Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Һин актив булмаған мәсихселәрҙе дәртләндерә алаһың

Һин актив булмаған мәсихселәрҙе дәртләндерә алаһың

Йыл һайын Кисәгә күп кенә актив булмаған мәсихселәр килә. Ҡасандыр был ҡәрҙәштәр тормош өсөн йүгереүҙә ҡатнаша башлаған, әммә һуңынан төрлө сәбәптәр арҡаһында тиҙлеген әкренәйткән. Шул сәбәптәрҙең ҡайһы берҙәре «Йәһүәгә кире ҡайт» тигән брошюрала ҡарап сығыла (Ев 12:1). Ләкин ундай мәсихселәр әле лә Йәһүә өсөн бик ҡиммәтле, сөнки ул уларҙы улының ҡаны менән түләп үҙенә алған (Ғм 20:28; 1Пт 1:18, 19). Беҙ уларға йыйылышҡа кире ҡайтырға нисек ярҙам итә алабыҙ?

Көтөүсе юғалған һарыҡты эҙләгән һымаҡ, өлкәндәр ҙә актив булмаған мәсихселәрҙе эҙләй һәм уларға ярҙам итергә теләй (Лк 15:4—7). Был Йәһүәнең яратыуын һәм ҡайғыртыуын сағылдыра (Ир 23:3, 4). Әммә актив булмағандарҙы өлкәндәр генә түгел, ә беҙҙең һәр беребеҙ дәртләндерә ала. Йәһүә ундай ҡәрҙәштәргә игелек күрһәтер өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы һис шикһеҙ фатихалаясаҡ (Ғһ 19:17; Ғм 20:35). Шуға күрә кемде дәртләндерә алғаның тураһында уйлан һәм оҙаҡҡа һуҙмайынса эш ит!

«АКТИВ БУЛМАҒАН ҠӘРҘӘШТӘРҘЕ ДӘРТЛӘНДЕРЕҮ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Эбби, вәғәздә таныш булмаған апай-ҡәрҙәште осратҡас, нимә эшләгән?

  • Ни өсөн актив булмағандарға ярҙам итерҙән алда өлкәндәр менән кәңәшләшергә кәрәк?

  • Лораға икенсе тапҡыр барыр алдынан Эбби нисек әҙерләнгән?

  • Лораға ярҙам итергә тырышҡанда, Эбби нисек ныҡышмалылыҡ, түҙемлек һәм яратыу сифаттарын сағылдырған?

  • Ғайсаның Лука 15:8—10-да яҙылған ҡиссаһынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

  • Эбби һәм өлкәндәрҙең уртаҡ тырышлыҡтары ниндәй фатихалар килтергән?