МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Батшалыҡ йырҙары ҡыйыулыҡ өҫтәй
Павел менән Сила төрмәлә ултырғанда Йәһүәне йырҙар йырлап данлаған (Ғм 16:25). Заксенхаузен исемле нацист концлагерына эләккән һәм Себергә һөргөнгә ебәрелгән ҡәрҙәштәр Батшалыҡ йырҙарын йырлаған. Был миҫалдар һынауҙарға дусар булғанда йырҙар ҡыйыулыҡ өҫтәй алғанын күрһәтә.
Күптән түгел инглиз телендә сыҡҡан «Йәһүәгә шатлыҡ менән йырлағыҙ» тигән яңы йыр китабы оҙаҡламай башҡа телдәрҙә лә буласаҡ. Был китапты алғас, йырҙарҙың һүҙҙәрен ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисендә ятларға тырышығыҙ (Еф 5:19). Шул саҡта һынауҙар ваҡытында изге рух уларҙы иҫкә төшөрөргә ярҙам итәсәк. Батшалыҡ йырҙары иғтибарыбыҙҙы өмөтөбөҙгә тупларға ярҙам итә һәм һынауҙар ваҡытында көс өҫтәй. Ә күңелебеҙ күтәренке саҡта беҙ йөрәгебеҙҙәге шатлыҡты сағылдырған йырҙар йырлай алабыҙ (1Йыл 15:16; Зәб 33:1—3). Әйҙәгеҙ, Батшалыҡ йырҙарының ҡәҙерен беләйек!
«ИРЕКҺЕҘ ЭШСЕЛӘРҘЕ РУХЛАНДЫРҒАН ЙЫР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Фрост ағай-ҡәрҙәш үҙенең йырын ниндәй шарттарҙа яҙған?
-
Был йыр Заксенхаузен концлагерында булған ҡәрҙәштәрҙе нисек нығытҡан?
-
Батшалыҡ йырҙары һине үҙ шарттарыңда нисек нығыта ала?
-
Батшалыҡ йырҙарының ҡайһыларын ятларға теләйһең?