24—30 апрель
ИРЕМИЯ 29—31
151-се йыр һәм доға
Рәйестең баш һүҙе (3 мин йә әҙерәк)
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
«Йәһүә яңы килешеү хаҡында пәйғәмбәрлек әйтә» (10 мин)
Ир 31:31. Яңы килешеү төҙөлгәнгә ҡәҙәр уның тураһында быуаттар элек әйтелгән булған (it-U «Соглашение», 30, 31 абз.)
Ир 31:32, 33. Был килешеү Ҡанун килешеүенән айырылып торған (jr-U 173, 174 бб., 11, 12 абз.)
Ир 31:34. Яңы килешеү гонаһтарҙың тулыһынса кисерелеүенә юл асҡан (jr-U 177 б., 18 абз.)
Рухи ынйыларҙы эҙләп табабыҙ (8 мин)
Ир 29:4, 7. Ни өсөн әсирлектә булған йәһүдтәр Вавилон ҡалаһында тыныслыҡ булһын тип доға ҡылырға тейеш булған? Беҙ бында үҙебеҙ өсөн ниндәй принцип күрәбеҙ? (w96-U 1.5. 11 б., 5 абз.)
Ир 29:10. Был шиғыр Изге Яҙмала яҙылған пәйғәмбәрлектәрҙең теүәл булыуын нисек күрһәтә? (g-U 6/12 14 б., 1, 2 абз.)
Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ Йәһүә тураһында нимә белдегеҙ?
Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ тағы ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?
Изге Яҙманы уҡыу (4 мин йә әҙерәк): Ир 31:31—40
ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ
Беренсе килеү (2 мин йә әҙерәк): Мт 6:10, «Хәҡиҡәткә өйрәтегеҙ».
Ҡабат килеп китеү (4 мин йә әҙерәк): Иш 9:6, 7; Ас 16:14—16, «Хәҡиҡәткә өйрәтегеҙ».
Телмәр (6 мин йә әҙерәк): bw553-TAT 21 б. Тема: Рәхилә үҙ улдары хаҡында илай тиеп, Иремия нимә әйтергә теләгән?
МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
154-се йыр
Конгресс менән бәйле иҫкә төшөрөүҙәр (15 мин). Телмәр. Урындағы шарттарға ярашлы фекерҙәрҙе ҡарап сыҡ («Мәсихсе тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ», 2016 йыл, апрель, «Конгресҡа саҡырыу кампанияһы», «Конгресс менән бәйле иҫкә төшөрөүҙәр» тигән мәҡәләләр). «Конгресс менән бәйле иҫкә төшөрөүҙәр» тигән видеояҙманы күрһәт. Ата-әсәләрҙе балаларының плакеткаһы артына үҙ телефон номерын яҙып ҡуйырға саҡыр. Бала юғалһа, улар менән бәйләнешкә инеүе еңелерәк буласаҡ. Тыңлаусыларҙа 2017 йылда үтәсәк региональ конгресҡа барыу теләге уятыр өсөн рухланып һөйлә.
Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү (30 мин): lr 15-се бүлек
Ошо һәм киләһе осрашыуға байҡау яһау (3 мин)
6-сы йыр һәм доға