МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Онотолмаҫ игелекле эштәр
Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең игелекле эштәрен мәңге иҫтә тотасаҡ. Атай кеше үҙ балаһының ҡаҙаныштарын ҡәҙерләгән шикелле, Йәһүә лә уның исеме хаҡына күрһәткән хеҙмәтебеҙҙе лә, мөхәббәтебеҙҙе лә онотмаясаҡ (Мт 6:20; Ев 6:10). Әлбиттә, һәр беребеҙҙең һәләттәре һәм шарттары төрлө. Әммә Йәһүәгә ысын күңелдән хеҙмәт итһәк, беҙҙең шатланыр өсөн һәр ваҡыт сәбәп буласаҡ (Гл 6:4; Кл 3:23). Инде күпме йылдар меңләгән ҡәрҙәш Вефилдә хеҙмәт итә. Ә һин Вефилдә хеҙмәт итә алыр инеңме? Юҡ икән, башҡаларҙы быға дәртләндерә йә берәй вефилсегә үҙенең ҡиммәтле хеҙмәтен дауам итергә ярҙам итә алыр инеңме?
«ВЕФИЛДӘ ХЕҘМӘТ ИТЕҮ — ЯҠШЫ МАҠСАТ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Вефилдә хеҙмәт итергә теләүселәрҙең ниәттәре ниндәй булырға тейеш?
-
Ҡайһы бер вефилселәр хеҙмәтендәге фатихалар хаҡында нимә һөйләй?
-
Вефилдә хеҙмәт итеүселәр ниндәй талаптарға тура килергә тейеш?
-
Вефилдә хеҙмәт итер өсөн нимә эшләргә кәрәк?