Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Һин Кисәгә нисек әҙерләнерһең?

Һин Кисәгә нисек әҙерләнерһең?

Был йылдан башлап беҙҙең Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһенә әҙерләнер өсөн ваҡытыбыҙ күберәк буласаҡ. Кисә аҙна уртаһына тура килһә, «Мәсихсе тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ» осрашыуы үткәрелмәйәсәк. Әгәр ҙә ул ял көндәренә тура килһә, асыҡ телмәр һәм «Күҙәтеү манараһы»н өйрәнеү үткәрелмәйәсәк. Бушаған ваҡытты нисек яҡшыраҡ файҙаланырға? Әлбиттә, был ваҡиға матур итеп үтһен өсөн, уны беренсе быуаттағы кеүек тейешенсә ойошторорға кәрәк (Лк 22:7—13; km 3/15 1 б.). Әммә шулай уҡ һәр беребеҙгә үҙ йөрәген әҙерләргә кәрәк. Быны нисек эшләргә?

  • Кисәгә килеү ни тиклем мөһим икәне хаҡында уйлан (1Кр 11:23—26).

  • Йәһүә менән мөнәсәбәттәрең тураһында уйлан. Бының хаҡында уның менән доғала һөйләш (1Кр 11:27—29; 2Кр 13:5).

  • Кисәнең мәғәнәһен аңлатҡан аяттарҙы уҡы һәм улар өҫтөндә уйлан (Ях 3:16; 15:13).

Ҡайһы берәүҙәр Изге Яҙманы «Изге Яҙманы көн һайын тикшерәбеҙ» тигән брошюрала килтерелгән график буйынса уҡый. Башҡалар ошо һәм киләһе биттә килтерелгән графикты ҡуллана. Ә ҡайһы берәүҙәр Кисә хаҡында, Йәһүә һәм Ғайса күрһәткән мөхәббәт тураһында «Күҙәтеү манараһы»нда сыҡҡан мәҡәләләрҙе уҡый. Ысулдар күп. Әммә иң мөһиме, өйрәнеүең Йәһүә һәм Ғайса менән дуҫлығыңды нығытырға тейеш.