Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

Конгресҡа саҡырыу кампанияһы

Конгресҡа саҡырыу кампанияһы

Йыл һайын беҙ түҙемһеҙлек менән рухи байрамыбыҙҙы — региональ конгресты көтөп алабыҙ. Бәлки, башҡалар ҙа Йәһүәнең игелеген татып ҡарарға теләр, шуға күрә беҙ конгресҡа мөмкин тиклем күберәк кешене саҡырырға тырышырбыҙ (Зәб 34:8). Өлкәндәр кәңәшмәһе, саҡырыуҙарҙы мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланыр өсөн, нимә эшләргә кәрәк икәнен хәл итер.

ШУНЫ ИҪТӘ ТОТОҒОҘ

  • Конгресс ҡасан буласаҡ?

  • Конгресҡа саҡырыу кампанияһы ҡасан башланасаҡ?

  • Вәғәз осрашыуҙары ҡасан үтәсәк?

  • Кампания ваҡытында мин ниндәй маҡсаттарға ирешергә теләйем?

  • Мин кемде саҡырырға теләйем?

НИМӘ ӘЙТЕРГӘ?

Кеше менән иҫәнләшкәс, шуны әйтергә була:

«Бөгөн бөтә донъя буйынса бик мөһим ваҡиғаға саҡырыу таратыла. Саҡырыуҙа ваҡиғаның ҡайҙа һәм ҡасан үтәсәге хаҡында әйтелә. Рәхим итеп килегеҙ, һеҙҙе күреүебеҙгә шат буласаҡбыҙ».

ҠЫҘЫҠҺЫНЫУҘЫ НИСЕК ҮҪТЕРЕРГӘ?

Әлбиттә, беҙҙең маҡсатыбыҙ — конгресҡа мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙе саҡырыу. Шулай ҙа кеше ҡыҙыҡһыныу күрһәтһә, уға ваҡыт бүлергә әҙер булығыҙ.

Ял көндәрендә вәғәзләгәндә, саҡырыу менән бергә брошюраны ла тәҡдим итеп була.