Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Уларҙы йылы итеп ҡаршы алығыҙ

Уларҙы йылы итеп ҡаршы алығыҙ

Кемде йылы итеп ҡаршы алырға? Йыйылыш осрашыуына беренсе тапҡыр килгән кешеләрҙе лә, инде күптән йөрөгәндәрҙе лә, ғөмүмән алғанда бөтә кешеләрҙе лә (Рм 15:7; Ев 13:2). Был сит илдән килгән ҡәрҙәшебеҙ йә йылдар дауамында актив булмаған һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөмәгән мәсихсе булырға мөмкин. Үҙеңде уларҙың урынына ҡуйып ҡара. Һине йылы итеп ҡаршы алһалар, һиңә был бик оҡшар ине, шулай бит? (Мт 7:12). Һин Батшалыҡ залына килгән кешеләрҙе ҡаршы алып, яндарына барып, уларға иғтибар бирә алыр инеңме? Шулай эшләп беҙ йыйылышта мөхәббәт сағылдырған йылы мөхит булдырырбыҙ. Ә был, һис шикһеҙ, Йәһүәгә дан килтерер (Мт 5:16). Әлбиттә, осрашыуға килгәндәрҙең барыһы менән дә һөйләшеп булмаҫ. Әммә һеҙҙең тырышлыҡтарығыҙ ярҙамында йыйылыш осрашыуына килгәндәрҙең бөтәһе лә үҙен иркен хис итер *.

Ысын ҡунаҡсыллыҡ Кисә үткән саҡта ғына түгел, ә һәр ваҡыт күрһәтелә. Яңы килгән кешеләр мәсихселәр осрашыуҙарында хөкөм һөргән яратыуҙы тойоп Алланы данларға һәм уның халҡына ҡушылырға теләр (Ях 13:35).

^ 3 абз. Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итеп, беҙ йыйылыштан сығарылғандар һәм йыйылыштан баш тартҡандар менән аралашмайбыҙ (1Кр 5:11; 2Ях 10).