Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Йәштәр, «яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып» тороғоҙ

Йәштәр, «яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып» тороғоҙ

Алла тарафынан рухландырылып илсе Павел Титҡа яҙған хатында, йәш ағай-ҡәрҙәштәргә, шул иҫәптән Титтың үҙенә, «бөтә яҡшы эштәрҙә лә яҡшы өлгө» күрһәтергә тырышырға кәрәк, тип яҙған (Тит 2:6, 7). Шул уҡ хатында илсе Павел, Йәһүә халҡы «яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торһон өсөн» таҙартылған булған, тигән фекергә иғтибар иткән (Тит 2:14). Алла халҡы, Батшалыҡ хаҡында вәғәзләп һәм шәкерттәр әҙерләп, яҡшылыҡ ҡыла. Йәш булһаң, көсөңдө ярҙамсы йә даими пионер булып хеҙмәт итер өсөн ҡуллана алыр инеңме? (Ғһ 20:29).

Пионер булып хеҙмәт итергә теләһәң, маҡсатыңа ирешер өсөн, эштәреңде планлаштыр (Лк 14:28—30). Мәҫәлән, тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашһаң, һин үҙеңде нисек тәьмин итә алыр инең? Был хаҡта Йәһүәгә, ярҙам һорап, доға ҡыл (Зәб 37:5). Пландарың хаҡында атай-әсәйең менән һәм тәжрибәле пионерҙар менән фекер алыш. Шунан маҡсатыңа ирешер өсөн, кәрәкле аҙымдар яһа. Йәһүә уға хеҙмәт итер өсөн һалған тырышлыҡтарыңды мотлаҡ фатихалаясаҡ!

«ЙӘШТӘР ЙӘҺҮӘНЕ ДАНЛАЙ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Пионер булып хеҙмәт итер өсөн ҡайһы бер ҡәрҙәштәргә ниндәй ҡыйынлыҡтар аша үтергә тура килгән? Уларға нимә ярҙам иткән?

  • Атай-әсәйҙәр балаларына пионер хеҙмәтен башларға нисек ярҙам итә ала?

  • Ни өсөн хеҙмәт графигы төҙөү мөһим?

  • Ҡәрҙәштәр пионерҙы нисек рухландыра һәм уға ярҙам итә ала?

  • Йәһүә пионерҙарҙы нисек фатихалай?

Мин пионер булып хеҙмәт итеү маҡсатына нисек ирешә алам?