошта үҙҙәре өсөн иң мөһиме нимә икәнен нисек яңынан билдәләгән, һәм рухи нәмәләр тормоштарында нисек төп урын алған?
-
Был фильм һиңә Изге Яҙмалағы ниндәй принциптарҙы иҫеңә төшөрҙө?