Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Әңгәмә ҡороп ебәрергә ярҙам иткән яңы рубрика

Әңгәмә ҡороп ебәрергә ярҙам иткән яңы рубрика

2016 йылдың ғинуар айынан башлап таратыу өсөн брошюраның һуңғы битендә «Изге Яҙмала нимә әйтелә?» тигән яңы рубрика баҫтырыла башланы. Уның маҡсаты — Изге Яҙмаға нигеҙләнгән темаға әңгәмә ҡороп ебәрергә ярҙам итеү. Рубриканың төҙөлөшө буклеттарҙыҡына оҡшаған. Унда кешенең фекерен белеү өсөн һорау, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән яуап һәм шулай уҡ фекер алышыу өсөн өҫтәмә материал бар.

Изге Яҙмалағы берәй тема буйынса яҡшы һөйләшеүҙәр йыш ҡына өйрәнеүгә килтерә. Тағы ла күберәк кешеләргә рухи һыуһындарын ҡандырырға ярҙам итер өсөн, яңы рубриканы ҡулланығыҙ (Мт. 5:6).

РУБРИКАНЫ НИСЕК ҠУЛЛАНЫРҒА:

  1. Килтерелгән һорауҙарҙың береһен биреп, кешенең фекерен һора

  2. Кешене тыңла һәм яуабы өсөн рәхмәт әйт

  3. «Изге Яҙмала нимә әйтелә?» тигән өҫтәмә исемдән һуң килтерелгән шиғырҙы уҡы һәм кешенең фекерен һора. Кешенең ваҡыты булһа, «Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?» тигән өҫтәмә исем аҫтында килтерелгән материалды ҡулланып, әңгәмәне дауам ит

  4. Брошюраны тәҡдим ит

  5. Киләһе һорауҙы ҡарап сығыр өсөн, ҡабат осрашырға һөйләшеп ҡуй