Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Ваҡытыңды Йәһүәне яратыусылар менән үткәр

Ваҡытыңды Йәһүәне яратыусылар менән үткәр

Беҙгә ваҡытыбыҙҙы Йәһүәне яратыусылар менән үткәрергә кәрәк. Ни өсөн? Сөнки кем менән генә аралашһаҡ та, улар беҙгә йә ыңғай яҡтан, йә тиҫкәре яҡтан тәьҫир итә (Ғһ 13:20). Мәҫәлән, Йәһүәш батша ваҡытын баш рухани Йодай менән үткәргәндә, «Йәһүә алдында дөрөҫ эштәр ҡылып» йәшәгән (2Йыл 24:2). Әммә Йодай үлгәс, Йәһүәш Йәһүәне ҡалдырған, сөнки ул аралашҡан кешеләр уға насар тәьҫир иткән (2Йыл 24:17—19).

Беренсе быуатта илсе Павел мәсихселәр йыйылышын — «ҙур йорт» менән, ә йыйылыш ағзаларын «һауыттар», йәғни өй кәрәк-яраҡтары менән сағыштырған. Йәһүә хупламаған эштәр ҡылған кеше менән, ул хатта туғаныбыҙ йә имандашыбыҙ булһа ла, аралашмаһаҡ, беҙ «ҡәҙерләп» тотонолған һауыт булып ҡала алырбыҙ (2Тм 2:20, 21). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, дуҫтарҙы Йәһүәне яратҡан һәм уға хеҙмәт итергә дәртләндергән кешеләр араһынан ғына эҙләйек.

«НАСАР АРАЛАШЫУҘАН БАШ ТАРТЫРҒА ӨЙРӘНЕГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ КИЛӘҺЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП ТАП:

  • Нисек итеп, үҙебеҙ ҙә абайламаҫтан, кемдеңдер тиҫкәре йоғонтоһона эләгеүебеҙ бар?

  • Өс мәсихсегә үҙенә насар йоғонто яһаған кешеләр менән араны өҙөргә нимә ярҙам иткән?

  • Изге Яҙмалағы ниндәй принциптар һиңә яҡшы дуҫтар һайларға ярҙам итер?

Минең хаҡта, «йорт хужаһы өсөн файҙалы... һауыт», тип әйтеп буламы? (2Тм 2:21).