Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Йәһүә биргән белемгә ынтыл

Йәһүә биргән белемгә ынтыл

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Бөйөк нәсихәтсенең — Йәһүә Алланың — өйрәтеүе иң яҡшы. Ул инде хәҙер беҙҙе тормошобоҙҙо нисек яҡшы яҡҡа үҙгәртеп булыуына өйрәтә һәм яңы донъяға әҙерләй. Һәм быларҙың барыһы ла бушлай! (Иш 11:6—9; 30:20, 21; Ас 22:17). Шулай уҡ Йәһүәнең өйрәтеүе ярҙамында беҙ кешеләрҙең ғүмерен һаҡлай алған хәбәр менән бүлешәбеҙ (2Кр 3:5).

ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР

  • Йыуашлыҡ һәм баҫалҡылыҡ үҫтер (Зәб 25:8, 9).

  • Әлеге ваҡытта һинең өсөн асыҡ булған өйрәтеүҙең файҙаһын күр, мәҫәлән, аҙна уртаһында үткәрелә торған осрашыуҙа уҡыусыларҙың йөкләмәләре менән сығыш яһа.

  • Рухи маҡсаттар ҡуй (Фп 3:13).

  • Белемебеҙҙе арттыра торған мәктәптәрҙә уҡыр өсөн, ҡорбандарға барырға әҙер бул (Фп 3:8).

«ЙӘҺҮӘ УЛАРҘЫ РУХИ ЯҠТАН БАЙЫТҠАН» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡырға теләгән вәғәзселәрҙең ниндәй ауырлыҡтары булған?

  • Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә нимәгә өйрәтәләр?

  • Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡып сығып, уларҙың йыйылышына ебәрелгән имандаштарына ҡәрҙәштәр нисек ярҙам иткән?

  • Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡыр өсөн, ниндәй талаптарға тура килергә кәрәк?

  • Һин Йәһүә ойошмаһы тарафынан үткәрелгән тағы ниндәй мәктәптә уҡый алыр инең?

Йәһүә биргән белемгә ынтылһаң, һин ниндәй фатихалар алырһың?