1 КОРИНФТАРҒА 10—13
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР |Йәһүә — ул тоғро
10:13
Йәһүә беҙҙе һынауҙан азат итә ала. Әммә күпселек осраҡта ул, беҙгә һынауҙы кисереп сығырға ярҙам итер өсөн бөтә кәрәкле нәмә биреп, һынауҙы «үтеү юлын» күрһәтә.
-
Ул Изге Яҙма, изге рух һәм баҫмаларыбыҙ аша борсоулы уйҙарҙы һәм тойғоларҙы еңергә ярҙам итә (Мт 24:45; Ях 14:16; Рм 15:4).
-
Ул беҙҙе үҙенең изге рухы ярҙамында йүнәлтә. Изге рух беҙгә, Изге Яҙманан кәрәкле аяттарҙы һәм принциптарҙы иҫкә төшөрөп, дөрөҫ эш итергә ярҙам итә (Ях 14:26).
-
Ул беҙгә фәрештәләр аша ярҙам итә ала (Ев 1:14).
-
Ул беҙҙе ҡәрҙәштәребеҙ аша нығыта ала (Кл 4:11).