Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | МАРК 3, 4

Шәмбе көнөндә һауыҡтырыу

Шәмбе көнөндә һауыҡтырыу

3:1—5

Ни өсөн йәһүд дин әһелдәренең Шәмбе көнөнә ҡарашы Ғайсаны ныҡ борсоуға һалған? Сөнки улар, Шәмбе көнө хаҡындағы ҡанунға иҫәпһеҙ-һанһыҙ ваҡ-төйәк ҡағиҙәләр өҫтәп, уны көс еткеһеҙ йөккә әйләндергән. Мәҫәлән, Шәмбе көнөндә бөрсәне үлтерергә ярамаған. Кеше ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда ғына Шәмбе көнөндә дауаларға яраған. Әгәр кешенең берәй ере һынһа йәки һеңере тартылһа, Шәмбе көнө уға ярҙам итергә рөхсәт ителмәгән. Дин әһелдәренең ҡулы ҡороған кеше хаҡында уйлап та бирмәгәне ап-асыҡ.