МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Шәхси «ҡоралдар йыйылмаһын» оҫта ҡуллан
Кеше менән Изге Яҙманы өйрәнеү йорт төҙөүгә оҡшаш. Оҫта төҙөүсенеке кеүек, һәр беребеҙҙең шәхси «ҡоралдар йыйылмаһы» бар. Беҙҙең төп ҡорал — ул Изге Яҙма, һәм уны оҫта ҡулланырға теләйбеҙ (2Тм 2:15). Шулай уҡ тәжрибәле вәғәзсенең шәхси «йыйылмаһында» пландар, айырым мәҡәләләр һәм видеояҙмалар һымаҡ башҡа ҡоралдар ҙа бар. Ә һинең шәхси «ҡоралдар йыйылмаһы» бармы? Уларҙы оҫта ҡулланырға өйрәндеңме?
Шәхси «ҡоралдар йыйылмаһын» оҫтараҡ ҡулланырға нисек өйрәнергә? 1) Вәғәз төркөмө күҙәтсеһенән ярҙам һора. 2) Тәжрибәле вәғәзселәрҙән һәм пионерҙарҙан өйрән. 3) Белгәндәреңде ҡуллан, ҡуллан һәм ҡуллан. Ваҡыт уҙыу менән һин шәхси «йыйылмаңда» булған пландарҙы, видеояҙмаларҙы һәм айырым мәҡәләләрҙе ҡулланып, башҡаларҙы өйрәтеүҙә оҫтарғандан оҫтара барырһың. Һөҙөмтәлә, рухи төҙөлөштә ҡатнашыу һиңә тағы ла күберәк шатлыҡ килтерер.
-
Минең шәхси «ҡоралдар йыйылмаһы» үҙ эсенә нимәне ала?
-
Булған ҡоралдарҙың һәр береһен мин ниндәй осраҡта ҡуллана алам?
-
Мин тәжрибәле вәғәзселәрҙән нимәгә өйрәнә алам?